Проектҡа нигеҙ һалыусы заманында үҙе лә ошондай бәхетһеҙлеккә тарыған булған. Ҡасандыр эштәре көйлө генә барған йүнсел наркомания һаҙлығына бата яҙған, хөкөмгә тарттырылған һәм йәшәр ере булмай урамда ҡалған.
«Батып барыусыларҙы ҡотҡарыу – батып барғандарҙың үҙҙәренең эше» – етәксе ошо принциптан сығып, үҙен генә түгел, ә иһә яҙмыштың әсе һынауҙарына дусар булған, йәшәр урыны булмай урамда ҡалған, йән аҫрар өсөн аҡсаһы булмаған башҡа әҙәм балаларын да ҡотҡарырға кәрәк тигән ҡарарға килә.
Ул, бина табып, өйһөҙҙәрҙе ашатырға ярҙам итеүҙәрен һорап, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә. Ошо ваҡыттан алып, етәксе әйтеүенсә, әллә ни күп аҡса талап ителмәгән үҙ-ара ярҙам схемаһы эшләй башлай.
Йәмғиәттәге был хәлгә вайымһыҙ булмаған тиҫтәләрсә кеше аҡсалата ла, ашамлыҡ менән дә, кейем менән дә ярҙам итә башлаған. Көн һайын ашханала егермеләп кешене ашаталар, уларҙың һәр береһенә эскелек, наркомания кеүек яман ғәҙәттәрҙән баш тартырға, башҡаларға ярҙам итергә, эшләргә һәм йәшәр урыныңды булдырырға ярҙам итәләр. Әлеге ваҡытта үҙәктә опекаға алынған ете кеше бар. Улар ашхана бинаһында йәшәй, ирекмән булып эшләй, ярҙамға мохтаж инвалидтарға һәм ҡарттарға ярҙам итә, мебель эшләү оҫталығына өйрәнә.
Андрей Лейхнерҙың элек мебель етештереү буйынса бизнесы булған, ул был кәсепте артабан дауам итергә уйлай, үҙәктә опекала торған һәр кемгә эш бирергә, торлаҡ менән тәьмин итергә теләй. Йәмғиәтебеҙҙә әҙәмсә йәшәүҙән мәхрүм ителгән, йәберләнгән кешеләр булырға тейеш түгел, һәр кемдең дә матур йәшәргә хаҡы бар, тип иҫәпләй Андрей Лейхнер һәм Салауат, Ишембай, Өфө ҡалаларында ла ошондай схема менән эш итергә ниәтләй.
«Ковчег» социаль ашханаһы дү-шәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем эшләй. Адресы: Карл Маркс урамы, 124-се йорт. Был изге эштә үҙ ярҙамығыҙҙы күрһәтергә теләһәгеҙ, 8-917-809-09-09 телефонына шылтырата алаһығыҙ.