“Етегән” байрамы – республика кимәлендә
– Бөгөн Стәрлетамаҡ башҡорттары ниндәй идеялар менән янып йөрөй, ниндәй эштәр эсендә ҡайнай. Халҡыбыҙ үҫешһен, донъяла үҙ йөҙө булһын өсөн ниндәй бурыстар атҡарыла?
– Былтыр бергәләшеп шау-гөр килеп башҡарған эштәр эргәһенә яңынан-яңы тәҡдимдәр өҫтәй ҡоролтай ағзалары.
Мәҫәлән, быйыл Стәрлетамаҡта йәйгеһен беренсе тапҡыр башҡорт балалары өсөн “Йәйләү” лагеры уңышлы ғына эшләне.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары, башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә 6-11-се класс уҡыусылары өсөн “Ҡарға бутҡаһы” байрамын ойошторҙоҡ. Уның төп маҡсаты – башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Күберәк балаларҙы йәлеп итер өсөн төрлө класс уҡыусыларына тәғәйенләп өс көн рәттән күрһәтте артистар байрамды. Бер бала ла тик ултырманы, барыһы ла ихлас башҡорт һүҙҙәрен бергәләшеп ҡабатланы, башҡортса таҡмаҡтар әйтеп бейенеләр, уйындарҙа ҡатнаштылар.
Быйыл май айында стәрлетамаҡтар беренсе тапҡыр Юрматы йыйынында ҡатнашты. Ошо йыйын айҡанлы беҙҙең ҡоролтайға ҡала хакимиәте махсус тирмә бүләк итте.
Иғтибар итәйек: юрматылар йыйындарын ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан алып үткәрә, ә беҙҙең ҡала тәү тапҡыр ҡатнашты. Шөкөр, беҙ хәҙер был йыйында гелән ҡатнашырбыҙ, тип уйлайым. Стәрлетамаҡ башҡорттарына шул тиклем рәхмәтлебеҙ, барыһы ла ҡулынан килгәнде еренә еткереп эшләне, бер ырыу вәкилдәре икәнлеген тойоу һәм ғорурланыу сағыла ине ул эштәрҙә.
Әҙәби кафелар, Башҡортостан тарихы, Республика көнөнә арналған саралар, конференциялар, ҡалабыҙ яҙыусыларының юбилейҙарын тантаналы итеп үткәреүҙәр – былар барыһы ла ҡала шарттарында башҡорт мөхитен көсәйтә, әлбиттә. Был йүнәлештә артабан да дәртләнеп, янып, күңел һалып эшләргә яҙһын.
– Был тиклем эштәрҙе өфөләр ҙә (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы) хупламай ҡалмайҙыр...
– 2016 йылдан башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында урындағы ҡоролтай ойоштороп килгән «Етегән» байрамы Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы тарафынан юғары баһаланды һәм ассамблеяның башҡарма органы – Дуҫлыҡ йорто 2018 йылға проектты үҙенең планына индерҙе. Ҡалабыҙ өсөн яҡшы ҡаҙаныш был. Тимәк, «Етегән» байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, Стәрлетамаҡтың брендына әүерелә. Бөтә республика башҡорттары араһында ла тарала.
– Мәғлүм булыуынса, Стәр-летамаҡта Дуҫлыҡ йорто асылырға тора. Дуҫлыҡ тигәс, әлбиттә, халыҡтар дуҫлығы күҙ алдына килә.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов тырышлығы менән барлыҡҡа киләсәк ул йорт. Унда урындағы ҡоролтай өсөн дә бүлмә-офис тәғәйенләнгән, шулай уҡ төйәктәш булған башҡа милләт вәкилдәренең дә үҙ бүлмәһе буласаҡ. Үҙ көсөбөҙ менән был бүлмәлә ремонт атҡарып сыҡтыҡ, тип әйтергә лә ярайҙыр, эштәр тамамланып килә. Был офис – ысын мәғәнәһендә ҡала башҡорттары ҡоролтайының штаб-фатиры буласаҡ. Төрлө йыйылыштар, саралар үткәрергә, сит ерҙән килгән делегацияларҙы ҡаршыларға мөмкинлектәр асыла. Бынан тыш, киләһе фактты күҙ уңында тоторға кәрәк – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Ҡоролтайҙы алты төбәк-ара ойошмаға бүлеү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Беҙҙең көньяҡ төбәк башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын Гөлнур Дәүләтйәрова етәкләй. Был ойошма ла үҙенең сараларын шул уҡ штаб-фатирҙа үткәрәсәк. Шулай уҡ беҙҙең әүҙем ағинәйҙәребеҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ла бында хужа буласаҡ. Был бик мөһим, сөнки урын-шарттар булмай тороп, ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешеү ауырға тура килә.
