Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Алыҫ Ҡытайға ара яҡыная

Студент йылдары – тормоштоң иң күркәм һәм йәмле мәле генә түгел, шулай уҡ мөмкинлектәре менән дә бай. Ҡулынан килгәндәр, мәҫәлән, уҡып та йөрөй, эшләй ҙә. Шулай уҡ тик һабаҡ алыуына ғына бирелеп, ҙур ҡаҙаныштарға юлыҡҡандар бихисап. Ғөмүмән, елкәң булһа, һәр мөмкинлекте үҙ файҙаңа ауҙарырға була. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультетының 4-се курсында белем алыусы Алһыу МОЗАФАРОВА – нәҡ шундай уңған һәм өлгөр студенттарҙың береһе.

Уҡыуында ла уңыштарға өлгәшә ул, йәштәр араһында йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнай, бөгөнгө көндә ҡаланың 1-се лицейында практика үтеп йөрөй, ә күптән түгел ул алыҫ Ҡытайға барып, көнсығыш иленең телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеп, тәжрибә туплап ҡайтҡан.
– Өсөнсө курсты тик унда уҡыным, буласаҡ тарихсыға төрлө илдәрҙең үткәне генә түгел, бөгөнгө йәшәйеше лә мөһим, бигерәк тә үҙ күҙҙәрең менән күреүе яҡшы, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Алһыу. Ысынлап та, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тип, юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Ғөмүмән, филиал үҙенең иң булдыҡлы студенттары араһынан 11 егет һәм ҡыҙҙы оҙата былтыр был сәйәхәткә. Төрлө факультет вәкилдәре шулай, бер туғандай, ҡытай тормошон өйрәнеп ҡайта.
– Тел бер йылға тәжрибә туплаған кешегә түгел, оҙаҡ йылдар был илдә йәшәгәндәргә лә, минеңсә, ауыр бирелә, – тип дауам итә һүҙен студент. – Шулай ҙа һөйләшергә, аралашырға өйрәнеп ҡайттыҡ. Икмәк-тоҙлоҡ һупалайым, – шаяртыуға ла урын таба әңгәмәсе ҡыҙ. Ҡытайҙарҙы бик етди халыҡ, шаярып-шаяртып бармай тиҙәр, тимәк, был йә уйҙырма, йә Алһыу “боҙолоп” ҡайтмаған.
– Унда шул тиклем ихлас һәм ябай халыҡ йәшәй, ниндәйҙер ауырлыҡҡа тарыныңмы, шунда уҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Быға уларҙың тарихын, менталитетын өйрәнгәндә лә инандым, – тигән һығымталарға килә ҡыҙ эшлекле сәфәренән. Шулай ҙа Тыуған илен һағыныуын, тормош ҡайҙа ла матур булыуға ҡарамаҫтан, үҙ ере ҡәҙерле булыуын да йәшермәй студент. Шулай, алыҫ Ҡытайҙан тыуған Башҡортостан яҡыныраҡ.
Алһыу белем алған уҡыу йортона Рәсәйҙән генә түгел, АҠШ, Франция, Индонезия, Корея һәм башҡа илдәрҙән дә йәштәр эркелеп һабаҡ алырға барған. Был йәһәттән дә бәхетен йәшермәй әңгәмәсе – күпме милләт вәкилдәре менән аралашҡан бит ул, уларҙың телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өй-рәнгән. Алһыуҙың Халыҡ-ара сту-денттар көнөн билдәләгәндә был тәңгәлдән әйтелгән һүҙҙәре бигерәк тә ҡиммәт, минеңсә:
– Күп илдәрҙән, хатта башҡа ҡитғаларҙан килһәк тә, бер милләттәй татыу һәм дуҫ булып йәшәнек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торҙоҡ, ниндәйҙер сәйәсәт ҡороу, милли-ара конфликт һымаҡ күренештәр бөтөнләй ят ине беҙҙең өсөн, беҙ бит белем артынан барҙыҡ, бер-беребеҙҙе өйрәнергә һәм танырға тип барҙыҡ. Әйтергә кәрәк, күптәргә ҡарата мөнәсәбәтем яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, беҙҙе лә яратып торҙолар, тимәк, бер-береңде ихтирам итеп йәшәгәндә, донъяла мотлаҡ тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк, – бындай һүҙҙәрҙән һуң Алһыу Мозафарованан ысын тарихсы, ысын уҡытыусы сығырына шик юҡ. Йәштәрҙең һүҙҙәренә ҡайһы ваҡыт ололар ҙа ҡолаҡ һалһын ине...
Читайте нас