Конкурста ҡатнашҡан һәр уҡыусы үҙенең ғаиләһен, яҡындарын һүрәтләгән. Ижади эштәрҙә һәр кемдең тормошонда иң мөһиме ғаилә булыуы сағыла. Ғаилә ул – беҙ яратҡан, беҙ өлгө алған, беҙ хәстәрләгән, беҙ изгелек һәм бәхет теләгән иң яҡындарыбыҙ һәм бер туғандарыбыҙ. Фәҡәт ғаиләлә беҙ яратырға, яуаплы булырға, туғандарҙы ҡайғыртырға һәм ихтирам итергә өйрәнәбеҙ.
Байрам китапхана мөдире Алмира Мөхәмәҙийәрова ойош-торған уйын конкурсынан башланып китте.
Һүрәттәр конкурсында биҫтәнең 4 мәктәбенән башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Башланғыс кластарҙан Гран-при Дарья Дьяконоваға эләкте, 1-се урынға 2-се класс уҡыусыһы Елизавета Федянова сыҡһа, Виктория Иванова 2-се урынға, Камила Шәрипова 3-сө урынға лайыҡ булды, улар барыһы ла – 20-се мәктәп уҡыусылары. Шулай уҡ 3-сө урын 21-се мәктәп уҡыусылары Азалия Ҡолоева менән Аня Ададуроваға бирелде. Ә өлкән класс уҡыусылары араһында Гран-при 5-се мәктәп уҡыусыһы Екатерина Ҡотоеваға бирелһә, 1-се урынды 18-се мәктәптән Екатерина Сухарева һәм 5-се мәктәптән Дарья Банникова яуланы, 2-се урынға 18-се мәктәптән Алена Скоромнюк лайыҡ булды. Өсөнсө урынға иһә 5-се мәктәптән Евгения Енина һәм 21-се мәктәптән Диана Анникова сыҡты.
Һүрәттәр конкурсы ғаиләлә бергә йәшәгән туғандар булыуын ғына түгел, ә тойғолары, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм тормошҡа ҡараштары уртаҡ булған берҙәм ғаилә ағзалары булыуын күрһәтте. Тормошта ғаиләнән ҡиммәт байлыҡ юҡ.
Еңеүселәрҙең барыһы ла “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән приздар менән бүләкләнде.