Йәштәрҙән – тәҡдим, аҡһаҡалдарҙан – ҡор
– Ҡоролтай башҡорттарҙы рухи яҡтан берләштереү ролен генә үтәп ҡаламы, әллә башҡорт йәштәренә, мәҫәлән, ниндәйҙер башҡа төр ярҙам да күрһәтәһегеҙме? Эшкә урынлаштырыу, ҡалала социаль яраҡлашыу проблемаларын ҡа-райһығыҙмы? Ағинәйҙәр, ил аҡһаҡалдарының хәлдәре менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
– Һис шикһеҙ, йәштәргә лә, ололарға ла иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Йәштәрҙең эш урындарын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән дә, яңы хеҙмәт урындары буйынса белешмә артынан да күпләп шылтыраталар. Тик йәштәребеҙ үҙ-үҙен тапһын өсөн уларҙың зауығын да оноторға ярамай. Ошо йәһәттән егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың Баймаҡ районының Граф күле янында үткән йыйынға барып ҡайтыуы иғтибарға лайыҡ.
Быйыл ҡалабыҙ телевидениеһы – “СТВ” каналында башҡорт телендәге «Йәнтөйәк» тапшырыуын тергеҙеү мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Тапшырыу ябылғас, хаттар яҙып төрлө ергә мөрәжәғәт иттек. Ғөмүмән, төрлө йүнәлештә эшләргә тура килә. “Йәнтөйәк” – ул ҡалала милли мөхитте сағылдырған, милли телдә сыҡҡан берҙән-бер тапшырыу бит. Әйткәндәй, “UTV” каналы ижади һәләтле йәштәрҙән тәҡдимдәр көтә, әгәр гәзит уҡыусылар араһында үҙенсәлекле проект (шулай уҡ милли телдәге тапшырыу) менән янған егет йәки ҡыҙ бар икән, ул әлеге канал офисына йәки беҙгә мөрәжәғәт итә ала.
Оло быуынға килгәндә, күберәк рухи донъябыҙҙы ҡайғыртыу хаҡында һөйләшергә тура килә. Үҙебеҙҙең ағинәйҙәргә Өфөлә үткән Милли кейем парадында ҡатнашырға ярҙам иттек, бындай мәртәбәле саранан күңелдәре булып, дәртләнеп ҡайттылар. Шуныһы ғына ҡыҙғаныс: беҙҙең ҡалала гөрләп ағинәйҙәр ҡоро эшләп килә, төрлө сараларҙа ҡатнашалар, тик әле һаман аҡһаҡалдар ҡоро юҡ. Уны ойоштороу бурысы тора.
“…ун бөртөк башҡорт ҡалһа ла мин башҡортса ғына яҙыр инем”
– Ҡоролтай рәйесенең тел мәсьәләһе буйынса фекерен дә ишетке килә. Бит был проблема һуңғы ваҡытта башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренең дә теленән төшмәй. Ҡайһы берҙә һеҙҙең “баҡсаға таш ырғытҡандар ҙа” ишетелеп ҡала...
– Ысынлап та, тел проблемаһына ҡағылышлы береһенән-береһе ҡат-марлы мәсьәләләр килеп сығып тора. Интернетта үҙемдең был темаға яҙылған мәҡәләләремде төрлө социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра барҙым. Ошо яҙмалар менән танышҡандар фекеремде беләлер ҙә инде, гәзит уҡыусыһы менән дә бүлешкем килә.
