Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

АЙНУРҒА ЯРҘАМ ИТӘЙЕК!

2014 йылдың яҙында Стәрлетамаҡ технология колледжы студенты 18 йәшлек Айнур Йәнбирҙин дуҫы менән автомобилдә юлға сыға. Ул саҡта егет үҙен алда нимә көткәнен күҙ алдына ла килтермәгәндер – фажиғә һис уйламаған ерҙә көтөп торған булған шул, машина, трассанан осоп, түңкәрелә һәм нәҡ Айнур ултырған яҡ менән бағанаға барып бәрелә.

Егеттең ата-әсәһе был ҡот осҡос хәбәрҙе авмомобиль водителенән ишетә – ул зыян күрмәй. Айнурҙы ауыр тән йәрәхәттәре менән Ишембай үҙәк дауаханаһына оҙаталар. Арҡа бағанаһы һынған, арҡа мейеһе ҡаты зарарланған егетте бер тәүлектән һуң Стәрлетамаҡҡа күсерәләр. Бында уға ике тапҡыр операция яһайҙар.
Айнур оҙаҡ ваҡыт реанимацияла ята. Уның иҫән ҡалыу-ҡалмауы табиптарҙа ҙур шик тыуҙырһа ла йәш организм үлемде еңә. Тик дауахананан тыуған йортона уны түшәктә ятҡан килеш алып ҡайталар. Ярты йыл буйы өҙлөкһөҙ күнекмәләр эшләү һөҙөмтәһендә егет аяҡҡа баҫа шулай ҙа.
Бөгөн Айнурға ни бары 21 генә йәш – алда күпме ғүмер юлы үтәһе бар. Ул ата-әсәһе менән Ишәй ауылында йәшәй һәм тулыһынса аяҡҡа баҫыр өсөн көрәшә. Махсус тренажерҙа шөғөлләнә, көн дә оҙаҡ итеп йәйәү йөрөй. Тормошто яратҡан егет тиҙерәк һауығырға, уҡыуын дауам итергә хыяллана. Уға “Бубновский үҙәге”ндә реабилитация курсы үтеү талап ителә, бының өсөн 63 400 һум аҡса кәрәк. Тик ауылда йәшәгән ғаиләнең был сумманы түләрлек хәле юҡ. Айнурға ярҙам итеү йөҙөнән “Изгелек” фонды аҡса йыйыу өсөн иҫәп асты. Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында йәш егеткә ярҙам итергә теләүселәр табылыр. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?
1. Үҙеңдең мобиль телефоныңдан 3443 һанына “Изгелек” тигән яҙыу һәм аҡсаның суммаһын күрһәтеп СМС ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, әгәр һеҙ 150 һум аҡса ебәрергә ҡарар итһәгеҙ, “Изгелек 150” тип яҙырға кәрәк буласаҡ.
2. Аҡсалата ярҙамды Visa, MasterCard картала-рынан ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ “Изгелек” фондының рәсми сайтына инеп, башҡа уңайлы юл менән дә аҡса ебәрә алаһығыҙ.
Изгелек ҡыл, ярҙам кәрәк булғанда, үҙ изгелегең үҙеңә ҡайтыр, тигән алтын һүҙҙәрҙе онотмайыҡ, йәмәғәт!
Читайте нас