Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Аҡ тирмә” дуҫтарын йыйҙы

3-сө башҡорт лицей-интернатында «Аҡ тирмә» IV балалар ижады фестиваленең гала-концерты үтте.Туған телдәр, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көнөнә, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған бәйге быйыл 220-нән ашыу баланы йыйҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар «Аҡ тирмә»лә йырланы ла, бейене лә, һүҙ оҫталығын да һәм музыка ҡоралдарында уйнай белеү һәләтен дә күрһәтте.

Фестиваль дүрт йыл элек юл башлағайны, был ваҡыт эсендә ул нығынды, абруйы артты. Сәхнәгә сыҡҡан балалар араһында дүрт йәшлектәр ҙә, хатта уларҙан кесерәктәр ҙә бар. Ә бына өлкәнерәктәр араһында ижади үҫеш күҙәтелә, бик күптәр номинацияларҙа еңеүҙәрҙән башлап, әле конкурс еңеүселәре исемен ала.
Шулай итеп, “Аҡ тирмә“ IV ҡала балалар ижады фестивалендә түбәндәгеләр еңеү яуланы: “Музыка ҡоралында уйнау” йүнәлешендә 11-се мәктәптән Айҙар Камалов, 1-се музыка мәктәбенән Гүзәл Хәбибуллина, Лилиана Мәҡсүтова; яңғыҙ йыр йүнәлешендә 2-се мәктәптән Рәфис Ибәтуллин; вокаль ансамблдәре араһында 26-сы мәктәптең “Ынйыҡай” триоһы; нәфис һүҙ оҫталығында” Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Илдар Тимерғәлиев менән Гөлмирә Хужәхмәтоваға һәм 5-се мәктәптән Лилиә Сабирйәноваға етеүсе булманы; “Яңғыҙ башҡорт бейеүе (соло)” йүнәлешендә 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Илдар Ваһапов Гран-при алды һәм «Башҡорт бейеүе. Ансамблдәр» йүнәлешендә Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан ”Йәйғор”, ”Торатау“, “Надежда” мәктәпкәсә балалар ойошмаһы, “Сияние” ансамбле I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
– «Аҡ тирмә» конкурсы алдына ике төп маҡсат ҡуябыҙ: башҡорт балаларын милли сәнғәт аша асырға, сәхнәгә сығарып, үҙ-үҙҙәренә ышаныс тыуҙырырға. Уҡыусылар уңышҡа өлгәшһен өсөн беҙ уңайлыҡтар булдырабыҙ һәм был майҙансыҡ киләһе еңеүҙәргә лә башланғыс булып торорға тейеш, – тине 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтова. – Балалар ҙа үҙ өҫтөндә эшләй, айырыуса, Рәфис Ибәтуллинды өлгө итеп ҡуйғым килә, бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, уның йырлау сифаты күпкә үҫте. Башҡа милләт вәкилдәрендә лә үҙ мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, мәҫәлән, 15-се мәктәптән Анна Егорова былтыр яңғыҙы йырлап башлағайны, быйыл дуҫ ҡыҙы менән сәхнәгә сыҡты. Дүрт йыл эсендә нәфис һүҙ оҫталығы буйынса ла балаларҙың сығыштары күпкә яҡшырҙы – бәләкәй шиғырҙарҙан башлаһаҡ, хәҙер уҡыусылар тотош поэма, йә өҙөктәр әҙерләй. Был, әлбиттә, башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренең эш һөҙөмтәһе. Шулай уҡ беҙҙең хореографтар ҙа тырыш һәм әүҙем эшләй, бик күп дәртле бейеүҙәр ҡуйып алып килгәндәр.
Йыр һәм музыка ҡоралдарында уйнау өлкәһендә үҫешәһе бар әлегә. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм ком-позиторҙарыбыҙ яҙған көйҙәр музыка мәктәптәрендә өйрәнелмәй тиерлек. Ә беҙ ойошторған конкурста тап халыҡ йырҙарын башҡарыуға иғтибар бирелә. Тағы ла беҙҙең видео таҫмалар һәм театрлаштырылған тамаша конкурстары бар, әлегә унда ҡатнашыусылар күп түгел, был өлкәлә лә уҡытыусыларҙы әүҙемләштерербеҙ, сөнки балаларҙы ижади үҫтереү федераль дәүләт белем биреү стандартына индерелгән.
Гала-концерттың режиссеры Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рәил Лоҡманов булды, жюри ағзалары араһында ла профессиональ артистарҙың булыуы сараның баһаһын күпкә арттырҙы. Киләһе йылда бәләкәй генә юбилейыбыҙ буласаҡ, уға әҙерләнәсәкбеҙ.
Читайте нас