Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

АШҠАҘАР АУЫЛ СОВЕТЫНЫҢ ЯҢЫ ХАКИМИӘТ БАШЛЫҒЫ

Рита бала сағынан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана. Шуға мәктәпте тамамлау менән Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына йүнәлә. Бында ул филология факультетын тамамлаһа, Мәскәү вузында география уҡытыусыһы һөнә-рен үҙләштерә, артабан БР Президенты ҡарамағындағы Баш-ҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында белемен камиллаштыра. Башта география уҡытыусыһы булып эшләй, аҙаҡ Яңы Васильевкала һәм тыуған ауылы Яңы Федоровкала балалар баҡсаһы мөдире була. Ғөмүмән, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшенә ике тиҫтәнән ашыу ғүмерен арнай. Шулай ҙа бынан ике йыл элек уға урындағы мәғариф өсөн генә түгел, бөтә йәшәйеш өсөн яуаплы вазифаны ышанып тапшыралар.

Рита Ирмәкимованы Стәрлетамаҡ районы Ашҡаҙар ауыл Советы хакимиәте башлығына кандидат итеп күрһәткәс, был тәҡдимде урындағы депутаттар бер тауыштан хуплай һәм яңылышмай – ауыл биләмәһендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ уңыштарға өлгәшелгән. Был йәһәттән үткән йыл йомғаҡтарына ғына күҙ һалғанда ла, һанап үтерлек эштәр күп.
Мәҫәлән, шуларҙың береһе – биләмәлә урамды яҡтыртыу. Ауыл ерендә булһынмы, ҡалаламы – киске фонарҙар мөһим һәм туранан-тура урындағы хәүефһеҙлеккә барып төртөлә. Ҡырағай хайуандарҙың ауылға килеүенән алып абынып йығылыуға тиклем бәйле бит был күренеш. Атап әйткәндә, былтыр был йәһәттән алтмыш мең һумдан ашыу суммаға урам фонарҙары ремонтланған, алыштырылған. Тәү ҡарашҡа, ябай күҙгә күренмәҫ эш кеүек булһа ла, ҡараңғы төндә уның файҙаһы ифрат ҙур.
Ауыл Советы бына инде бер нисә йыл рәттән «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы»нда әүҙем ҡатнаша: Яңы Федоровка ауылында янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләп, ҙур һыу һауыты, һыу скважинаһына ҡорамал урынлаштырылған, ауыл мәктәбе быялалары алмаштырылған, Мәҡсүт ауылында йылға ярҙары нығытылған, әле урындағы хәсрәт кисергән әсәләргә арналған һәйкәл яңыртыла. Был объект шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә реконструкциялана.
– Ғөмүмән, төрлө проекттарҙа, программаларҙа мөмкин тиклем күберәк ҡатнашып, ауылдарҙы йәмләндерергә тырышабыҙ, ошон-дай проекттар эшләп килгәне – урындағы йәшәйештә ҙур ярҙам, – ти башҡарылған эштәр буйынса Рита Тәлғәт ҡыҙы.
Һүҙ ҙә юҡ, программалар – ҙур ярҙам, әммә уларҙы ҡуллана белеп, тормошҡа ашырыу – икенсе мәсьәлә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, әлегеләй өлгөр һәм тырыш етәкселәрҙең булыуы ла шарт. Бынан тыш та башҡарылған эштәр, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт етерлек һәм улар ҙа нәҡ етәксенең урындағы йәшәйешкә мөнәсәбәтенән тора бит. Юлдар йүнәтелгән, сүп-сарҙы махсус урынға тапшырыу ойошторолған, балалар өсөн уйын майҙансығы асылған, тирә-яҡты тәртиптә тотоу, граждандарҙы ҡабул итеү, сход-рейдтар һымаҡ саралар тураһында әйтеп тораһы ла түгелдер. Иң мөһиме, былар барыһы ла урындағы йәшәйеште нисек тә йәмләндереү, үҫтереү өсөн бит.
– Ауыл халҡы тәҡдимдәрҙе хуплап тора, үҙҙәре лә төрлө тәҡдимдәр менән киләләр. Дуҫ-татыу булып эшләйбеҙ, – ти ауыл Советы хакимиәте башлығы. Бындай һүҙҙәргә артабан да шулай эш алымын, шулай һөҙөмтәләр барлап йәшәгеҙ, тигән теләк өҫтәргә генә ҡалалыр.
Һандар һәм дәлилдәр
Ауыл биләмәһендә (4 ауылда) 740 кеше йәшәй, шул иҫәптән былтыр 11 бала донъяға килгән. Мәктәп уҡыусылары – 61, мәктәпкәсә төркөмдә – 22 бала. Ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, бар, 1 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Ауылдарҙа тиҫтәнән ашыу эре һәм ваҡ фермер-крәҫтиән хужалығы иҫәпләнә.
Читайте нас