Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

«Ашҡаҙар» моңо

Гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Беҙ донъяла информация һуғышы бара тип һөйләргә яратабыҙ, ә уның мәғәнәһенә инеп китергә ашығып бармайбыҙ.

Беҙҙең илгә ябырылған ғәйбәт хәбәрҙәр менән килешмәһәк тә ғәҙел һүҙле баҫмаларға яҙылыуҙа битарафлыҡ күрһәтәбеҙ. Ҡалабыҙҙа башҡорт телендә «Ашҡаҙар” тигән гәзит сығып килә. Был баҫма информация һуғышы алып бармай, ул ғәҙел хәбәрҙәр менән биҙәлгән дуҫлыҡ күпере һала, үҙ ваҡытында булып үткән хәлдәрҙе хәбәр итеү менән бергә, кәңәшләшә, фекер алыша, килеп тыуған ваҡиғаларға имани күҙлек аша ҡарай, көтөлгән өмөттәргә ҡанат ҡуйырға тырыша. Эйе, бөгөн кешеләргә именлек кәрәк, илебеҙҙең ныҡлығын нығытыуҙы тәьмин итеү, халыҡтарҙың матур тормошҡа ынтылыуҙарын яҡтыртыу талап ителә. Мин үҙем «Ашҡаҙар»ҙың яңы һанын уҡыған һайын ошо ынтылышты күрәм дә һөйөнөп ҡуям. Ә кире күренештәр тураһында хәбәр ителһә, хатта кәйефем боҙола.
Ә бөтә был күренештәргә, яҙмыштарға битараф булған кешеләргә тап булһам, һағыш баҫа. Шулай, бер танышыма шылтыратып, гәзиткә яҙылдыңмы, тип ҡыҙыҡһынғас, бөтә рәсми баҫмаларҙы ла яманлай башланы. Уның был ҡарашы менән килешеп булмай, сөнки гәзит-журналдар – коллектив аҡыл емеше. Был танышым әле пенсияла, элек мәктәптә эшләгән, уҡытыусы булған. Нисек уҡытҡан ул, ниндәй тәрбиә биргән, ниндәй аҡыл һалған - ҡыйын булып китте.
Әйткәндәй, ижад кешеләре араһында ла ошондай шәхестәр бар. Улар башҡорт телендә берҙән-бер сығып килгән «Ашҡаҙар» гәзитен алдырмай. Ҡайһылары хатта кеҫәләрендә «Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы» тигән танытма йөрөтәләр, ҡайҙалыр «Мин – яҙыусы!» тип өҫтәл һуғалар, ә үҙ телдәрендә, үҙ мөхитендә, үҙ яҙмышында йәшәп килгән баҫманы алдырмайҙар, ә шиғырҙарын күтәреп, баҫып сығарыуҙы талап итеп һүҙ башлайҙар.
Мин үҙем ғүмер буйы гәзит-журналдарға олуғ ихтирам менән ҡараным. Ғафури районының 6 саҡрымдағы Сәйетбаба урта мәктәбенә көн һайын уҡырға бара инем. 8-10-сы кластарҙа уҡығанда почтальон эшен дә башҡарҙым. Дәрестән һуң тағы ла бер километр үтеп, көн һайын почтаға барып, 20-ләп «Башҡортостан», шул хәтле үк «Кызыл таң», аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан иллеләп «Еңербеҙ» тигән район гәзитен биштәремә йөкмәп, ауылға алып ҡайтып тарата инем. Кешеләр гәзиттәрҙе алып сикһеҙ шатлана торғайны. Уларға ҡарап, мин үҙемде бәхетле итеп тоя инем. Шул тойғолар әле булһа мине тулҡынландыра. Өҫтәүенә, 9-сы,10-сы кластарҙа уҡығанда үҙем дә гәзиттәрҙә хәбәрҙәр, һүрәтләмәләр баҫтыра башланым, район гәзитендә шиғырҙарым донъя күрә башланы.
Ә бөгөн ғүмер көҙөмдә «Ашҡаҙар» гәзите мине һөйөндөрә. Был киң күңелле гәзит үҙен алдырыусы һәр кем өсөн дуҫ һәм иптәш, кәңәшсе һәм серҙәшсе. Был гәзит тағы ла үҙенең тыуыуы менән хәтерҙә ҡалды. Уны беҙҙең ҡалала эшләй башлаған Яҙыусылар союзы башлап ебәрҙе. Бының өсөн беҙ етәксебеҙ булған, серле рәүештә иртә киткән мәрхүм Вил Ғүмәровҡа рәхмәтлебеҙ. Был гәзит профессионал юғарылыҡҡа күтәрелеп, маҡтаулы һәм шөһрәтле гәзиткә әйләнде. Артабан да уңыштар һиңә, «Ашҡаҙар»! Ашҡаҙар данын, Ашҡаҙар моңон дауам ит!
Читайте нас