Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Аҡса бөттө!

Илдең Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең Резерв фондында аҡса бөткән. 22 декабрҙә һуңғы 54 миллиард һум сарыф ителгән. Аҡсалар федераль бюджеттың дефицитын ҡаплатырға киткән.

2017 йылға бюджет сығымдары ике тапҡырға тиерлек кәметелгән: 1,7 триллион һум урынына 790 миллиард һум ғына тотонолған, әммә был да фондтағы аҡсаның бер тинен дә һаҡлап алып ҡала алмаған. Әйткәндәй, министрлыҡта шулай булырын әле 2016 йыл урталарында уҡ иҫкәрткәндәр. Финансистар баланс һаҡлап ҡалыр өсөн бер тауыштан етди реформалар кәрәклеген белдергән. Тик һөҙөмтәлә фондта барыбер “нуль” барлыҡҡа килгән.
Әйткәндәй, реформа булыуын буласаҡ, тик әлеге фондта ғына – ул 1 февралдән юҡ ителәсәк. 2015 йылда – 5 триллион аҡсаһы, 2016-ла – 2,5 триллион һум, хәҙер иһә бер һум да ҡалмаған фондтың ни кәрәге бар?!. Хәйер, эш “кеҫә бушап ҡалыуҙа” ғына түгел. Резерв фонды 2008 йылда барлыҡҡа килде. Илдең Тотороҡлолоҡ фондын ошо һәм Милли етешлек фондына бүлеү нигеҙендә. Хәҙер иһә фондты ҡайтанан берәү итеү идеяһы барлыҡҡа килде (аҡса булһа, ҡайһы кеҫәнән алһаң да бер түгелме ни?). Әйткәндәй, етди финанс күҙҙалауҙары менән танылған Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин да ошондай фекерҙә.
Фонд берәү буласаҡ (Милли етешлек фонды) һәм алдағы йылдарҙа бюд-жет дефицитын да нәҡ ундағы аҡсалар иҫәбенә ҡаплатасаҡтар. Әлеге көндә был фондта 4 триллионға яҡын аҡса бар. Финансистар 2019 йылға сумма 2,79 триллион ҡаласаҡ тип иҫәпләй.
Автомобиль аварияға осраған мәлдә “хәүефһеҙлек мендәрен” хәтерләткән фондта аҡса бөтөүе лә, кәмеүе лә йүнлегә түгел, тип фекер йөрөтә белгестәр. Билдәле, был осраҡта төп көс бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең кеҫәһенә төшәсәк. Ҡыҫҡар-тылған сығымдар хәрби көстәр, полиция хеҙмәткәрҙәре араһында бизнесҡа, башҡа шө-ғөлгә китеүселәрҙе лә табыуы ихтимал. Шулай уҡ төбәктәрҙәге юлдарҙың торошо, мәғариф, инде килеп медицинаға йоғонто яһамаҫ тимә.
Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведевтың лаҡапҡа әйләнә барған һүҙҙәре иҫкә төшә: “Аҡса юҡ, ләкин һеҙ бирешмәгеҙ…”
Читайте нас