Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Айыусылар Сөмбөләне байрам итте

Борон-борондан көҙгө уңыш йыйып алынғандан һуң, әбейҙәр сыуағы еткәс, Сөмбөлә байрамы уҙғарылған. Элек уны ҡырға сығып, ҙур байрам итеп ойошторғандар. Ҡорбандар са-лып, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр.

Борон инәйҙәребеҙ һынамыштар, юрамыштар һынап, ил-көндәргә именлек теләр булған. Әйтәйек, көҙ көнө япраҡтар ергә аҫҡы яғы менән ятһа, ҡыш ҡаты килә, ҡуян һимергән йылда ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ була, ә тейен ояһын бейектә ҡорһа, ҡыш йылы килә һ.б тип юрағандар. Ай исемдәрен, миҙгел атамаларын да тапҡыр ҡушҡан боронғолар. Яҙ миҙгеле – алым, йәй – йыйым, көҙ – бирем, ҡыш – ҡуян тип аталған элгәре.

Инәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған ошо матур йоланы беҙ ҙә үткәрергә булдыҡ. Сөмбөлә – ул уңғандар байрамы, шуға күрә уңыш байрамына бойҙай, арыш башағынан көлтәләр бәйләп, көҙгө муллыҡтан тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, буҙа әсетеп әҙерләндек. Боронғо йолаларыбыҙ-ҙы иҫкә төшөрөп, өләсәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡыныҡ. Йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, йомаҡтар әйтешеп, уйындар уйнап күңел астыҡ.

Зәлиә Иралина байрамға бик ҙур итеп, уңдырып икмәк бешереп килтергәйне. Ауылыбыҙҙың әүҙем инәйҙәренең береһе Шәкирә апай Байғотлина Ҡөрьән аяттары уҡып ҡына ҡалманы, “Саҡ менән Суҡ” бәйетен дә әйтеп ишеттерҙе.

Гөлсөм Иралина иһә “Икмәк” шиғырын уҡып күңелдәрҙе күтәрҙе. Вәсилә Биккинина апай һамаҡлай-һамаҡлай изге теләктәр теләп, ағасҡа аллы-гөллө суҡтар бәйләне. Уйындар йыр-бейеүҙәр менән алмашынып торҙо - Гөлзиә Дашкинаның дәртле гармун моңона бейемәй түҙеп буламы һуң!? Шулай уҡ, байрамда ҡатнашып, йәм өҫтөнә йәм өҫтәгән Фәнүзә Хазиева, Сәүиә Байғотлина, Фәнүзә Рәхмәтуллина апайҙарға ла ҙур рәхмәт әйтке килә.

Шулай итеп, “Сөмбөлә”не бик матур итеп ҡаршылап, хәйер-фатихалар менән оҙатып ҡалдыҡ. Иншалла, киләһе байрамдарыбыҙҙы ла именлектә, муллыҡта, таҙалыҡта-һаулыҡта ҡаршыларға яҙһын!
Читайте нас