Бар булмышы менән бейеү өсөн генә яратылған артистканың тәбиғәттән бирелгән һомғол кәүҙәһе, буй-һыны, нәзәкәтлелеге һәм ғәжәп оҫта бейеүселәргә генә хас һығылмалы хәрәкәте әле лә күҙ алдынан китмәй.
Римма Нәҙерша ҡыҙы – легендар артист, балетмейстер-ҡуйыусы Хә-лил Ишбирҙин менән берлектә, Стәрлетамаҡта Бейеү театрын асыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан шәхес. Ул күп йылдар ошо театрҙың сағыу солисы булды һәм бик күп хореографик композицияларҙа башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарына дан йырлаған ҡабатланмаҫ сәхнә образдары тыуҙырҙы. Тиҫ-тәләрсә йылдар дауамында «Иркә», «Еҙ үксә», «Заһиҙә» бейеүҙәре менән республикала ғына түгел, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрҙе.
Римма Ишбирҙина ҡуйған «Таң ҡыҙҙары» лирик бейеүе – әле лә Бейеү театры репертуарындағы сәхнәнән төшмәҫ бейеүҙәрҙең береһе. Уның Хәлил Ишбирҙин менән бергә башҡарған “Сыбыртҡы менән бейеү”, “Күбәләк” һәм башҡа бейеүҙәре башҡорт бейеү сәнғәтенең алтын фондына ингән.
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы мәрхүмәнең яҡында-рының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.