Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

АЗАМАТ АҒАЙ

Кеше ғүмере төрлө осрашыуҙарҙан тора. Кем менәндер беҙ көн һайын осрашабыҙ, кем менәндер бер тапҡыр осрашабыҙ ҙа ошо осрашыу ғүмерлекккә бер маяҡ булып ҡала. Беҙҙең аранан шул тиклем ваҡытһыҙ иртә китеп барған Азамат Самат улы Хәлилов тураһында уйлаған һайын уның менән эшлекле осрашыуҙар, бер осор бер үк проблемалар өҫ-төндә эшләү, бер үк студенттарҙың уңыштары менән йәшәү, күмәкләшеп хеҙмәттәшлек итеү, ҡыҙғанысҡа ҡар-шы, тарихҡа әйләнгәненә инанаһың.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (ул ваҡытта СДПА) башҡорт филологияһы факультеты (хәҙерге башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты) студенттары менән шөғөлләнеү өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлиловты 2007 йылдың көҙөндә саҡырҙыҡ. Харис Зәбих улының бүлмәһендә эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләшкәндән һуң, студенттар менән танышырға киттек. Студенттарға “Азамат Саматович” тип таныштырһам да, улар барыһы ла уны үҙ күреп, тап үҙебеҙҙең башҡорттарса, “Азамат ағай” тине. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен мин һәр студенттың Азамат ағаһының тап үҙенеке, сәхнәлә һөйләгән һүҙҙәре, кәңәштәре тап уға әйтелгән тип ҡабул ителеүендә булғандыр тип аңлайым. Сөнки Азамат ағайҙың үтә ябайлығы менән үтә бөйөклөгөн билдәләгән шәп сифаты бар ине: ул һәр студентты ҙур талант эйәһе тип ҡабул итте, ниндәй генә эш булһа ла, һәр нәмәгә үтә лә талапсан булды, бөтөнләй бер һәләте лә булмаған кеүек студентҡа ла бик юғары планка ҡуя белде һәм шуны талап итте. Һәм беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән сәхнәләге ролдәрҙең барыһының да төп роль икәненә ышандыҡ. Хатта сәхнәгә ултырғыс йәки микрофон сығарып биргән студент та (Азамат ағаһы биргән “сәхнә эшсеһе” роле, ул студент мотлаҡ костюм-салбарҙа, ыҫпай кейенгән) тап уның һәр аҙымынан эштең төп уңышы тороуына мөкиббән ышанды. Был йәһәттән бөгөн Азамат Самат улының тағы бер һөнәре – мөғәллимлек оҫтаһы булыуын да әйтергә тейешбеҙ.
Беҙҙең осрашыу ябай ғына башланманы. Башта беҙ уға бик оҙаҡ студенттар әҙерләгән сәхнә әҫәрҙәренең үҙенсәлеген аңлатып ҡараныҡ. Ул, тыңлап ултыра торғас: “Был нәмә була һуң ул, концертмы, спектаклме?” – тине аптырап. Көҙ көнө 1-се курстар менән әҙерләгән “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшмәнек. Шунан факультеттың 10 йыллығын арыу ғына үткәрҙек. Артабан “Студент яҙы”на әҙерләнә башланыҡ. Оҙаҡ эҙләнеүҙәр һәм уйланыуҙар һөҙөмтәһендә 3-сө курс студенты Радик Ғиззәтов сценарий яҙҙы, сценарий һәммәбеҙҙең тырышлығы һәм фантазияһы менән байытылды, хатта автобус яллап Ишәй ауылына барып урамдағы әбей-бабайҙарҙы, мәктәпте видеоға төшөрөп алдыҡ, шулай юмористик пландағы “Рәсәй ауылын күтәрәйек” исеме аҫтында ике сәғәтлек программа тәҡдим иттек. Төп ролдәрҙе башҡарған студенттарҙың күпселеген тәшкил иткән 5-се курстарҙың репетициялар ваҡытында үҙҙәрен бик һауалы тотоуын, һуңлап килеүҙәрен дә әйтеп үтке килә. Азамат ағалары сығыш яһай торған көндө һәр сәғәтләп яҙып сыҡты: нисәгә килергә, нисәлә грим һалырға, нисәлә костюмдарҙы кейергә... Беҙ уның менән ваҡытында килдек. Прогон яһай башлағайнылар, теге студент юҡ, быныһы кейем артынан баҙарға киткән. Тамаша башланырға 4 сәғәт тирәһе ваҡыт ҡалғас, Азамат ағаларының “Бөтәгеҙ ҙә сәхнәгә!” тигән саҡырыуы “ишетелде”. Уның тауышындағы юғары тондарҙы ишетеү менән мин ишек артына сыҡтым. Һәм шунда ул беренсе һәм һуңғы тапҡыр студенттарға сәхнә һәм ябай тормош, сәхнә кешеһе һәм ябай кеше барлығын һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерлек итеп аңлатты ки, мин ишекте асып ингәндә бөтә ерҙә идеаль тәртип ине (Азамат ағай тәртип тигән нәмәне ныҡ яратты). Һөҙөмтә билдәле: беҙ әҙерләгән программа Гран-при алды.