30 майҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тап тел мәсьәләһе буйынса киңәйтелгән ултырышы үтте. Стәрлетамаҡ ҡо-ролтайы ағзалары һәм Стәрлетамаҡ мәктәптәре уҡытыусылары ла ҡатнашты был сарала. Резолюция ҡабул итеүҙә әүҙем булырға тырыштыҡ.
Һәр кемгә көн кеүек асыҡ – башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙың мәктәптәрендә генә түгел, юғары уҡыу йорттарында ла мотлаҡ уҡытылырға тейеш. Был күптән фәнни нигеҙҙә иҫбат ителгән. Мәҫәлән, был һорауға яуаптарҙы абруйлы ғалим Илдус Илешевтың хеҙмәтендә табырға була. Әйткәндәй, ул хеҙмәт интернетта теләгән һәр кемгә асыҡ. Шәхсән үҙем дә ете йыл БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында этнология фәнен уҡыттым. Тап шул этнология сиктәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең нескәлектәре өйрәнелә, шул иҫәптән дәүләт телдәре проблемаларын да байҡап сыға торғайныҡ. Был тәжрибә нигеҙендә лә телебеҙ өйрәнелергә тейеш тип әйтәм. Әммә мәсьәләне бер яҡлы ғына ҡарарға ярамай, шәхсән һәммәбеҙҙең атҡарған эше лә тел яҙмышына бәйле. Был йәһәттән Гүзәл апай Ситдиҡованың әйткән һүҙҙәре менән килешәм. “Бөгөн телебеҙҙе заман коммуникацияларында, интернетта ҡулланыу бик әһәмиәтле. Интернет башҡортса “һөйләшә” икән, туған телебеҙ бар донъяға таныла, аралашыу сараһына әйләнә”, – тигәйне ул.
Моғайын, күптәр иҫләйҙер, Мостай Кәримдән журналистар: “Ни өсөн һеҙ әҫәрҙәрегеҙҙе русса яҙмайһығыҙ? Донъяуи кимәлдә танылыу күпкә тиҙерәк килер ине бит?”- тип һорағас, яҙыусы бик етди һәм фәһемле яуап ҡайтарған: “Ер йөҙөндә ун бөртөк башҡорт ҡалһа ла мин башҡортса ғына яҙыр инем, сөнки башҡорт теле – минең донъяға булған ҡарашым, минең булмышым”, – тигән. Мәҫәлән, мин үҙем Өфөлә үҫтем. Совет йылдарында ҡала балалары өсөн булған берҙән-бер 20-се башҡорт мәктәбендә уҡыным. Ата-әсәйемә рәхмәтлемен: туған телемдә белем алғаныма, балаларымды ла саф башҡортса һөйләшергә өйрәткәнемә сикһеҙ шатмын. Әлеге ваҡытта ҡыҙым Ҡазан федераль университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факуль-тетында белем ала, инглиз телен, япон телен дә тәрән өйрәнә, беҙгә башҡортса хаттар яҙа. Ысынлап та, башҡорт телен, рус телен белгән балаларға башҡа телдәрҙе лә өйрәнеү күпкә еңелерәк бирелә. Күп телдәрҙе белеү – заман талабы. Бына ҡайҙа килеп төртөлә мәсьәлә. Ошо хаҡта ла оноторға ярамайҙыр. Күп телдәр белгән – күп илдәр гиҙгән бит. Шуға тәү сиратта үҙ телебеҙҙе белеп, халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм милли хазинаһын өйрәнеп, башҡа телдәрҙе лә һыу кеүек эсеп йәшәргә кәрәк.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте. Аҫаба халыҡтарҙың теленә ярҙам итеү, хуплау һәм әүҙемләштереү башланғысын бөтә ойошмаға ингән дәүләттәр, шул иҫәптән Рәсәй ҙә хупланы. Тимәк, киләсәктә телебеҙ яңы үрҙәр яулар тигән өмөттә ҡалайыҡ һәм һәммәбеҙ уның үҫешенә бәләкәй генә булһа ла нигеҙ ташы һалайыҡ.