Ер йөҙөндә эттәрҙең байтаҡ төрө билдәле. Ҙурҙары һәм бәләкәйҙәре, уҫалдары һәм йыуаштары. Шул уҡ ваҡытта кемдер уны өй һаҡлар өсөн аҫрай, бәғзеләр матур тип. Ә бына Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының кино-логтар хеҙмәте үҙәгендә улар ысын мәғәнәһендә меңәрләгән кешенең ғүмере өсөн яуаплы.
– Бында 25 эт аҫрала. Ҡайһылары урамдағы тәртип һаҡлауҙа, хоҡуҡ боҙоусыларҙы тотоуҙа ҡатнаша, ҡайһылары шартлатҡыс, наркотиктар эҙләү өсөн тәғәйенләнгән, - тип һөйләй “дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре” хаҡында ваҡытлыса үҙәк начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полиция өлкән лейтенанты Руслан Бакиров. Ҡаланың көндәлек хәүефһеҙлегендә генә түгел был эттәрҙең роле – бер нисәһе үҙенең бурысын Төнъяҡ Кавазда ла үтәп ҡайтҡан. Бына шулай, үткән быуатта башланған кинологтар хеҙмәте хәҙер Эске эштәр министрлығынан айырылғыһыҙ. Хәйер, улар – ил һаҡсылары ла, кешене ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыусылар ҙа бит. Ә әҙәм балаһына тиклем космосты кем иңләгән һуң?
– Эт – ябай хайуан түгел, ул кешегә күңеле менән бик яҡын. Хеҙмәт дауамында улар менән ысын мәғәнәһендә тоғро дуҫтарға әүереләбеҙ, улар күреп ҡалыу менән сабып килеп ҡосаҡлай башлай, шулай итеп үҙенең күңелендәге һағыныу, яратыу хисен белдерәләр, – ти был хайуандарҙың үҙенсәлеге тураһында кинолог, полиция старшинаһы Рафиҡ Ғисмәтуллин.
Эйе, эт менән кеше араһындағы мөнәсәбәт бик ябай. Улар дуҫтар, һаҡсылар, баҡтиһәң, шартлатҡыс йәки наркотик эҙләгәндә лә был эште әлеге хайуандар уйын тип кенә кисерә икән. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә шулай ябай, тормоштары ла уйын һымаҡ еңел булһа ине ул.