Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

«Артек»та ла булдыҡ беҙ

Ниндәй генә ҡыҙ һәм малай «Артек»ка барырға хыялланмай икән! Ләкин ундай бәхет иң-иңдәргә генә эләгә: бының өсөн һин уҡыу алдынғыһы ғына түгел, спортта ла, йыр-бейеүҙә лә, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаҫҡа тейешһең. Тап бына Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары Азамат Шаһисолтанов менән Әлиә Хөснөтдинова һымаҡ!

Күптән түгел улар халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеп ҡайтты. «Артек»та үткәргән өс аҙна уларҙың тормошонда иң яҡты һәм сағыу хәтирәләрҙең береһе булып һаҡланыр, әлбиттә. Юҡҡа ғына улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә диңгеҙ буйынан алып ҡайтҡан тәьҫораттары, хис-тойғолары менән уртаҡлашмай бит.
– Мин ял лагерҙарын яратмай торғайным, әммә бер мәл барыһы ла үҙгәрҙе, – тип үк ебәрҙе Азамат. – Был Президент спорт ярыштары уйындары менән бәйле. Башта командабыҙ ҡала, һуңынан республика ярыштарында еңеп, Рәсәй кимәлендә сығыш яһарға мөмкинлек алды. Унда беҙ Анапа ҡалаһы эргәһендә ”Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булдыҡ. Был ярыштарҙан әйләнеп ҡайтҡас, күп тә үтмәне, телевизорҙан балаларҙың «Артек»тағы ялы тураһында атайым менән тапшырыу ҡараныҡ. Тиҫ-терҙәремдең ундағы ялы мине шул тиклем ҡыҙыҡһындырҙы, шул саҡ үҙемә, мотлаҡ «Артек»ка барасаҡмын, тигән маҡсат ҡуйҙым.
Ысынлап та, Азамат ҡуйған маҡсат тиҙ һәм икеләтә тормошҡа аша, бер йыл эсендә ул “Телевидениены үҙебеҙ яһайбыҙ” шоуында финалға сыға, спорт ярыштарында ҡатнаша, уҡыуында ла һынатмай. Ошондай уңған һәм булдыҡлы егетте нисек «Артек»ка ебәрмәйһең инде. Иң ҡы-ҙығы шул: унда барған делегация үҙенең төркөмөн «Башҡорт ағайство»һы тип атай һәм, башҡа өлкәләрҙән килгән уҡыусылар менән аралашып, уларҙа республикабыҙға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уята ала. Азамат иһә дуҫ-тарына тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡ, уның күп милләтле халҡы, шул иҫәптән башҡорттар, уларҙың йолалары, милли геройҙары тураһында һөйләй.
Һабаҡташынан Әлиә Хөснөтдинова ла ҡалышмай. Ул да, Севастополь ҡала-һында «Шедевры из чернильницы» Бөтә Рәсәй ижад конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға сыға. Ә инде “Байыҡ” балалар телевизион бейеү конкурсын-да ҡатнашып Гран-при алғанын үҙегеҙ ҙә күргәнһегеҙҙер. Уңған ҡыҙ тағы ла әллә күпме олимпиадалар, ғилми конференциялар, КВН һәм башҡа ижади сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.
– Мин үҙем башҡорт, рус теле һәм математика дәрестәрен яратам, шулай ҙа ижади һәләт талап иткән эштәр еңелерәк бирелә. Шуға ла «Артек»та булған саҡта бейеү, йырлау булһынмы, һәр саҡ алда булдым, – ти Әлиә ғорурлыҡ менән. – Унда һәр ваҡыт ниндәйҙер эш менән мәшғүлһең, буш ваҡыт булманы ла тиерлек, хатта башҡалар йоҡлап киткәс, проекттар өҫтөндә өҫтәмә лә шөғөлләнергә тура килде. Лагерь тормошонда ҡайнап йөрөгәс, көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Әлиә менән Азаматҡа «Артек»ка юлламаларҙы Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге телестудияһы