Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡаҙ өмәһе

Башҡорт халҡында ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе байрамы ноябрь айында, көндәр һалҡынайғас, үткәрелә. Уның үҙенә күрә тәртибе һәм йолаһы бар.

Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшәләр. Шул ваҡытта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡалар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йәки күлгә барып йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.
Кисенә байрамда ҡатнашыусылар өсөн ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майына, танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойола. Уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үткәрелә. Байрамда кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.
Уның төп маҡсаты – башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йоланы, хәҙерге социаль шарттарға яраҡлаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү. Халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, ә уларҙы яңыса үҫтереү, уларға бөгөнгө яңғыраш биреү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү – байрамдың үҙәк бурысы булырға тейеш.
Ҡаҙ итенән бәлеш
Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк. Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән ҡапларға. Бәлеште майлап, уртаса ҡыҙыу-лыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә. Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға кәрәк. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас