Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

АРҒЫМАҠЛЫ ЯҘМЫШ

Мәрйәм апай. Үҙ күреп, тәрән хөрмәт менән өндәшә уға шулай һәр кем. Булмышында боронғолоҡ менән бөгөнгөлөктө берләштергән, рухи ҡеүәтен киләсәккә бағышлаған, әйтер һүҙе, һәр ғәмәле менән милләт намыҫын яҡлаған оло йөрәкле ил инәһе – Мәрйәм Бураҡаева 27 мартта 75 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Үҙенең төп китабындағыса, яҙыусы яҙмышы арғымаҡлы. Милләтте милләт итеп йәшәтер ҡанундарҙы билдәләй АРҒЫМАҠ. Аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡот һүҙҙәренең тәүге хәрефтәренән бар булған символик образ халыҡтың йәшәйеше һәм үҫеше шарттарын ошо оло төшөнсәләр аша аса. “Аңдан – ҡанға, ҡандан – заңға”, “Кеше рухи байлығы менән ҡуша эске азатлығын да юғалта”, “Яратыу ғәм тойғоһон уята”, “Ырыҫ-бәхет – бәхетле икәнеңде ваҡытында тоя белеү”, “Баланы телдән мәхрүм итеү – моңдан яҙҙырыу”, “Йәшәү мәғәнәһе бәхетеңдең ҡотло булыуында”... – китаптан алынған фекер гәүһәрҙәре. Яҙыусы һәм уҡытыусы Мәрйәм Бураҡаеваның милләттәштәренә биргән оло тормош һабағы ул – “Арғымаҡ” китабы. Әҙәби ижадынан тыш, көрәшсе рухлы, һәр саҡ янып йәшәгән Мәрйәм апайҙың ғүмер юлында ирешелгән бейеклектәре бихисап: Ейәнсура башҡорт гимназияһына нигеҙ һалыу, “Тормош һабаҡтары” дәреслеген ижад итеү, милли ризыҡтар етештереүҙе ойоштороу, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүсе “Йәйләү” лагерын булдырыу... – оло фиҙаҡәрлек менән башҡарылған хеҙмәте емештәре. Биш бала әсәһе булыуы, ул-ҡыҙҙарын азат рухлы, ижади ҡарашлы шәхестәр итеп тәрбиәләй алыуы бөгөн бигерәк тә Илгизәр, Зөһрә, Таңсулпан Бураҡаевтарҙың эшмәкәрлегендә асыҡ күренә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарихы ла Мәрйәм Бураҡаева менән тығыҙ бәй-
ле. “80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башында үҙ көсөбөҙгә ыша-ныс уятҡан, рухи булмышыбыҙҙы асҡан шәхестәрҙең береһе Мәрйәм Бураҡаева булды. Туған телде өйрәнеү, милли мәктәптәр, балалар баҡсалары асыу мәсьәләләре буйынса ҙур эш алып барылды. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ата-әсәләр йыйылыштарына килеп төплө сығыштар яһаны, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән айырым эшләне. Стәрлетамаҡтағы мәғарифты үҫтереү институты филиалы нигеҙендә Ғәтифә Ғәлләметдин ҡыҙы Ғөбәйҙуллина тарафынан махсус курстар ойош-торолдо. Уларҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, халыҡ педагогикаһы, ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса лекциялар уҡыны”, – тип хәтерләй мәғариф ветераны Фәнүзә Рауил ҡыҙы Юнысова.
Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙа уңыш-лы эшләп килгән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 1995 йылда ойошторолоуы ла ошо изге башланғыстарҙың киләсәкле һөҙөмтәһен күрһәтә. Гимназияның эмблемаһына Мәрйәм Бураҡаеваның арғымаҡ концепцияһы һалыныуы ла осраҡлы түгел.
Мәрйәм Бураҡаева 2008-2009 йылдарҙа БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (ул ваҡытта Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы) халыҡ яҙыусыһы музейы ойош-торолған ваҡытта оло ярҙам күрһәтте. Халыҡ яҙыусыһы менән өс тиҫтә йылға яҡын аралашҡан кеше булараҡ, Мәрйәм апай хәтирәләре менән ихлас бүлеште, ҡәҙерле ҡомартҡыларын – әҙибәнең яҙған хаттарының күсермәләрен музей фондына тапшырҙы.
Мәрйәм Бураҡаеваны драматург булараҡ тап беҙҙең ҡала асты. Яҙыусы үҙе билдәләүенсә, “Үҙем яҙған яҙмыш” пьесаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һорауы буйынса яҙылды һәм ҙур уңыш менән барҙы. Романтик драманың режиссеры – Азат Йыһаншин. Спектаклдәге бай костюмдарҙы Мәрйәм апайҙың ҡыҙы Таңсулпан ижад итте. “Үҙем яҙған яҙмыш” спектакле, Төркиәнең Конья ҡалаһында уҙған төрки телле халыҡтарҙың III халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашып, дипломға лайыҡ булды.
Арғымаҡ ат юл башлар, тиҙәр. Заман һынауҙарына бирешмәй, һәр саҡ алға ынтылыусы, халҡын киләсәккә әйҙәүсе арғымаҡ булып һынлана Мәрйәм апайҙың үҙенең яҙмышы ла.
Читайте нас