Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Бәхет тәме – йәшәү көсөндә

...Сәстәренә сал төшһә лә егеттәрсә төп-төҙ атлап килеп ингән әңгәмәсене ете тиҫтәһен тултырған аҡһаҡал тип алдан һөйөнсө һалып өлгөргәйнеләр инде. Тик тап-таҙа итеп ҡырынып алған, бөхтә итеп кейенгән оҙон буйлы был абзыйҙы бер ҙә “бабай” тип әйтергә тел әйләнмәй. Уның балҡып торған йөҙөнә бағып, һис юҡта ир уртаһындалыр тигән һығымтаға киләһең. Тик бына моңһоу күҙҙәре генә бер аҙ “һаталар” һымаҡ. Хәйер, артабан барыһын да үҙ тәртибе менән.

Бер көн дә

дауаламаған табип

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған та-бибы Әхмәт Тимерғәли улы НУРҒӘЛИЕВ. Исеме күптәргә ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә яҡшы таныш. Бит өс тиҫтә йыллыҡ хеҙмәте уның Стәрлетамаҡ медицина колледжын етәкләүҙә үтә.

Ҡасандыр республикала кескәй медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй ине. Әхмәт Тимерғәли улы ошо етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡарар итә һәм яңылышмай. Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлаған шәфҡәт туташтары, дарыуханасылар бөгөн бер беҙ йәшәгән ҡалала ғына хеҙмәтләндермәй. Ә теш табиптарын әҙерләүгә әңгәмәсем айырыуса көс һала. Әйтергә кәрәк, был белгестәр ҙә заманында етешмәй, сөнки уларҙы әҙерләүсе уҡыу йорттары йүнләп булмай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бер Стәрлетамаҡты ғына ҡайғыртып үтмәй Әхмәт ағайҙың ғүмере – Күмертау ҡалаһында колледждың филиалын булдырыу нисек ауырға төшкәнен, йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәттәрҙе йырырға, күпме түрәләрҙең тупһаһын тапарға тура килгәнен әңгәмәсем үҙе генә белә. Эйе, ниндәйҙер эш алға китһә оло кинәнес кисерәһең, тик ныҡышмайынса бер ниндәй ҙә уңыш килмәйәсәк. Әхмәт Тимерғәли улы был хәҡиҡәткә бала сағынан төшөнөп үҫә. Шуға етем үҫһә лә үҙен оло тормошта тиҙ таба, интернат, комсомол мәктәбен үтеп, яуаплы эштәргә йөкмәтелә.

- Медицина институтын тамамлаһам да, бер кемде лә дауаламаным, - тип көлә әңгәмәсем. Тик... медицина үҫешһен өсөн яҡшы белгестәр генә түгел, яҡшы белгестәрҙе әҙерләүселәр ҙә кәрәк шул.

Етем сабый

тауышы һынаумы?

Әхмәт Тимерғәли улының хәләл ефете Зәйнәб Мәзит ҡыҙы ла “тар түңәрәктә” генә билдәле түгел. Байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ сабыйҙар йортон етәкләгән ханымдың да эше яуаплы һәм һәр саҡ йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә була. Донъяға тәүге ауазын һалғандан алып биш йәшкә тиклем балалар тәрбиәләнә ул эшләгән йортта. Бындай хеҙмәттең ни тиклем ауыр икәнлеген күҙ алдына килтереү менән тетрәнеү кисерәһең. Юҡ, һүҙ бала бағыу мәшәҡәте хаҡында ғына бармай, әлбиттә. Һинең күҙҙәреңдән әсә наҙы эҙләгән етем сабыйҙар менән аралашыу, уларҙың һәммәһенә күңел йылыңды өләшеү – бына нимәләр талап ителә бит. Ә директорҙың иңендә был эштәр генә ятмай әле. Табип тәжрибәһе булғанға, комсомол эшендә ойоштороу һәләтенә өйрәнгәнгәлер, күрәһең, йәш етәксе шулай ҙа ҡойолоп төшмәй, учреждениеның баһаһын ил кимәленә тиклем күтәрә. Был йортто өлгө итеп ҡуялар, был йортҡа тәжрибә артынан киләләр. Һәр хәлдә, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличныгы тигән маҡтаулы исемдәргә һәр табип лайыҡ булмай. Абруйҙың нигеҙендә, һис шикһеҙ, хеҙмәтеңә ҡарата һөйөү, тырышлыҡ ята.

