Ансамблдең етәксеһе Сәлимә Ғилем ҡыҙы Ғиззәтуллинаны 30 йылдан ашыу ҡалабыҙҙың иң моңло йырсыларының береһе тип белһәм дә хеҙмәт юлын ташсы булып башлағанын күҙ алдына ла килтерә алманым. Бүздәк районында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып тыуған Сәлимәнең йәшлек йылдары Ҡыйғы районында үтә. Сәнғәткә тәүге аҙымдарын тап ошонда башлап, республика кимәлендә үткән конкурста төп ролде Сәлимә башҡарған спектакаль Гран-при яулай. Жюри ағзаларының береһе уны Өфө сәнғәт институтына имтиханһыҙ алырға вәғәҙә итә. Артист булыу хыялына әсәһе ҡырҡа ҡаршы төшә. Ул саҡта үҫмер ҡыҙҙың үҙен дә бары тик башня крандары ғына ылыҡтыра. Стәрлетамаҡ төҙөлөш тресының 7-се төҙөлөш идаралығында ташсы булып эшләгәндә үк уны ҡалабыҙҙа үткән төрлө сараларҙы моңло тауышы менән биҙәргә саҡырыр булғандар. Һуңғараҡ тормош юлы уны барыбер ҙа сәнғәткә илтә. Ҡыҙ башта киске эшсе мәктәбен, һуңынан культура-ағартыу училищеһының хор-дирижерлыҡ бүлеген тамамлай һәм ошонда уҡ эшкә ҡала. 25-се училищела һәм паркта художество етәксеһе булырға ла насип була уға. Аҙаҡ “ВЛКСМ-дың 40 йыллығы” мәҙәниәт йортона хужалыҡ эше буйынса директор урынбаҫары итеп саҡырыла һәм 22 йыл буйы ҡала мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылдар, райондар буйлап сығыш яһауҙарҙың осона сығырлыҡ түгел, әллә күпме телевизион программаларҙа ҡатнашып, еңеү яулауҙары йырлы ғүмерҙең яҡты иҫтәлектәре булып йөрәгенең иң түрендә һаҡлана, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Мәҙәниәт йортона директор итеп Павел Михайлович Баранов тәғәйенләнгәс, ул Сәлимә Ғиззәтуллинаға өлкәндәр өсөн ансамбль асырға тәҡдим итә. Сәлимә Ғилем ҡыҙы был эште дүрт ҡыҙ менән башлап ебәрә. Ул осорҙа ошо башланғыстарҙа ең һыҙғанып йөрөгән йырсы Зилә Ғәлләмоваға, баянсы Ильяс Йосоповҡа рәхмәтлемен, – ти ул. Шулай барлыҡҡа килә беҙ белгән “Шишмә” халыҡ вокаль ансамбле. “Ә исемен кем ҡушты?” – тип һорауыма: “Светлана Александровна Баранова”, – тине Сәлимә апай. Йөрәгендә моңдаръянан тыш шиғриәт хисе лә йөрөткән Светлана: “Как будет родник по-башкирски?” – тип һорай. “Шишмә” – тип яуап бирә Сәлимә Ғилем ҡыҙы. Репертуарында мәшһүр композиторҙарҙан алып заман йырҙарына саҡлы булған халыҡсан һәм сағыу ижад менән ҡойондора беҙҙе сылтыр “Шишмә”ләр. Уларға ижади бейеклектәр, сылтырап аҡҡан моңло, тәрән шишмәләренең халыҡ күңелендә мәңге ҡоромауын теләйек!