...Иртәнге парк. Кемдер йүгерә, бер төркөм студенттар зачет тапшыра. Ә ҡаршыға килгән ике ханым ҡулдарындағы таяҡтарға таянып яйлап ҡына атлай. Уйлай китһәк, йүгереүселәр ҙә, һикереүселәр ҙә, атлап ҡына килеүселәр ҙә барыбер спорт менән шөғөлләнә.
- “Скандинавия йөрөүе” ике йыл элек арбаны. Былтыр кис сыҡһаҡ, быйыл паркты иртән ҡыҙырабыҙ, - тип һөйләп китте шөғөлдәре хаҡында Валентина Грицай менән Людмила Ильюшенко. – Беҙ йәшәгән йорттан ғына ла 6 кеше йөрөй. Ҡалала хатта махсус клуб та бар.
Эйе, һуңғы йылдарҙа саңғы таяғы тотоп йөрөүселәр йышайҙы. Ана, ҡайһы бер райондарҙа хатта тотош ауыл менән шөғөлләнәләр икән был спорт төрө менән. Шулай файҙалымы икән ни ул?
Беҙҙең йәштә бик тә кәрәк нәмә, - тиҙәр, мәҫәлән, әлеге апайҙар. Уларҙың сирҙәрен барлап тормайынса, остеохондроздарынан ҡотолғандарын иҫәпкә алғанда ла, ысынлап та, “кәрәк нәмә” икәнлегенә инанаһың. Ғөмүмән, был спорт төрөн оло йәштәгеләр үҙ итә. Хәйер, ул башлыса нәҡ ҡарт көндә осрай торған сирҙәрҙән файҙалы ла инде. Белгестәр фекеренсә, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар өсөн. Шул уҡ ваҡытта уның менән шөғөлләнеү өсөн артыҡ көс тә, сығым да талап ителмәй. Был күренеш хатта йөклө ҡатындарға ла килешә, тиҙәр.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә скандинавса йөрөштөң һөҙөмтәләре иҫ киткес, сөнки бында төп нигеҙ булып бөтә мускулдарҙың хәрәкәте тора. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Мәҫәлән, әлегеләй йөрөүҙә мускулдарҙың 90 проценты эшкә егелә, йөҙгәндә – 45 проценты, велосипедта елдергәндә – 42 проценты ғына.
“Ә ни өсөн скандинавса йөрөш тип атала?” – тип һорарһығыҙ. Сөнки Скандинавия илдәрендә йәшәүсе саңғысылар уйлап тапҡан уны. Ҡар юҡ ваҡытта көстәре кәмемәһен өсөн улар саңғының таяҡтарын тотоп булһа ла йөрөргә ҡарар иткән. Был күренеш башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Табиптар уның файҙалы икәнен асыҡлағас, хәҙер ул бөтә донъяға таралды.
Тик еңел спортта техниканы дөрөҫ ҡулланмаһаң, файҙа урынына зыян алыуың да ихтимал. Шуға табип, һис юғында ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән кешенән кәңәш алыу артыҡ булмаҫ. Йомшаҡ аяҡ кейеме, иркен спорт костюмы һәм, иң мөһиме, буйыңа тура килгән таяҡтар... Барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк.
Таяҡ тигәндән, бөтә хикмәт шул таяҡта ла инде. Әгәр былай ғына атлаһаң, башлыса аяҡ мускулдары, быуындары ғына хәрәкәт итә. Ә таяҡ менән бөтә быуындар ҙа эшкә егелә. Һәр хәлдә, ҡан баҫымын дарыу төймәһе менән көйләмәйһең, остеохондрозды бөтөрәм тип, массаж яһаусының ишеген шаҡырға кәрәкмәй... Бына шулай мәғәнәле көскә эйә икән ул ябай ғына саңғы таяғы!