Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Ашҡаҙар” йәнә дуҫтарын бүләкләй

“Ашҡаҙар” гәзитен даими алдырыусылар араһында бүләк отмай ҡалған кеше һирәктер. Был юлы ла ул алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында отош уйыны ойоштороп, төрлө бүләктәр өләшә.

Үткән аҙналағы отошта Күсәрбаев Ғәфүр (Коммунистик урамы, 53) графин менән стакандар, Хәкимова Райхана (Ленин проспекты, 42) салат һауыттары йыйылмаһы отто, М.Юлдашбаеваға (Чехов урамы, 8) – сәғәт, Мөхәмәтова Сәриәгә (Свердлов урамы, 69) термокөрөшкә эләкте. Бүләктәрегеҙҙе килеп алырға онотмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас