Әлбиттә, хужа һүҙ ҡәҙерен дә, шәхес исеме менән шаярырға ярамағанын да белә. Әммә хикмәт бында башҡала шул: ҡасандыр Пушкинды ла ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле фекерле йәш шағир тип белмәгәндәрме ни? Ә Флорид Бүләков пьесаларын машинистка ҡыҙҙарға алып килгәс, улары, бер ни аңламай, рәхәтләнеп көлгәндәр үҙенән. Ә хәҙер? Пушкин – рус әҙәбиәте классигы, Флорид ағайҙың әҫәрҙәре сәхнәнән төшмәй. Шуға йәштәргә, йәш ижадсыларға һағыраҡ ҡарашта булһаҡ ине. Бәләкәй саҡтан башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡ булған егет бөгөн ижад юлында тәүге аҙымын һынап ҡарай. Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында уҡып йөрөһә лә, ашнаҡсы булырға хыялланған Илшат та, бәлки, киләсәктә яҙыусы булып китер… Ә әлегә унан бәләкәй генә әҙәби күстәнәс.
Яҙ. Майҙың тәүге йомаһы ине. Урман, ялан ҡырҙары күптән ҡарҙан әрселгән. Ағастар япраҡ яра, ҡара ергә үлән түшәлә, бар тәбиғәт йәмләнә һәм йәшеллеккә күмелә.
Беҙ әсәйем менән икәүләшеп ошо ялда урманға барырға һөйләштек. Кистән бар кәрәк әйберҙәрҙе, хужалыҡ муҡсаһына һалып, әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Иртән телефон зыңғырлаған тауышҡа ла уянмай йоҡлағанмын.
Әсәйемдең: “Тор,улым, тор!” – тип башымдан һыйпауына уянып киттем. Тиҙ генә сәй эстем дә әсәй менән “юл доғаһын” уҡып, сығып киттек. Егерме минутлап барғанбыҙҙыр, шул мәл ике таш араһында аҡ сәскә күреп ҡалдым.
– Был сәскә яҙҙы йәй менән бутағанмы әллә? – тинем әсәйемә.
– Улым, был умырзая сәскәһе бит. Улар яҙҙың башында ғына күренеп ҡала. Аҡ ҡына түгел, зәңгәр төҫтәгеләре лә була. Туҡта! Ишетәһеңме: туҡ-туҡ, туҡ-туҡ? – Тумыртҡа туҡылдай!
– Тумыртҡа ағастың ҡайырын аҡтарып, уны ҡорттарҙан һәм башҡа бөжәктәрҙән таҙарта ... – әсәйем һөйләй, ә мин тирә-яҡты күҙәтәм.
– Ҡайын һутын алырға тип беҙемде һалып алғайным, тапмайым, төшөп ҡалмағандыр инде. Булһа, ошонда булыр ине лә бит, юҡ күрәһең, – тип борсолдо әсәйем.
– Бына бит ҡайын төбөндә ергә ҡаҙа-лып тора, – тинем шунда уҡ беҙҙе шәйләп.
– Ә-ә-ә, табылды исмаһам! – әсәйем балалай шатланды. Күҙлеген сисеп, тирен һөрттө. – Эй, хәтер тигән нәмә юҡ шул! Мә, һауытты тот, мин хәҙер беҙ менән тишек яһайым да, шешәне бау менән ағасҡа бәйләп ҡуйырға ярҙам итерһең, – тине лә төньяҡтың ҡайһы яҡта икәнлеген компас аша ҡарарға ултырҙы.
Мин, балаҫ түшәп, аҙыҡ-түлектәрҙе бушата башланым, һуңынан әсәйем дә ҡушылды.
Икәүләшеп, яланда ултырып, ир-тәнге йылымыс ҡына мәтрүшкә сәйен эсә-эсә, тирә-яҡтың гүзәллегенә ҡойоноп, ҡайын һыуын нисек дөрөҫ итеп йыйырға кәрәклеге тураһында һөйләшәбеҙ.
– Ҡайын һыуын йыйған ваҡытта ағасты һайлай белергә кәрәк, – ти әсәйем. – Йыуан, оло ағастан һут алһаң, күберәк тә һәм яҡшыраҡ та була. Компас аша төньяҡтың ҡайһы яҡта икәнлеген белеп, ағасты беҙ менән биш-алты миллиметрға тишәбеҙ ҙә, тәүге “ҡайын йәше” тамһа, ҡайын һыуын йыйырға була тигән һүҙ. Был шифалы эсемлекте көндөҙ, иртәнге сәғәт ун икенән киске сәғәт алтыға тиклем йыйһаң, файҙаһы күберәк була, тиҙәр. Иң мөһиме, ҡайын һыуын йыйғас, тишкән яра урынына шул уҡ диаметрҙа булған ҡайын ботағы йә берәй ағас киҫәген ҡағып, балауыҙ менән һылап китергә кәрәк. Юғиһә, күптәр ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәмәйенсә, ҡайын ағасына ҙур зыян килтерә, – әсәйем менән һөйләшеп ултыра торғас, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ.
Ҡайтышлай бәпембә яланына тап булдыҡ.
– Улым, тоҡсайҙы алып бир әле, бәпембә йыйып, өйҙә ҡайнатма ҡайнатырбыҙ, – тине лә әсәйем һары “ҡояштарҙы” йыйырға кереште.
– Нисек инде бәпембә сәскәһенән ҡайнатма ҡайнатып була ул? – тип аптыраным.
– Бик тә тәмле ҡайнатма килеп сыға, улым, телеңде йоторлоҡ! Тик бының өсөн байтаҡ ҡына тир түгергә кәрәк. Башта дүрт йөҙ сәскәнең башын ғына йыйып, өйҙә кистән һалҡын һыуға һалып ҡуябыҙ. Иртән яҡшылап бөтә бөжәктәрҙән сайҡап түгәбеҙ ҙә, биш йөҙ миллилитр һыу менән тултырылған ҙур булмаған кәстрүлгә һалып, яй ғына утта егерме минут ҡайнатабыҙ.
Һуңынан бер килограмм шәкәр һәм ике лимонды ҡабығы менән бергә үткәргес аша үткәреп, бер балғалаҡ лимон ... өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы ла биш минут тоторға кәрәк буласаҡ. Һөҙөп алғас, килеп сыҡҡан ҡайнатманы тағы ла ике минут ут өҫтөндә тотоп алырға кәрәк. Ҡайнатма бал төҫөнә инә. Тап ана шул баллы тәме һәм еҫе өсөн үҙен бал тип тә атайҙар.
Шулай итеп, беҙ ҙур байлыҡ артынан яланға барып, ял итеп ҡайттыҡ. Ҡайын һыуын да тәмләнек һәм “баллы” ла булдыҡ! Хоҙай биргән шифалы ризыҡты нисек инде ҡабул итмәҫкә?!