Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ҺАМАН ИҢРӘЙ ЯУ ЯЛАНЫ...

Октябрь аҙағында “Ашҡаҙар” гәзитенең 86-сы һанында Липецк өлкәһенең Тербунский районында йәшәүсе яҡташыбыҙ Замир Вәхитовтың “Батырҙарҙың исемдәре – һәйкәлдәрҙә” исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Унда автор Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бик күп эштәр алып барылыуы - уларҙың ҡәберҙәрен юллау, исем-шәрифтәрен эҙләп табыу тураһында бәйән итә. Мәҡәләлә шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың исемлеге лә бирелә.

Мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң редакцияға Стәрлетамаҡта йәшәүсе Фәниә Шәкир ҡыҙы Хәлиуллинанан хат килеп төштө. Ул 1946 йылда һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан атаһы Фәйезов Шәкир Миңнеғәли улының һәләк булған яугирҙар исемлегендә булыуын күреп, хатаны төҙәтеүҙе һорап мәҡәлә авторына мөрәжәғәт итә. “Атайым һуғыштан һуң Стәрлебаш районынының Табылды ауылында математиканан уҡытҡан. Ҡалҡаш ауылында ете йыллыҡ мәктәптең беренсе директоры булған. Атайым 1954 йылдан Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында Преображеновка ауыл Советында эшләне. 2000 йылда, 83 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсте һәм Ҡунаҡбай ауылында ерләнде”, – тип асыҡлыҡ индерә Фәниә Шәкир ҡыҙы.
Беҙҙең редакция был хатты Липецк өлкәһенең Тербунский районына Замир Вәхитовҡа юлланы. Данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһының үткән юлын өйрәнгән һәм яуҙа башын һалған башҡорт һалдаттарының исемдәрен тергеҙгән яҡташыбыҙ яуап хатын оҙаҡ көттөрмәне. Түбәндә беҙ уны һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Был мөҡәддәс эшкә беҙ үҙ иркебеҙ менән тотондоҡ
Липецк өлкәһе Тербунский районы биләмәһендә һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары исемен мәңгеләштереү эше менән янып йәшәнем һәм йәшәйем. Баштан уҡ әйтеп ҡуям, мин дивизияның донесениеларын күсереп кенә яҙманым, мәғлүмәттәр өҫтөндә ныҡлы эҙләнергә һәм тир түгергә тура килде.
60-сы йылдарға тиклем был мәсьәләне тикшереүсе булмаған. Һуғыш үткән ауыл кешеләре урманда һәм яланда табылған һалдат һөйәктәренең ҡайһы берҙәрен мөмкин булғанса ауыл уртаһындағы туғандар ҡәберлегенә илтеп күмгән. Ваҡыт үтеү менән мәрхүмдәр ерләнгән ҡәберҙәрҙәге исем-шәрифтәр юйылыуы бик ихтимал, күрәһең, бөтә ҡәберҙәр ҙә табылып бөтмәгән. 2-се Тербуны ауылынан бер энтузиаст, шул замандағы мәктәп директоры Колпаков Иван Тимофеевич, 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының исемдәрен тергеҙеү маҡсатында, ошо изге эшкә тотона. Һөйәктәре табылған яугирҙарға арнап һәйкәл ҡуйыла. Унда 112-се дивизиянан 98 һәм башҡа хәрби формированиеларҙан 77 яугирҙың исем-шәрифтәре яҙылған. Был мөҡәддәс эшкә ул үҙ ирке менән тотонған, һалдаттарҙың исемдәрен хатлашыу юлы менән тергеҙгән. Һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәре район военкоматтарында һаҡланырға тейеш, ләкин уларҙа әле һаман да 112-се башҡорт кавалерия дивизияһынан 15 кенә һалдат һәләк булған, тип иҫәпләнә. Хатта геройҙарса һәләк булған 294-се полк командиры Ғ.Н.Нафиҡовтың да фамилияһы юҡ, йәғни иҫәп бөтөнләй алып барылмай. Ошоғаса Тербунский районы территорияһында 1941-1943 йылдарҙа нисә совет һалдаты һәләк булғанын яҡынса булһа ла белеүсе юҡ ине. Бөгөн урындағы эҙәрмәндәр уларҙың һанын 28 000 тирәһе тип атай.
2013 йылда район хакимиәте район архивы хеҙмәткәрҙәрен Тербунский районы территорияһында һәләк булған һалдаттарҙың исемлеген ентекләберәк өйрәнеү өсөн Подольск ҡалаһына Оборона министрлығының үҙәк архивына командировкаға ебәргәйне. Һөҙөмтәлә тағы ла 3 мең һалдаттың исем-шәрифе асыҡланды, улар араһында 112-се дивизиянан 170 һалдат та бар ине.
Хәҙер 42 һалдаттың исем-шәрифе Борки ауылындағы һәйкәлдәге өҫтәмә исемлеккә индерелде.
Тербуны ауылындағы туғандар ҡәбер-легендә Урицкое-Александро-Бибиково һыҙығында һәләк булған 313-сө кавалерия полкының 48 һалдаты тураһында мәғлүмәт яҙылды.
Озерки ауыл хакимиәте ошо ауыл янында һәләк булған 79 яугирҙың исем-шәрифе исемлеген туғандар ҡәберлегендәге Мемориаль комплексҡа яҙып ҡуйҙы.
