Әхәт Мотаһар улы 1959 йылда Учалы районында тыуған. Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 1980 йылдар аҙағында ул конкурста еңеп, Башҡортостан радиоһына диктор итеп эшкә алына. Бер үк ваҡытта радиолағы яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһына уңышлы етәкселек итә. Тиҙ арала танылыу алған диктор Башҡортостан телевидениһында ла тапшырыуҙар алып бара.
2000 йылдарҙа “Башҡортостан” дәү-ләт унитар предприятиеһы барлыҡҡа килгәс, Әхәт Мортазин унда диктор һәм яңылыҡтар бүлеге хеҙмәткәре булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
Әхәт Мортазин эшләгән тапшы-рыуҙар, уның башҡарыуында уҡылған радио һәм телеспектаклдәр ике телерадиокомпанияның да “Алтын фонды”нда һаҡлана. Уларҙы ике радио ла һәр ваҡыт бик теләп эфирға бирә.
Әхәт Мортазиндың йомшаҡ, бәрхәт тауышы радио тыңлаусыларға яңылыҡтар, актуаль репортаждар аша яҡшы таныш. Башҡортостандың халыҡ артисы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, күренекле диктор һәр ваҡыт дәүләт кимәлендә уҙғарылған мөһим сараларҙа, байрам тантаналарында һәм концерттарҙа тура трансляция алып барҙы.
Коллегалары күңелендә ул интеллигент, итәғәтле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған изге күңелле кәңәшсе, үҙ тәжрибәһен йәлләмәй уртаҡлашыусы тоғро дуҫ булып ҡалды.
Тормош юлдашы, “Башҡортостан” теле-радио компанияһының генераль директоры урынбаҫары, «Юлдаш» ради-оһының генераль директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала үҫтерҙеләр.
Әхәт Мотаһар улы ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем эштә булды - «Юлдаш» радиоһында яңылыҡтар уҡыны.
Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың яҡты иҫтәлеге радио тыңлаусылар, телевизор ҡараусылар һәм коллегаларының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр!
Әхәт Мортазин Өфөләге мосолман зыяратында ерләнде.