Быйыл 10-сы тапҡыр ойошторолған был ҙур сара Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Башҡортостандың 17 районынан һәм 7 ҡалаһынан ғилми-тикшеренеү өлкәһендә үҙенең тәүге аҙымдарын яһаған йәш белгестәрҙе бер ҙур ҡорға йыйҙы. Сараға махсус саҡырылған абруйлы ҡунаҡтар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты Әхәт Илмөхәмәтов, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мөхәррире Салауат Кә-римов, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусылары – ғилми-ғәмәли конфе-ренцияның йәш быуынды тәрбиәләүҙәге һәм төплө белем биреүҙәге ролен юғары баһаланы. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Жәлил Кейекбаевтың ошо гимназиялағы музейында тупланған мираҫы ла ҡунаҡтарға һәм конференцияла ҡатнашыусыларға бай мәғлүмәт бирҙе. Гимназияның залында ойошторолған күргәҙмә был уҡыу йортонда уҡыусыларға күп яҡлы белем биреү, һәр баланың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр булыуы тураһында һөйләй. Гимназия янында уңышлы эшләп килгән балалар баҡсаһы ла ҡунаҡтарҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ғилми-ғәмәли конференцияның пленар һәм секция ултырыштарында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫын төрлө яҡлап тикшергән, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараған, юбиляр яҙыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрен яңы күҙлектән анализлаған, урыҫ, инглиз телдәренең үҙенсәлектәрен өйрәнгән 122 тикшеренеү эше тыңланды. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән студенттар ҙа был конференцияла айырым секция булдырҙы, унда Башҡорт дәүләт университетының, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының, Стәрлетамаҡ химия-технология һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледждарҙың студенттары сығыш яһаны. Ҡыҙыҡлы фекере, үҙенең яңылығы булған иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эштәре Мәғарифты үҫтереү институтының диплом-дары менән бүләкләнде.
Конференцияның поло-жениеһына ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында методик күрһәтмәләр конкурсы үткәрелде. Иң яҡшы эштәр менән уҡытыусылар конференция барышында ойош-торолған “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаны, үҙҙәренең коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты. Был һөнәри бәйгелә еңеүсе тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Светлана Иван ҡыҙы Тимерғәлиева танылды, ә Благовещенск ҡалаһының Михаил Александрович Киняшов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева әҙерләгән оҫталыҡ дәресенең эшкәртмәһе “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына тәҡдим ителде.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимна-зия директоры Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова етәкселегендә әҙерләнгән “10-сы Кейекбаев уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә үтте, конференция һөҙөмтәләре айырым йыйынтыҡ булып донъя күрҙе, был саранан һәммәһе яңы көс, эшкә дәрт алып, рухланып таралышты.
филология фәндәре кандидаты.