Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Һалымдарҙы ваҡытында түләгеҙ

1 декабргә тиклем милек һалымдарын түләп ҡуйырға кәрәк

Алға киткән йәмғиәттә бер кемде лә «Ни өсөн һалым түләйбеҙ?» тигән һорау борсомай. Былай ҙа аңлашыла. Һалым иҫәбенә йыйылған аҡса һәр ҡайһыбыҙҙың имен, уңайлы тормошо өсөн йүнәлтелә. Ауыл һәм ҡалаларҙа яҡшы юлдар төҙөлһөн, урамдар яҡтыртылһын, кешеләр сифатлы медицина һәм мәғариф хеҙмәттәре менән файҙаланһын, башҡа социаль мөмкинлектәргә эйә булһын тигән маҡсатта башҡарыла барыһы ла.
Һәр кемдең яуаплылығы
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала милек һалымы буйынса 2,2 млрд һум бурыс тупланған, шуның 1,6 млрд һумы транспорт һалымы өлөшөнә тура килә. Был аҡсаға 200 километр самаһы юл йәки 20 балалар баҡсаһы төҙөргә мөмкин булыр ине.
— Бюджетҡа инеп етмәгән йыйымдар беҙҙең барыбыҙҙы ла ярлыландыра, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Был власть органдарына түгел, ә тәү сиратта ябай кешеләргә ҡағыла, сөнки улар социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыуҙан, яңы социаль объекттарға эйә булыуҙан мәхрүм ҡала. Шуға күрә һәр кем һалымын ваҡытында түләргә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: милек һалымына транспорт, ер һәм күсмәй торған мөлкәт һалымы ҡарай. Эш хаҡы иҫәбенән тотолған физик шәхестәргә тәғәйен килем һалымынан айырмалы рәүештә милек һалымын һәр кем үҙаллы түләй. 2016 йыл өсөн бурысыбыҙҙы 2017 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса үтәп ҡуйырға тейешбеҙ.
Белдереү ҡағыҙын
ҡайҙан алырға
Быйылғы һалым кампанияһы мәлендә республиканың 700 меңдән ашыу кешеһе белдереү ҡағыҙҙарын тик электрон вариантта аласаҡ. Улар — һалым түләүсенең Шәхси кабинетында теркәлеп, документтарҙы ҡағыҙ вариантта алыуҙан баш тартыуы хаҡында белдереүселәр. Әгәр һеҙ Шәхси кабинетта теркәлеп тә, һалым тураһында белдереүҙе һәм квитанцияларҙы почта аша ҡағыҙ вариантта алырға теләһәгеҙ, ошоға ҡағылышлы пункт тапҡырына ҡуйылған билдәне алып ташларға кәрәк.
Нисек түләргә
Һалымды яҡындағы банк йәки Рәсәй почтаһы бүлексәһендә, шулай уҡ терминалдар аша түләргә мөмкин. Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы (www.nalog.ru) «Һалымдарыңды түлә» интернет-сервисы менән ҡулланыу мөмкинлеге лә бар. Шәхси кабинет булдырыусылар уның аша ла бурыстарын түләп ҡуя ала.
Бынан тыш gosuslugi.ru рәсми порталы ла ошондай уҡ хеҙмәт төрөн тәҡдим итә. Бының өсөн порталда теркәлеп, артабан «Хеҙмәттәр каталогы» битенә инеп, «Һалымдар һәм финанстар» бүлегендә «Һалым бурысы» тигән хеҙмәтте табырға кәрәк.
Һалым нормалары һәм ташламалар тураһында белешмәне Федераль һалым хеҙмәте сайтының (www.nalog.ru) «Милек һалымы буйынса иҫәп күрһәткестәре һәм ташламалар» электрон сервисы аша таба алаһығыҙ. Шулай уҡ Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең бушлай телефоны аша мәғлүмәт алыу мөмкинлеге лә бар (8-800-222-22-22).
Шәхси кабинетта
нисек теркәлергә
РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, республика халҡының 1 млн 700 меңдән ашыуы Шәхси кабинет менән файҙалана. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын биләй.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: был сервис аша һеҙ, милек объекттары, транспорт саралары тураһында мәғлүмәттән тыш, 2016 йыл өсөн тәғәйен һалым суммаһы, һалым хаҡында белдереү ҡағыҙҙары, түләү өсөн квитанциялар ҙа ала алаһығыҙ.
