Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡар юҡ тип тормағандар

“Яңы йыл Стәрлетамағы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл үҙҙәренең байрам биҙәлештәрен ҡаланан ситтә урынлашҡан биҫтәләрҙә, Сайгановка, “Кошачий поселок”, Выселки һәм Эшселәр ҡасабаһында йәшәүселәр ҙә тәҡдим итте.

Әлеге ҡыш ҡарға һаран булып сыҡты. Ярай әле, бөгөн кисеп йөрөрлөк ҡар бар, ә Яңы йыл байрамдары мәлендә бөтөнләй ҡара ер ялтырап ята ине бит. Интернетта хатта батҡаҡтан Ҡыш бабай эшләүселәр һүрәттәре лә күренде. Был тәңгәлдән стәрлетамаҡтар ҙа аптырап ҡалманы – һыу ярҙамында булһа ла йорт яндарына тау, боҙло ҡаласыҡ яһап ҡуйҙы.
– Конкурсҡа бик үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы эштәр тәҡдим иттеләр, – тип билдәләне, мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы Лариса Кәримова. Кемдер шыршыны иҫ китмәле итеп биҙәгән, кемдер шәп тау булдырған.
Шулай ҙа комиссия ағзалары өс тәҡдимде иң яҡшыһы тип белдергән: беренсе урында – башҡа уңыштары менән дә ҡалала билдәле шәхес Риф Тажиев, икенсе урында – “Кошачий поселек”тан Рәмзиә Батталова һәм өсөнсө урында – Андрей Михайлов.
– Байрам биҙәлештәрегеҙ мауыҡтырғыс, матур, иң мөһиме: ул тауҙа, ул ҡаласыҡта үҙегеҙ генә түгел, башҡалар ҙа кинәнеп шыуа, ял итә, тимәк, һеҙ – Стәрлетамаҡты, халҡын яратҡан, уның йәшәйешенә битараф булмаған кешеләр, – тигән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Эйе, байрам үтә лә китә ул, ә бына шул байрам мәлендә кешеләргә өләшкән изгелек уларҙың күңелендә оҙаҡ ваҡыт мөғжизә булып һаҡлана. Теләгең генә булһын, хатта ҡарһыҙ ҙа Яңы йыл бәхете өләшергә мөмкин.
Читайте нас