Белеүегеҙсә, Президент һайлауҙары көнөндә ҡала халҡы, “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, быйыл төҙөкләндереләсәк йәмәғәт билә-мәләре өсөн тауыш бирҙе. Тәҡдим ителгән биш ҡала биләмәһенең береһен генә һайлап алырға кәрәк ине.
Андрей Ермолаев, тауыш биреү һөҙөмтәләре менән таныштырып, барлығы 109 мең кеше ҡатнашыуын билдәләп үтте. Күпселек ҡала халҡы – 35367 кеше (32,2 процент) үҙ тауышын Хоҙайбирҙин урамындағы (Мәңгелек уттан алып Элеватор урамына тиклем) йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереүгә биргән. Унан ҡала Стәрле йылғаһы яр буйы (23 Май урамындағы күперҙән алып Хоҙайбирҙин урамына тиклем) – 28 117 тауыш (25,6 процент), Төҙөүселәр урамындағы йәйәүлеләр зонаһы өсөн – 24 493 кеше (22,3 процент), Хоҙайбирҙин урамының көньяғы – Коммунистик урамынан Дуҫлыҡ урамына тиклемге араны төҙөкләндереүгә 16 914 кеше (15,4 процент) һәм Яр буйы биҫтәһендәге Ольховка йылғаһы яр буйы өсөн 4 941 кеше (4,5 процент) тауыш биргән.
Тимәк, быйыл Хоҙайбирҙин урамындағы Мәңгелек уттан алып Элеватор урамына тиклемге йәйәү-леләр зонаһы төҙөкләндереләсәк. Эш бының менән генә сикләнмәй. Булған тротуарҙарҙы ла халыҡҡа уңайлы булһын өсөн киңәйтеп, асфальт һалыу ҡаралған. Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары, махсус велосипед юлдары ла барлыҡҡа киләсәк. Ә бына Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле тирәһе төрлө скульптуралар, арт-объекттар менән тулыландырыласаҡ, йә-йәүлеләр зонаһына заманса яҡтыртҡыстар, ултырып ял итеү өсөн өр-яңы эскәмйәләр ҡуйыу ҙа планлаштырыла. Халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәһен иҫәпкә алып, “2018-2022 йылдарға Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһына үҙгәрештәр индереләсәк, тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.