Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“АШЫҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!” йәки Официант булыу анһатмы?

…Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә тәмле теләктәр теләп китеп барҙың. Официант һөнәре әллә ни ауыр ҙа түгел. Тик… тәү ҡарашҡа ғына. Быға беҙ “Восток” ҡунаҡханаһына ҡунаҡҡа барғанда төшөндөк.

– Беҙҙә официант булып 12 кеше эшләй – барыһы ла йәштәр, – тип таныштыра ҡунаҡхананың идарасыһы Марк Яндрич. – Кемгәлер 18 йәш, кемгәлер – 20, әммә 28-ҙән өлкәндәр әлегә юҡ. Студенттарҙы алырға тырышмайбыҙ, сөнки беҙ ваҡытлыса эшселәргә мохтаж түгел.
Студенттар булмаһа ла, йәш коллектив менән эшләүҙең, әлбиттә, үҙенсәлектәре барҙыр. “Йүгәнһеҙ ат” осоро бит. Әммә бында юғары талаптар, юғары алымдар шул – официант булыр өсөн дә ҡырҡ иләк аша үтеп, булдыҡлығыңды күрһәтергә кәрәк. Башта әйткәнсә, йылмайып аш күтәреп йөрөү генә аҙ әле. Бигерәк тә әлегеләй исеме сит илдәргә лә билдәле булған ҡунаҡхана өсөн. Әллә ни саҡлы меню ятларға, һәр кемдең ихтыяжын иҫәпкә алырға, ризыҡты ваҡытында килтереп еткерергә һәм башҡалар. Бынан тыш, йыш ҡына сит ил ҡунаҡтары килеп тора: поляктар, чехтар, ҡытайҙар, сербтар, инглиздәр, итальяндар, төрөктәр… тимәк, инглиз телен белһәң дә артыҡ түгел. Ғөмүмән, официант булып эшләр өсөн тәржемәсе лә, психолог та булырға тура килә. Ә аш-һыу оҫталығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Нисек кенә булмаһын, идарасы хеҙ-мәткәрҙәренең эшенән ҡәнәғәт. Егет-ҡыҙҙарын маҡтап-маҡтап телгә ала. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, кәңәштәрен бирә. Йәштәрҙе аңлай Марк. Үҙе лә бит ҡасандыр ашнаҡсы булып башлаған, унан шеф-ашнаҡсы, идарасы. Хәҙер, ана, үҙен хатта сит илдән эшкә саҡыртып килтергәндәр. Йәштәрҙең үҫе-шенә ихласлап булышлыҡ итә идарасы, был ҡунаҡханала эшләгән егет-ҡыҙҙарҙың артабан донъяға билдәле ресторан-ҡунаҡханаларҙа хеҙмәт юлын дауам итеүҙәре ошо хаҡта һөйләй һымаҡ.
Йәш коллективта кемдер бер нисә йыл эшләй, ҡайһы берҙәре быйыл ғына эш башлаған. Мәҫәлән, Алена Никитина өс йыл бармен бурысын атҡарһа, Наталья Буркинаның бындағы хеҙмәт стажы бер нисә ай ғына әле. Әммә, ситтән күҙәтеп, шуға шаһит булаһың: күпме генә эшләһәләр ҙә официанттарҙың артынан күҙ эйәрмәй.
…Официант һөнәре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, йәнә бер ҡалыпҡа инанаһың: башлыса был һөнәргә гүзәл заттар эйә була. Әммә шул уҡ ваҡытта ресторандарҙа йылмайып ҡаршы алған егеттәрҙе лә тап итәһең. Мәҫәлән, әлеге ҡунаҡхана официанты Азамат Юлғотлин был өлкәлә күптән үҙ кеше – хеҙмәт юлын студент сағында уҡ башҡа ресторанда башлаған. Тәжрибәле егетте, уҡып бөткәс, бер һынауҙа бында эшкә алалар. Әммә йәш кеше бәхетен сит ерҙә лә һынап ҡарарға була һәм ғаиләһе менән Себер тарафтарына сығып китә. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған физика-математика фәне белгесен сит ерҙә мәктәпкә ҡабул итәләр, тик, үҙе әйтмешләй, “ресторан сире” йоҡҡан егет официант эшен эҙләй башлай. Шуныһы ҡыҙыҡ: көндөҙ мәктәптә уҡытһа, кисен Азамат ресторанда тир түгә. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай үҙенсәлекле бәйләнеште тормошта йыш осратырға тура килмәй.
– “Институтта нисә йыл буйы официант булыр өсөн ыштан туҙҙырҙыңмы ни?” – тип аптыраусылар бар, әммә ғәмәлдә был һөнәргә эйә булыр өсөн дә, минеңсә, ярайһы оҫталыҡ, таһиллыҡ кәрәк. Әгәр абруйлы ресторан-ҡунаҡханала эшләргә теләһәң, юғары белемгә лә эйә булыу ҡамасауламай, – тип һөйләй Азамат эше хаҡында. – Ҡайһы бер клинеттарҙың артыҡ күңел асыуҙарын иҫәпкә алһаң, официант булып егеттәрҙең эшләүе отошло, – тип тә өҫтәй.
Нисек кенә булмаһын, Азамат ғаиләһе менән кире тыуған Башҡортостанына күсеп ҡайта һәм яратҡан ҡунаҡханаһына эшкә килә. Әлбиттә, ул да ғүмер буйы официант булып эшләмәҫ, тәжрибә туплап, кем белә, бәлки, киләсәктә милләттәш егет үҙе кафе-ресторан хужаһы булып китер, ул саҡта бол туплайһы ғына ҡала инде… Һәр хәлдә, “Ашығыҙ тәмле булһын!” тип йылмайған егет-ҡыҙҙарға рәхмәтле клиенттарҙың кү-берәк булыуын теләргә генә ҡалалыр.
Читайте нас