тапшырған, шуға күрә улар «Үҫеш биләмәләре» лагерь-семинарының журналистика программаһын һайлаған. Мәктәптә уҡыу менән бер рәттән, медиа проекттар төҙөү, уларҙы яҡлау, гәзит сығарыу, радио һәм телетапшырыуҙар әҙерләү менән мәш килһәләр, ял ваҡыттарында иҫтәлекле урындар, музейҙар буйлап экскурсияларҙа йөрөйҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш кейекбаевсылар сит яҡтарҙа ла үҙҙәрен һынатмаған, уҡыуҙа ла “бишле”гә өлгәшеп, дөйөм лагерь тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Азамат Шаһисолтанов “Артек” Республикаһы президентына” һайлауҙарҙа ҡатнаша, үҙ отрядының “губернаторы” була, маҡсат итеп ҡуйылған проекттарҙы ғына теүәл башҡарып ҡуймай ул, йәштәштәре менән дә тиҙ уртаҡ тел табып, уларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн лагерҙың иң ҙур наградаһын – «Артек йондоҙо» исемен ала.
Ә Әлиә Хөснөтдинова лагерҙың ижади тормошон йәмләндереүгә ҙур өлөш индерә, быны уға тапшырылған «Сәнғәттә күрһәткән һөҙөмтәләре өсөн» исемле билдәһе лә дәлилләп тора. Тап уның отряды “иң ижади отряд” итеп һайланыуы ла Әлиәнең тырышлығы һөҙөмтәһелер.
Физик яҡтан да һынатмаған яҡташтарыбыҙ, спорт төрөнөң дә ябайын һайламаған, ил президенты кеүек үк дзюдоға туҡталып, әҙерлек курстарын уңышлы үткәндәр.
Яңы танышыуҙар, хис-тойғолар, яңы ҡараштар, әлбиттә, уларҙың фекерләү ҡеүәһен байытҡан, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырған. Алыҫ сәйәхәткә тиклем үк музыка, кино, бейеү, спорт, журналистика, телевидение, шиғыр һөйләү кеүек ижади йүнәлештәргә яңылары ла ҡушылған. Әлиә “Артек”тан быға тиклем ишетеп кенә белгән Робототехника шөғөлө менән ҡыҙыҡһынып ҡайта һәм киләсәктә был йүнәлештә үҙен һынап ҡарарға ниәтләнә. Ә Азамат иһә, ижади коллектив менән идара итә алыуына ышанып, артабан ошо юҫыҡта ижади һәләттәрҙе ҡулланып, үҙ эшен булдырыу, эшҡыуарлыҡ һәм финанс белемен шымартыу кәрәклеге тураһында уйлай. Әлбиттә, бындай фекерҙәр буш урында тыумаған. Бергә ял иткән егет һәм ҡыҙҙар менән аралашыу тәьҫирелер был. Үҙҙәре лә бит “Артек» тарихына «Стәрлетамаҡ башҡорттары» тигән һүҙҙәрҙе уйып ҡалдырған.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла федераль кимәлдәге ял итеү урындарына юллама менән бүләкләнгән шундай тырыш һәм зирәк балалар етерлек. Мәҫәлән, уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы уҡыусы” исеменә лайыҡ булған Хужәхмәтова Гөлмирә «Орленок»та, Бибакова Илмира, Заһиҙуллина Айгөл – «Артек»та, Ғималов Илһам «Йәйләү» балалар ял лагерҙарында ял итеп ҡайтҡан.
Мәҡәлә геройҙарыбыҙ Азамат менән Әлиә ҡайҙан ваҡыт табалыр, улар әле беҙҙең менән хушлашыр-ға ашыҡмай. Уларҙың кино менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында әйтеп үткәйнем инде. Был йәш кино актерҙарын “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивалендә «Кластан тыш дәрес» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдың премьераһында ла күрәсәкбеҙ әле. Уларҙың киләсәккә маҡсаттары ла ябайҙан түгел: “Сириус”, “Орленок”, “Океан” балалар ял лагерҙарына барыу. Уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, Азамат һәм Әлиә!
Читайте нас