Ниһайәт, сәхнә шаршауы асылды. Түрҙә «Партизан ҡыҙ» тигән яҙыу ҡуйылған. Тимәк, спектакль шул турала. Фашист офицеры партизан ҡыҙҙан допрос ала. Ҡыҙ ялан аяҡ, күлдәге йыртылып бөткән. Фашист ҡыҙҙан партизандарҙың ҡайҙа урынлашыуын таптыра. Нисек кенә язаламаһындар, ҡыҙ бер ни ҙә әйтмәй. Фашистар баҫып алған ауылда немец офицерҙары йәшәгән бер нисә өй төндә янып киткән икән. Партизан ҡыҙҙың муйынына элмәк һалалар, ләкин ул «белмәйем»дән башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бисараны ҡыш көнө ялан аяҡ эшафотҡа алып китәләр...
Спектакль тамамланғас, артистар тамаша залы аша клуб алдындағы йортҡа йүнәлә башланы. Тәүҙә залға партизан ҡыҙ сыҡты. Уны әсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ илап ҡаршыланы, хатта күтәреп алдылар. Был - театр актрисаһы Зәкиә Әхмәрова ине. Уның артынса фашист офицеры күренеүе булды, тегене кеҫәбеҙҙә ҡалған бәрәңге киҫәктәре менән бәргеләй башланыҡ. Хатта башынан каскаһы төшөп китте һәм... каска аҫтынан толом-толом сәстәр килеп сыҡмаһынмы! Бәреш туҡтатылды, тамашасылар «ах!» итте... Алдыбыҙҙа - актриса Ғәзизә Насирова баҫып тора ине...
Ул ҡәһәрле һуғыш барған мәлдәрҙә әлеге Салауат дәүләт драма театрының баш-ланғысы – Ауырғазы кол-хоз-совхоз театры була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, театрҙың ир-егеттәре, театрға бүләккә бирелгән «полуторка» авто-машинаһына ултырып, илде һаҡларға китә, ә театрҙа ни бары 7 ҡыҙ тороп ҡала. Әлеге спектаклдә ошо театрҙың ике ҡыҙы – Зәкиә Әхмәрова менән Ғәзизә Насирова уйнаны.
Минең был ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөүемдең сә-бәбе тағы ла шунда: был ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләп (улар хәҙер юҡ инде), юбилярыбыҙ Баш-ҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Зиязиҙың данлыҡлы династияның дауамы булыуын әйткем килде.
Ул минең пьесалар буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы. Бигерәк тә «Йәшлегем тирәктәре» спектаклендә Фәриха образын оҫта кәүҙәләндерҙе. Пьесала Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы драматик хәлдәр тасуирлана. Фәриха – колхозда бригадир ҙа, ғаиләлә әсә лә, кемгәлер ҡара ҡағыҙ килһә – ҡайғылаш һәм терәк тә. Һуғышҡа бармай ҡалған колхоз рәйесе Басариев Фәриханың килене Гөлләриәне үҙенә ҡатынлыҡҡа алырға маташып йөрөй, төрлө хәйләләр ҡора. Бәхетһеҙлеккә күрә, Фәриха яҙғы сәсеү ваҡытында йылға аша сығарғанда сәскес һыу төбөнә китә. Басариевҡа шул етә ҡала: “Йә Гөлләриәне миңә ҡатынлыҡҡа бирәһең, йә - ун ике йыл төрмә!» – тигән шарт ҡуя. Күп тә үтмәй, Фәриха иренең һуғышта һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» ала. Гөлләриәгә лә шундай уҡ ҡағыҙ килә... Был ҡатмарлы образды Гөлшат Зиязи ҙур оҫталыҡ менән башҡарып сығып, үҙен ысын халыҡ артисы итеп күрһәтте. Ә ул башҡарған йырҙы (уға композитор Рәмил Ғимрани көй яҙҙы) республикабыҙҙың талантлы йырсыһы Ғәзим Ильясов, үҙенең репертуарына алып, ҙур оҫталыҡ менән башҡарып йөрөй. Бына ул йыр:
Ҡуш тирәккә ҡуш яулыҡтар бәйләнем мин
Ҡуш шатлыҡтар булып елберләһен өсөн.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Ҡуш тирәккә башым эйҙем иртә-кисен.
Ҡуш тирәккә ҡара ҡайғы һалманым мин
Һәм түкмәнем күҙ йәштәре булһа ҡыйын.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Һөйөү йыры йырланым мин иртә-кисен.
Ҡуш тирәктә ҡуш яулыҡтар уңды инде,
Тик уңманы һөйөү хисе йөрәктәрҙә.
Һаман ҡайтмай әйләнеп тип,
Һаман ҡайтмай әйләнеп тип,
Елдәр булып һағыш йөрөй тирәктәрҙә...