Әсәһе Миңлегөл апай ғүмер буйы һатыусы булып эшләгәйне, атаһы Фәрхетдин ағай шофер булды. Матур донъя көттө улар. Зилә ағаһы менән ҡустыһы араһында тыуған уртансы бала. Әйткәндәй, беҙ уның менән параллель кластарҙа уҡыныҡ. Зилә йәш саҡта бик оҫта йырлай торғайны. Буласаҡ ире Фәнүр менән мәктәптә уҡығанда уҡ записка алышып, ул армиянан ҡайтҡас, яңынан дуҫлыҡтары дауам итеп, 2 айҙан һуң сәстәрен сәскә бәйләгән пар улар. Улар өйләнгәнсе Зилә, Стәрлетамаҡ технология техникумын тамамлап, Ишембайҙа коммуналь хужалыҡта иҡтисадсы булып эшләй. Ҡыҙҙары Рита тыуғас, “оҙон аҡса” артынан Себер тарафтарына юллана йәштәр. Йәшәү шарттары еңелдән булмаһа ла, йәшлек дәрте ташып торғанда бер нәмәгә лә кәртә юҡ һымаҡ тойола уларға. Бәләкәйҙән эшләп үҫкәнгә, икеһе лә уңған булғанға, Себер һы-науҙарына бирешмәй ике йәш йөрәк. Икенсе ҡыҙҙары Гөлназ тыуа бында. Башҡортостандан, Татарстандан килгән ғаиләләр менән бер туғандай татыу йәшәйҙәр. Ләкин Себерҙәге тормош нисек кенә мауыҡтырғыс булмаһын, тыуған яҡ тупрағы үҙенә тарта. “Башҡортостанымды шул тиклем юҡһындым, хатта тыуған йорт ихатаһындағы һарайға тиклем һағына инем”, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Зилә. 1992 йылда ғаилә күсенеп ҡайта. Тарҡалған СССР-ҙың был яғында ла ҡояш йылмайып ҡаршы алмай уларҙы. “Фатир, машина алабыҙ", – тип йыйған аҡсалары, осһоҙланып, юҡҡа сыға. Зилә шул ваҡыттан алып Стәрлетамаҡтағы балалар баҡсаһында кер йыуысы булып эшләй. Балаларҙың ятҡан-торған урындарының таҙалығы өсөн яуап бирә. Ә Фәнүр оҙаҡ йылдар торлаҡ эксплуатациялау участкаһында слесарь, әле Себерҙә эшләй. Тормош бер урында ғына тормай. Ике ҡыҙҙары ла кейәүгә сығып, Ританың өс балаһы, Гөлназдың бер балаһы бәхетле өләсәй-олатай иткән үҙҙәрен. Бөгөн иһә Зилә күркәм ғүмер байрамын 62-се балалар баҡсаһында яратҡан коллективы менән ҡаршылай.