112-се башҡорт кавалерия дивизияһының 1942 йылдың йәйендә дивизияны дислокациялау ваҡытындағы юғалтыуҙар тураһындағы белдереүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндә, һәләк булған һалдаттарҙың барыһы ла исемлектәргә индерелмәүе асыҡланды. Икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарыу һәм хаталарға юл ҡуймаҫ өсөн Тербунский районының Казинка, Михайловка, Тербуны, 2-се Тербуны, Васильевка, Большая Поляна, Вислая Поляна, Борки, Озерки, Заречное ауылдарындағы, Воловский районынының Набережное, Долгоруковский районының Большая Боевка, Стегаловка, Большой Колодезь, Приклоновка ауылдарындағы туғандар ҡәберлегендәге фамилияларҙың дөрөҫлөгө берәмләп тикшерелде. Шулай уҡ һәр һалдат тураһында мәғлүмәттәр йыйыу барышында, Башҡортостан Республикаһының электрон “Хәтер китабы” менән дә сағыштырып, тикшереү уҙғарылды. Ҡайһы бер осраҡта бер кешене табыу өсөн бер нисә көн эҙләнергә тура килде. Мәғлүмәттәрҙе һуғыш ваҡытындағы донесениеларҙан күсереп яҙғанда архив хеҙмәткәрҙәре һалдаттарҙың исемдәрендә һәм фамилияларында етди хата ебәргән. Шуның арҡаһыда донесениела - бер исем, “Хәтер китабы”нда икенсе төрлө, ә һәйкәлдә өсөнсө исем киткән. Мәҫәлән, Хәниф, Хәлиф, Хәкиф, Фәйзелғилем, Фәйзелғаян, Фәйзелғиләм һ.б. Архив һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә төрки халыҡтарҙың исемдәре таныш булмағанлыҡтан, орфографик хаталар ебәрелгән: Ҡунаҡҡужин “Тунаҡҡужин”, Заһиҙуллин – “Засиҙуллин”, Латипов – “Латыков” булып киткән.
Маҡсатыбыҙ – яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү
Хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында айырым әйтке килә. Дивизия 6 июлдә Борки ауылы янында һәм 10 июлдә Лобановка ауылы артында төнгө һуғыштар барышында ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Яуҙа һәләк булғандар исемлегенә шаһит булғандарҙың күҙ алдында һәләк булған һалдаттар ғына индерелгән, ҡалғандары хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә эләккән. Ул саҡта һәләк булғандарҙы донесениеларҙа мөмкин тиклем аҙыраҡ итеп күрһәтергә тигән йәшерен приказ булған, ни өсөн тигәндә, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә пенсия түләргә тейеш булғандар. Яңыраҡ 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бер китапта автор хәбәрһеҙ юғалғандар - немец разведчиктары тарафынан пленға алынғандар, тип раҫлай. Эйе, ундай мәлдәр ҙә булғандыр, моғайын. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышын юллағанда, өс һалдат һуғыштан һуң СССР-ҙа фильтрацион лагерь үткәнлеге (йәғни плендан һуң) билдәле булды. Тағы ла өсәүһе 1943-1944 йылдарҙа һәләк булған тип теркәлгән - ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалып, хеҙмәтен дауам иткән һәм башҡа йылдарҙа икенсе хәрби формированиеларҙа һәләк булған. Ә шулай ҙа хәбәрһеҙ юғалғандарҙың барыһы ла тиерлек ҡаты һуғыштарҙа ҡорбан булған.
Мәғлүмәттәрҙе йыйғанда беҙ Тербунский районы территорияһында яуҙа һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында эш иттек, шулай ҙа, улар фәҡәт ошонда ерләнгән, тип әйтмәйбеҙ.
Эҙләнеү эштәре барышында күп тапҡырҙар һалдаттарҙың вариҫтарының ғәмһеҙ ҡылығына дусар булырға тура килде. Фотографияһын, тарихын ебәрҙек, бер ус тупраҡ алып килдек, туғандарына шылтыратабыҙ – бер ниндәй ҙә яуап юҡ.
Район, ауыл хакимиәттәре сайттары аша эҙләнеүҙәр бер нәмә лә бирмәй, был тәңгәлдә йүнләп эш алып барылмай тиерлек. Быларҙы мин эштең ни тиклем ҡыйын һәм ҡатмарлы икәнлеген күрһәтеү өсөн яҙманым. Был хатты мин Фәниә Шәкир ҡыҙы Хәлиуллинаның мөрәжәғәтенә яуап итеп яҙҙым. Фәйезов Шәкир Миңнеғәли улының исем-шәрифе район хакимиәте “Тербунский районы территорияһында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары исемлеге” сайтынан алып ташланасаҡ.
Редакциянан. Етмеш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, дәһшәтле һуғыш яланы әле һаман иңрәй. Йылдар үткән һайын һуғыш һалған тән яралары ғына түгел, йән яралары ла онотолмай. Тыуған ил өсөн йән аямай һуғышҡан һалдаттарыбыҙ тураһындағы материалдар беҙҙе тәрән уйға һала. Эш-ләмәгән кеше генә хаталанмай, тиҙәр бит, шул тиклем ғәйәт ҙур эштәр башҡарғанда хата китеүе лә бик ихтимал. Оло йөрәкле патриот, көслө рухлы яҡташыбыҙ Замир Вәхитовҡа барлыҡ яҡташтарыбыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Сит тарафта йәшәп тә, Һеҙ халҡыбыҙ өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡараһығыҙ. Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа түбәнселек менән баш эйәбеҙ!
Читайте нас