Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡар тип тормай, боҙ тип тормай ЮЛҒА СЫҒА ЕГЕТТӘР

…“Башавтотранс” предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалында эштәр ҡайнай. Бер автобус рейстан ҡайтып төшә, икенсеһе меңгә яҡын километр алыҫлыҡтағы сәфәргә сығырға тора, өсөнсөһөнә юлға – кискә генә. “Тимер аттары” янында саҡ ҡына ялға туҡтаған водителдәр иһә төркөм-төркөм булып кәңәшләшә, юлдарҙа күргәндәре менән бүлешә.

Бер аҙҙан һәммәһе лә руль артына ултырыр һәм автобустарында кемделер тыуған яҡтарына, кемделер таныш булмаған төбәккә тәүге сәфәргә алып китер. Оҙаҡ йылдар ошо предприятиела көс түгеүсе диспетчер Наталья Зубкованың да мәшәҡәте етерлек – линияға көнөнә 150-ләп автобус сыға бит! Бына шундай шарттарҙа ҡаршылай ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәренең һөнәри байрамын.
Ә тирә-яҡты иһә ҡар бураны ҡаплап алған, бер аҙҙан һыуытыр, юлдар боҙ менән ҡапланыр, көндәр боҙолоп китер, бәлки… Тик тәбиғәттең бындай шарттары, әйтерһең дә, егеттәргә ҡурҡыныс түгел, уларҙың тыныслығына хайран ҡалырлыҡ. Хәйер, шундайҙар ғына автобус йөрөтә алалыр ул, шәхси автомобилеңдә юлға сығыу түгел бит – һин салондағы бер нисә тиҫтә пассажирҙың именлеге өсөн яуаплыһың!
– Бына хәҙер Ҡазанға юлланырға торам, Алла бойорһа, кире иртәгә кискә ҡайтып етәм инде, – тип һөйләй киләһе сәфәре хаҡында инде өс тиҫтә йыл автобус йөрөтөүсе Илдус Фәйзуллин.
– Йәй була ла ҡыш етә, 30 йыл йөрөгәнде бөгөнгө генә ҡар ҡурҡытамы ни, иң мөһиме: хәүефһеҙлек ҡағиҙәһенә таянырға, тыныс йөрөргә кәрәк, шул саҡта юлың да имен үтәсәк, – тигән кәңәштәрен дә еткерә водитель. Илдус ағайҙың әйткәндәре пассажирҙарын түгел, тәү сиратта табышын уйлаусыларға (бәғзе бер кеше ташыусы шәхси компанияларҙы күҙ уңында тотам) барып етһен ине лә бит...
Филиалдың эксплуатация бүлеге етәксеһе Евгений Обезьянов белдереүенсә, бында 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың тырыш хеҙмәте нигеҙендә стәрлетамаҡтар илдең бер төбәгенән икенсеһенә барып етә – автобус водителе меңәр саҡырым юл үтә. Әлеге ваҡытта иң алыҫ маршут булып “Стәрлетамаҡ-Чебоксар” иҫәпләнә. Бер яҡҡа ғына 800 километр, бынан тыш, әлбиттә, тағы ла алыҫыраҡ ергә автобустар заказ буйынса ла бара ала. Тик егеттәр ҡала-ара маршруттарҙа ғына йөрөйҙәр тигәнде аңлатмай был. Сергей Семенов, мәҫәлән, 17-се маршрут автобусында бына инде хәҙер 20 йыл эшләй, ғөмүмән, руль артында – 35 йылдан ашыу!
– Әрменән ҡайтҡас, юлға сыҡҡан мәлдәр менән бөгөнгө көндәге хәрәкәт, тығындар һәм шарттарҙы сағыштырһаң – ер менән күк араһы, – тип бүлешә тәҫьораттары менән шофер. – Ҡала ҙурая, үҫешә, машиналар иҫ киткес күбәйҙе. Автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан ҙур машиналарға ихтирам кәмеүе, тығындар, авариялар һымаҡ күңелһеҙ ваҡиғалар менән бер рәттән, әлбиттә, ҡыуанырлыҡ күренештәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, элек соҡор-саҡырҙан “луноходта” (ЛиАЗ-677 маркалы автобус – авт.) кеше ташый торғайныҡ, хәҙер асфальт юлдан уңайлы “Нефаз”дарҙа ғына елдерәбеҙ.
…Тәнәфес тамам. Әңгәмәселәр машиналарына ашыға. Гөрләп эшләгән мотор тауыштары яңғырай, автобустар берәм-берәм маршруттарына ҡуҙғала. Ниндәй генә автобустарҙа, ниндәй генә шарттарҙа йөрөһәгеҙ ҙә юлдарығыҙ имен булһын, егеттәр!
Читайте нас