Уҙып китеп шуны ла әйтәйек: беҙ Азамат Самат улы менән берлектә 4 программа әҙерләнек, шуларҙың өсөһө Гран-при, береһе 1-се урынға лайыҡ булды. 2010 йылда сәхнәгә сығарған “Беҙ үҙ үлемебеҙҙән йәшерәкбеҙ” (сцена-рий авторы – Денис Зәйнәғәбдинов) программаһы өсөн Гран-при алғас, икенсе йылды “Ике йыл рәттән гран-при бирмәҫтәр” тигән саҡта ла Азамат ағайҙары талапты кәметмәне. Һәм 2011 йылдағы “Йыһанда беҙ үҙебеҙ генәме?” (сценарий авторы – Денис Зәйнәғәбдинов) программаһы өсөн йәнә Гран-при алдыҡ. Әлбиттә, был уңыштарға ирешеү өсөн бөтә көсөн һалған тағы ла ағайҙарыбыҙ булды: Рим ағай Хисаметдинов бейеү һалды, Азамат ағай Асаинов ҡурайсылар менән шөғөлләнде, видеолар әҙерләргә Венер ағай Сәлихов өйрәтте. Факультет уҡытыусыларының һәм декандың һәр яҡлап ярҙамын да айырып әйтергә кәрәк, сөнки дәрестәр ҙә ҡалдырырға тура килде, аҙмы-күпме сығымдар ҙа кәрәк булды. Сығыштар өсөн сәхнәгә бөтә нәмәне үҙебеҙ күмәкләшеп әтмәләйбеҙ. Һуғыш тураһындағы 2010 йылғы программа “А зори здесь тихие” киноһына нигеҙләнеп яҙылғайны. Бер көн Азамат ағай көрәк һаптары алырға тип студенттарҙы “Оҫта ҡулдар” магазинына ебәрҙе. Аҙаҡ килеп ошо көрәк һаптарынан ағайҙарыбыҙ егеттәр менән сәхнәлә “зенитка”лар яһаны. Һәм ул “зентика”лар дошман һөжүм иткәндә ысынлап тороп “ата башланы”. Баҡтиһәң, йәшел буяуға буялған көрәк һаптарынан әтмәләнгән “зентика”ларҙың баштарына ялтыр кон-серва һауыттарын беркеткәндәр: ут һүнеп, прожектор тоҡанғас, улар ялтлап “ата” башланы...
Өс көнлөк был донъя... Азамат ағай юҡ. Башҡа уның менән осрашыуҙар булмаясаҡ. Тик шулай ҙа уның менән булған осрашыуҙарҙы мәңгелеккә иҫтә ҡалдырған, ул биргән дәрестәрҙе ғүмерлеккә бер ҙур һабаҡ итеп ҡабул иткәндәр бихисап: Рәмилә Ильясова, Гөлдәр Хисмәтуллина, Илшат Сынбулатов, Гөлнара Кинйәбаева, Ләйсән Ғәлиева, Гөлнур Зәйнәғәбдинова, Зинира Рәхмәтова, Фидалиә Хәсәнова, Тимур Усманов, Дилә Абдуллина, Лилиә Тимербулатова, Руфина Әбдрәшитова, Лидия, Әлфинә, Лилиә, Айгизәр, Илназ, Илдар, Айнур, Марат, Эмиль, Нургиз һәм башҡалар. Бөгөн Азамат Хәлилов мәктәбендә һабаҡ алған йөҙәрләгән сту-дент исеменән ҙур рәхмәт әйтәм һеҙгә, Азамат ағай, Азамат Саматович, беҙҙең тормошобоҙҙа булғанығыҙ, тап шундай булғанығыҙ өсөн, кәңәштәрегеҙ өсөн, талантығыҙ өсөн, беҙгә ышаныуығыҙ һәм беҙҙең студенттарға ҡанат ҡуйғанығыҙ, уларҙың һәләттәрен асҡанығыҙ, үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡайҙан ваҡыт таптығыҙ ҙа нисек һәр бер студенттың күңеленә юл таптығыҙ икән...
Кешене күпме хәтерләһәң, ул шул тиклем йәшәй, тиҙәр. Һеҙҙең хаҡта беҙ бер ваҡытта ла онотмабыҙ, Азамат ағай, барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт. Ғаиләңә сабырлыҡ бирһен Хоҙай.
Читайте нас