Яңыраҡ Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, новелла, пьесалар һәм әкиәттәр авторы, РФ һәм БР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Земфира Муллағәлиеваның ҡыҙының китап туйы үтте.
Ҡалабыҙҙа ижад итеүсе шағирҙар һәм яҙыусылар баласаҡ темаһына йыш әйләнеп ҡайта. Улар үҙҙәренең фекерҙәрен, тойғоларын оҫта асып һала, үҙенсәлекле итеп тасуирләй. Бала күңелен арбауы еңелдән булмаһа ла, һәр кем үҙ асҡысын таба. Земфира Мөхәррәм ҡыҙы ла ошо йүнәлештә әүҙем эшләй. Күптән түгел генә донъя күргән «Аҡ яулыҡлы тау» исемле китабы менән таныштырырға ул мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, уҡытыусыларҙы саҡырғайны. Шағирә менән аралашыр, уға һорауҙар бирер алдынан 5-се гимназиянан килгән уҡыусылар Земфира Муллағәлиеваның «Серле көршәк» әкиәт-пьесаһынан бер өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте, ә 15-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Мәзитова Дилара яңы китапҡа ингән «Бөкөрө әбей» хикәйәһен һөйләне. Сарала студенттар араһынан БДУ-ның башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультетының 2-се курсында белем алыусы Эльвина Шәрипова әүҙем булды.
Шағирә иһә уҡыусылар менән мөләйем аралашты һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
– Мин һеҙҙе, балалар, бик яратам, һеҙҙең менән ара-лашып, хатта үҙемде лә кескәй Земфира кеүек тойоп киттем. Бала саҡ – ул иң күңелле мәл, әкиәттәр уҡып, мөғжизәле донъяла йәшәйһең. Яңы китабымда сыҡҡан әҫәрҙәрҙе кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа яратып уҡый ала, – тине Земфира Мөхәррәм ҡыҙы китабы менән таныштырғанда.
Балалар уның әҫәрҙәре, бала сағы менән ҡыҙыҡһынды, бигерәк тә уҡыусыларға шағирәнең ижад итә башлаған мәлдәре тураһында һөйләүе оҡшаны. Осрашыу аҙағында Земфира Муллағәлиеваға ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды.