Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡаһым түрә ни әйтер ине?!.

...Яҙ һуңлап килеүгә ҡарамаҫтан, ер кешеһенең күңелендә баҡса-баҫыу эштәре ҡайнаған ваҡыт. Ҡара тупраҡ дымдан һарҡыу менән уға һабан төрәндәре инер, көрәк баҫылыр, ә ҡара ер өҫтөн йәшеллек ҡаплап алыр... Шулай ҙа һүҙем әлеге ерҙең байлыҡ булараҡ дөйөм төшөнсәһе хаҡында. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ районы Айыусы, Мырҙаш һәм Яңы Васильевка ауылдары халҡы инде етенсе йыл пай ерҙәре өсөн көрәшә, инде осона юлыҡтым тигәндә генә ҡаршылыҡтар сығып тора-сығып тора, ваҡиғала көтөлмәгәнлектәр ҙә етерлек. Бөгөнгө көндә көтөүлектәр, баҫыуҙар аукцион аша һатылған, хатта йылға буйҙары ла (ҡомлоҡтар ҙа) билдәләнеп алынған, ти халыҡ. Килеп тыуған хәл ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алыр – уныһы инде ысынлап та хәҙер халыҡтан тормай. Ә шулай ҙа...

Бөйөк яугир
вариҫтары
Мырҙаш менән Айыусы ауылдары Айыусы ауылы Советына ҡарай. Икеһе лә боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә, улар хаҡында әле ХVIII быуатта уҡ билдәле була. Халыҡ иҫәбенә килгәндә, Айыусыла, мәҫәлән, шул ваҡытта ла, әле лә 300-гә яҡын кеше йәшәй. Ситкә йөрөп эшләүселәр ҙә бар, шулай ҙа халыҡ башлыса малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, ер улар өсөн төп табыш булып ҡала.
Ауылдар матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, йылға, урман, тигеҙ яландар уратып алған. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына алыҫ түгел. Ғөмүмән, бөтә яҡлап та ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ һәм уңайлы төбәк. Ғорурлыҡ тигәндән, ҡасандыр бөтә илдә даны таралған Ҡаһым түрә нәҡ ошо хозур тәбиғәттә, ошо боронғо ерлектә тыуған.
Тарихтан белеүебеҙсә, Ҡаһым Мырҙашев рус армияһы составында Наполеонды тар-мар итеүҙә, 1813-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкы командиры. Утыҙ ғына йәшлек хәрби етәксе хаҡында шул заманда уҡ легендалар йөрөй.
Үкенескә ҡаршы, легендар командирҙы, мәғлүмәттәргә таянғанда, походтан ҡайтҡанда ағыулап үлтерәләр. Әммә уның даны бөгөнгө көнгәсә килеп еткән. Ә бит был төйәктә Ҡаһым Түрә кимәленә етмәһәләр ҙә тағы әллә нисәмә батыр тыуып үҫкән, кәрәк саҡта илен һаҡлап яу сапҡан. Ере тип баш һалған...
Шуныһы үкенесле: нәҡ ер тип башын һалған командир-батырҙарҙың вариҫтары бөгөнгө көндә үҙҙәре ерһеҙ ҡалыу өҫтөндә. Логикаға һыймаҫлыҡ һымаҡ, ләкин закондан аша уҙып булмай шул...
Колхоз менән хоҡуҡ та юҡҡа сыға
Тарих үҫеше дәүерендә был ерҙәр менән айыусылар-мырҙаштар төрлө хоҡуҡта ҡуллана. Шәхси милек, ә совет осоронда, билдәле, баҫыу-ҡырҙарҙы колхоздарға берләшеп эшкәртәләр. Әммә был система ла селпәрәмә килә: колхоздарҙы бер заман тарҡата башлайҙар. Нәҡ ана шул мәлдә башлана ла инде пай бәләһе.
Башҡа яҡтарҙа колхоздарҙы тарҡатып ерҙе генә түгел, мөлкәтен дә пайға сығарып, бүлешеп алдылар. Кемдер йәнә инде шәхси нигеҙҙә берләшеп, хужалыҡты күтәрҙе һәм бөгөнгө көндә ҙур хужалыҡ булып эшләйҙәр. Кемдер техниканы һатып бөтөп, ерҙе эшкәртеүселәргә ҡуртымға бирә. Ә бына 1989 йылда “Ашҡаҙар” колхо-зының ере лә, техникаһы ла икенсе бер ҙур хужалыҡҡа тапшырыла: “Башҡор-
тостан Республи-каһының Стәрлетамаҡ районы Стәрлетамаҡ тәжрибә-эшкәртеү хужалығы НПО “Баш-кирское” исеменә Стәрлетамаҡ районы халыҡ депутаттары Советы тарафынан 2925 гектар даими файҙаланыла торған ер ауыл хужалығы производствоһында файҙаланыу өсөн ғүмерлеккә бирелде” тигән юлдар бар был эштең төп документы булып торған дәүләт актында (РБ – 44-00052). Хәйер, төп документ тип ни, ул күсермә генә.
– Был акттың төп нөсхәһе ҡайҙа икәнлеген асыҡлап булмай, районда ла күсермә генә, оригинал бөтөнләй бармы икән? – тип аптырай, мәҫәлән, инде нисә йыл халыҡҡа тейешле пай ерҙәрен юллау менән шөғөлләнгән Айыусы ауылы фермеры Илнур Аҙнаев.
Нисек кенә булмаһын, акт буйынса ер тапшырылған һәм ерҙең яңы хужаһы уның менән файҙалана башлаған... тик йәнә оҙаҡҡа түгел. Хужалыҡ банкротҡа ҡала һәм милек дәүләткә бурыстар иҫәбенә китә. Әммә иң мөһиме: ерҙәрен, шул иҫәптән пайға тейешлеләрен дә хужалыҡ дәүләт иҫәбенә хосусилаштырып өлгөргән була. Шулай итеп, урындағы халыҡ был хәлдең ҡорбаны булып ҡала. Хәҙер иһә ер бөтөнләй аукцион аша һатылған. Өс ауылдан йәмғеһе 185 кеше пайһыҙ ҡалған, хәйер, ер бит бөтөнләй был категория буйынса бүленмәгән. Әммә был хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе лә мөмкин.
– Мәҫәлән, әлеге актты законһыҙ йәки нигеҙһеҙ тип тапҡан осраҡта бындай проблеманың бөтөнләй булмауы ихтимал, – ти Айыусы ауыл Советы хакимиәте башлығы Илмир Сарбулатов. Тик ғәмәлдән сығарыу ғына еңел бирелмәй. Әлбиттә, бөтөнләй ерһеҙ тип тә булмай халыҡты, ауыл биләмәһенә ҡараған ерҙәр, көтөүлектәр бар. Тик улар ғына халыҡҡа мал аҫрар өсөн етмәй – һыйыр ҡышын да көтөүҙә йөрөмәй бит. Ғөмүмән, бесәнлектәр уйға һала.
2011 йылда ерҙе халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында 185 ке-шегә пай итеп бүлеп бирәләр. Майҙанды үҙ аҡсаһына билдәләтеп, ауыл халҡы ерҙе теркәр өсөн тейешле органдарға мөрәжәғәт итә. Шул саҡта тәжри-бә хужалығының ерҙе хосусилаштырғаны асыҡлана ла инде. Документтарҙы кире бороп ҡайтаралар. Халыҡ ахыр сиктә был милек буйынса Стәрлетамаҡ район судына мөрәжәғәт итә һәм судта еңеп сыға. Тимәк, инде пай юлларға була. Тик йәнә кәртә ҡуйыла халыҡ алдында – был юлы Дәүләт милке менән идара итеү органының БР буйынса территориаль идаралығы был ҡарарҙы юҡҡа сығарыу өсөн Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ район суды ҡарары юҡҡа сығарыла.
2015 йылда халыҡ территориаль идаралыҡтың үҙенә мөрәжәғәт итергә була. Бер юлы төрлө кимәлдәге етәкселәргә лә хат яҙыла, хатта РФ Президентына ла. Район хакимиәте лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тик, үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем халыҡ түңәрәктең осона сыға алмаған.
– Ил етәксеһенән ошо көндәрҙә яуап килде, ләкин тәҡдим итеү маҡсатында ғына, – ти Илнур Аҙнаев
Ер өсөн көрәшеп йөрөгән мәлдә...
Инде етенсе йыл пай ерҙәре тип юл сапҡанда ерҙәр һатыла тигән яңылыҡ ки-
леп төшә халыҡҡа. Әлеге мәлдә аукцион үткән, ерҙең яңы хужалары ла бар. “Дөрөҫөрәге, ер 49 йылға ҡуртымға бирелгән”, – ти Илнур Аҙнаев. Ләкин артабан нисек ике ара мөнәсәбәт ялғаныр, ҡалғаны ошонан тора, әлбиттә. Хәҙер ерҙең яңы хужалары Илдар Буранғолов менән Иршат Иралиндың артабан ауыл халҡы менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен теләргә генә ҡалалыр. Бит, мәҫәлән, ауылдаштары Зәлиә Иралина белдереүенсә, егеттәр ауылға көсөнән килгәнсә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, Илдар Буранғолов үҙе менән бер рәттән тиҫтәләгән ауылдашын да эш менән тәьмин иткән, ер эшенә мөкиббән киткән, шул ерҙе ҡурсаларға әҙер, тимәк. Уның урындағы мәктәптең иҙәндәрен алыштырыуҙа йөҙ мең һумлап ярҙам итеүе лә иғтибарға лайыҡ. Бит үҙ кеҫәһен ҡайғыртып ҡына йәшәгән кеше тыуған еренең йәшәйешенә битараф булыр ине. Шуға Илдар Буранғолов һымаҡ егеттәрҙе уйлағанда, иң мөһиме: ер ситтәр ҡулына китмәгән, әлегә шуныһына ғына ҡыуанырға ҡала. Һәр хәлдә Иршат та яҡташынан өлгө алыр, тип өмөтләнә халыҡ. Тик шуныһы: закон буйынса был ерҙәрҙе өс йылдан һуң шәхси милек итеп теркәп була. Ул саҡта ерҙең хужаһы алышынмаҫ тип кем гарантиялай ала һуң – ошондай хәл килеп тыуыуҙан ҡурҡа халыҡ. Мырҙаш ауылынан Фәриҙә апай Буранғолова әйтмешләй, кинәнеп бесән сабырлыҡ ерҙәр ҙә булмаһа, ни ҡылырға?!.
Ерҙең пайсылар ҡулына эләкмәүендә, әлбиттә, әллә кемдәрҙе тәнҡитләп ултырыуы дөрөҫ тә түгелдер. Һәр хәлдә яңы хужалар закон нигеҙендә эшләгән, иҡтисад ҡанундары буйынса хужа булған. Бында ҡасандыр акт төҙөп, киләсәкте уйламайынса, ерҙе башҡалар ҡулына тапшырып ҡуйған етәкселәрҙең ҡылығына аптырай халыҡ. Хәйер, ҡарап тормағас ни... Һәр хәлдә, Хоҙай барыһына шаһит. Иң мөһиме: халыҡ, ниндәй генә документ булмаһын, ғәмәлдә ерһеҙ, бесәнлекһеҙ, баҫыуһыҙ, көтөүлекһеҙ ҡалмаһын ине.
Йомғаҡлау урынына
Әлбиттә, ауыл халҡы менән был осрашыу мәсьәләнең бөтә нескәлектәрен дә асып һалмай, һәр хәлдә бөтә фекерҙе бер мәҡәләгә туплап бөтөп булмай һәм һөҙөмтәләр тураһында ла фекер йөрөтөргә иртәрәк. Икенсенән, һәр яҡтың фекерен ишетеү зарур. Нисек кенә булмаһын, был ваҡиғаға нөктә ҡуйылыр һәм ул халыҡ файҙаһына булыр тип ышанғы килә. “Ашҡаҙар” гәзите ваҡиғалар ағышын күҙәтеп барасаҡ.
Читайте нас