Шәхси кабинетта теркәлеү өсөн һалым органына йәки республикабыҙҙа эшләүсе Күп функциялы үҙәктәрҙең береһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр һалым инспекцияһына даими теркәлеү урыны буйынса мөрәжәғәт итһәгеҙ, үҙегеҙ менән паспортығыҙҙың булыуы ла етә, ә инде башҡа ерҙә булһа, ИНН таныҡлығын да һораясаҡтар. Теркәлгәндән һуң (ғәҙәттә, был эш шунда уҡ һеҙҙең ҡатнашлыҡта башҡарыла) Шәхси кабинетҡа инеү өсөн мәғлүмәттәр күрһәтелгән теркәү картаһы бирелә.
Әгәр паролде
онотһағыҙ
Кәрәкле мәғлүмәтте эргәгеҙҙәге һалым инспекцияһына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп тергеҙергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ИНН таныҡлығының булыуы шарт.
Шулай уҡ Шәхси кабинетта яңы функция — паролде үҙаллы тергеҙеү мөмкинлеге булдырылды. Бының өсөн «Профиль» бүлегенә инеп, паролде электрон почта аша тергеҙеүгә рөхсәт бирергә генә кәрәк.
Белдереү ҡағыҙы
алмаһағыҙ
Әгәр ниндәй ҙә булһа мөлкәткә эйә булып та, һалым хаҡында белдереү ҡағыҙы алмаһағыҙ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының территориаль органдарының береһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Уның рәсми сайтының www.nalog.ru/rn02 төбәк битендәге «Һалым хаҡында белдереү ҡағыҙы ал» сервисы һеҙгә ярҙамға килер. Был сервис белдереү ҡағыҙҙары таратылған мәлдә теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгән, шулай уҡ түләү ҡағыҙҙарын һалым инспекцияһында алыуҙы хуп күргән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Һалым түләүсе, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, исемлектән үҙе өсөн уңайлы инспекцияны һайлай һәм белдереү ҡағыҙын шунан алыу тураһында ғариза ҡалдыра. Был осраҡта белдереү ҡағыҙҙары инспекцияларҙағы экспресс-тәҙрә аша бирелә.
Бер ҡасан да һалым хаҡында белдереү ҡағыҙы алмаусыға нимә эшләргә
Әгәр милек хужаһы ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа һалым тураһында белдереү ҡағыҙы алмаһа һәм тейешле сумманы түләмәһә, был хаҡта мотлаҡ һалым органына хәбәр итергә бурыслы. Был яуаплылыҡ 2015 йылдан ғәмәлгә инде. Бының өсөн 31 декабргә тиклем ғариза яҙырға һәм шәхси милеккә хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙы күрһәтергә кәрәк.
Милексе һалым органына дөрөҫ мәғлүмәт бирмәһә йәки мөлкәткә эйә булыуы тураһында ваҡытында хәбәр итмәһә, түләнмәгән һалым күләменең 20 процентына тиң штраф ҡаралған.
Тимәк, әгәр 2016 йыл өсөн ебәрелгән белдереү ҡағыҙында ниндәй ҙә булһа мөлкәт күрһәтелмәһә, милексе 2017 йылдың 31 декабренә тиклем был хаҡта мотлаҡ һалым органына хәбәр итергә тейеш.
Һалым хаҡында белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән сумманың дөрөҫлөгөн нисек тикшерергә
Физик шәхестәрҙең милек, ер, транспорт һалымдары күләмен интернет-сервистар ярҙамында үҙаллы иҫәпләргә лә мөмкин. Был тәңгәлдә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) урынлаштырылған «Кадастр хаҡына ярашлы ер һәм физик шәхестәрҙең милек һалымын иҫәпләү калькуляторы» һәм «Транспорт һалымын иҫәпләү калькуляторы» ярҙамға килер.
Һалымды ваҡытында түләмәү
нимәләр менән янай
2017 йылдың 2 декабренән һалым органдары түләнмәгән суммаға Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Банкының 1/300 күләмдәге рефинанслау ставкаһына ярашлы пеня өҫтәй башлай. Шулай уҡ бурысты мәжбүри түләтеү саралары ла күрелә.
Ваҡытында түләнмәгән бурыс күләменә башҡа сығымдар ҙа өҫтәлә.
Миҫал
Түләнмәгән һалым күләме — 1000 һум.
Бурыс суммаһы Х 1/300 (рефинанслау ставкаһы) Х түләнмәгән көндәр һаны
1000 Х 8,25%/300 Х 365 = 100,38 һум
+ 200 һум — суд өсөн дәүләт пошлинаһы
+1000 һум — башҡарма йыйым суммаһы
Бөтәһе 2300,38 һум.
Читайте нас