Бейетә лә, йырлата ла

мөхәббәт

...Зәйнәб Мәзит ҡыҙы хаҡында, әлбиттә, әңгәмәсе һөйләгәндәрҙән яҙып алынды. Был аралашыуҙан шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: Әхмәт Тимерғәли улы ҡатыны тураһында һүҙ йөрөткәндә балҡып китә, күҙҙәрендә осҡондар сағыла. Мөхәббәт осҡондары улар. Әйтергә кәрәк, мөхәббәт тарихы әлеге осҡондарҙа ғына сағылмай – ирле-ҡатынлы халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһаған Нурғәлиевтарҙы уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре генә түгел, ябай тамашасы ла ярата һәм хөрмәт итә. Улар башҡарыуында парлы башҡорт-татар бейеүҙәренә күптәр ғашиҡ була. Ошондай матур мөхәббәт тарихының үҙ емештәре булырға тейеш: ғаиләлә ике ул тыуа, Руслан менән Артур ата-әсәһе эҙенән барып, медицина юлын һайлай. Икеһе лә хирург тигән яуаплы һөнәргә эйә була. Ата-әсәһенең тәрбиәһе, әлбиттә, бер һөнәр һайлауға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел бит. Кешегә ярҙамсыллыҡ, иғтибарлыҡ тәрбиәләү – бына ниндәй орлоҡ сәсә улар балалары күңеленә. Егеттәрҙең айҙар буйы бушлай кеше дауалауы – быға асыҡ дәлил. Әлеге изге миссия менән улар башҡа төбәктәрҙәге учреждениеларҙа ла хеҙмәт итә.

Ата-әсәнән һалынған изгелек орлоғо ғына түгел, тырышлыҡ та тамырланған улдарҙа. Артур бөгөнгө көндә Мәскәү өлкәһендә эшләй, шунда тәжрибә туплай һәм алдағы йылда медицина буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға йөрөй. Ғаиләһен дә күсереп алған үҙе янына.

Ниңә иртәләйҙәр

яҡшы кешеләр?

...Руслан хаҡында һүҙ барғанда Әхмәт ағайҙың йөҙө үҙгәреп китә. “24 йәшендә фән кандидаты исеменә лайыҡ булды, 4 балаға ғүмер бирҙе, тик үҙенең ғүмере генә ҡыҫҡа булды шул...”, – тип көрһөнә атай кеше (бына ниңә күҙҙәр моңһоу икән). Шуныһы бигерәк тә үкенесле: Русландың вафатынан һуң биш көн үтеүгә уның ғаиләһендә йәнә сабый тауышы яңғырай. Яҡшы белгестәр, бәхетле атайҙарҙың шулай иртәрәк аранан китеүе үкенесле...

– Бер үк ата-әсәләр балаларын юғалтмаһын ине, – тип дауам итә һүҙен Әхмәт Тимерғәли улы. Ысынлап та, Хоҙай был һынауҙан мөмкин тиклем аралаһын инде – сабыйҙарыбыҙ беҙҙең бәхеттәребеҙ бит. Шулай ҙа, бәхеттәрен инде юғалттым тиһәләр ҙә, бирешмәҫкә тырыша Нурғәлиевтар. Ейәндәре өсөн йәшәй улар.

Етмеш йәштә инглиз телен дә өйрәнерһең

– Мәрхүм улымдың бурысын үҙ алдыма ҡуйҙым – ейәндәремде аяҡҡа баҫтырғансы Хоҙай ғүмер бирһен инде, – тип теләй әңгәмәсем. Ейәнен спорт түңәрәгенә йөрөтә, инглиз теле буйынса бергәләп дәрес алалар. Әлбиттә, етмеш йәшлек абзыйға инглиз телен өйрәнеүе, ғөмүмән, ейәне менән көнө буйы булышыуы еңел дә түгелдер, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бит – шулай уҡ балалар тәрбиәләргә лә. Тик, ни ҡылаһың, Хоҙай шулай ҡушҡан һәм, уның ҡарауы, ошо рәүешле Нурғәлиевтар йәшәргә көс таба, яңынан йәшәргә өйрәнә һымаҡ. Бәхет бит күп яҡлы.

– Медицинаһыҙ йәшәй алмайым, - ти Әхмәт ағай. – Ул минең тормош мәғәнәм, бөтә ғаиләмдең юлы ошо өлкә менән бәйле. Хәйер, медицинаға Әхмәт Тимерғәли улы ғына түгел, бар әҙәм балаһы ла бәйле, тик башҡасараҡ мәғәнәлә. Кеше бит сирләмәй тормай һәм уларҙың һаулығы белгестәрҙән тора. Әхмәт ағай һымаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм етәкселәр, ғөмүмән, тормошҡа һөйөүе булған кешеләр күберәк булғанда сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшамаҫ ине.
Читайте нас