Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Һаҡлау креслоһы ла һаҡлай алмаған

Үткән ял Стәрлетамаҡ янында ҡот осҡос авария теркәлде. Фажиғә бер йәшлек сабыйҙың ғүмерен өҙҙө.

Өфө-Ырымбур юлындағы Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш юл саты. Стәрлебаш яғынан килгән бейек сит ил машинаһы Өфө яғына боролам тип, ҡаршы йүнәлештә (Стәрлетамаҡтан) килгән “Лада-Калина”ны төкөй. Һөҙөмтәлә “Калина”ның пассажирҙары: өс йәшлек малай менән бер йәшлек ҡыҙ бала тән йәрәхәттәре ала. Табиптар ҡыҙҙың ғүмере өсөн бер сәғәт буйы көрәшеүгә ҡарамаҫтан, үкенескә ҡаршы, сабый йән бирә. Малай – дауаханала.
Әлбиттә, аварияға текә сит ил машина хужаһы сәбәпсе булыуы йәшерен-батырын түгел, Рәсәй автомобилдәренең хәүефлелеген уйлап, әллә ниндәй бәхәстәргә инеп китеп була. Шулай ҙа, видеонан күренеүенсә, һаман да иғтибарлыҡ етмәй беҙгә. Бәлки, ғәйепле водитель эсмәгәндәлер, бәлки, телефондан да һөйләшмәгәндер, тик бына саҡ ҡына иғтибарлы булһа, уны үткәреп ебәрергә туҡтаған икенсе автомобиль хужаһы яуаплылыҡ тойһа, машиналарҙың осрашыуы ошолай ҙа тамамланмаҫ ине. Тик эш үткән шул... Балаһын юғалтҡан ата-әсәгә сабырлыҡ теләргә генә ҡала.
Сабырлыҡ тигәндән, был сифатҡа ла күптәр эйә була белмәй. Ҡабаланып, фажиғәгә тарып ҡуялар. Ошо көндәрҙә республикала шулай уҡ тиҙлек менән шаярыу арҡаһында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Боролошта автомобиль юлдан сығып оса һәм ағасҡа барып бәрелә. Ҡайынға бер ни булмаған, тик машинаның яртыһына тиклем ингән. Тиҙлек юғары булмаһа, был тиклем бәрелеш булыр инеме ни? Ҡайғыла ҡайын ғәйепле түгел, әлбиттә!
Яҙҙар етеп, юл асылыу менән трассаларҙа автомобилдәр кү-бәйә. Шуға хәүеф тә арта был осорҙа. Хәйер... йыл әйләнәһенә шул уҡ хәл инде: былтыр Башҡортостан юлдарында 512 кешенең ғүмере өҙөлөп ҡалған!
Имен юлдарҙа йөрөйөк.
Читайте нас