БР Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, наркодилерҙар Салауат менән Ишембайҙа «синтетика» таратыу менән мәшғүл булған. Был йәш парҙы «бизнес» ҡына түгел, романтик мөнәсәбәттәр ҙә берләштергән. Йәш-тәр рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Егет һатыу һәм аҡса йыйыу менән булһа, әхирәте клиенттар менән эшләгән һәм шулай уҡ тауарҙы фасовкалаған.
Ҡулға алған ваҡытта полицейскийҙар уларҙан 38 грамм синтетик наркотик тартып алған. Дилерҙарҙың фатирында 120 грамм самаһы тыйылған матдә табылған.
Хәҙер ғашиҡтар айырылышыуға дусар булды һәм тиҙ генә осраша алмаҫтар әле: ҡыҙҙы өйҙәге тотҡонлоҡҡа ултыртҡандар, ә егетте һаҡ аҫтына алғандар. Әле уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм алда хөкөм көтә.