Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Бәләне алдан иҫкәртеү хәйерле

Ҡала хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күреү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Ултырыш бөтә илде тетрәндергән Кемерово ҡалаһындағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге фажиғәлә һәләк булыусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Милли матәм көнөндә үткән ултырыш бөтә яҡлап та граждандарҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгәйне, айырыуса, янғын хәүефһеҙлеге, «Торлаҡ» профилактик операцияһы һәм яҙғы ташҡынға ҡаршы саралар күреү көн ҡаҙығына ҡуйылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡалалағы күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирек Ибраһимов үҙ докладында янғындарҙың күпселеге, 70 проценты, торлаҡ өлөшөнә тура килеүен белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарында, подъездарҙағы электр щиттарында һәм баҡса йорттарында, төҙөлөш вагонсыҡтарында янғын һаны артҡан. Йыл башынан бөтәһе 30 янғын теркәлгән, 4 кеше тән йәрәхәттәре алған. Башлыса янғын сығыуға тәмәке төпсөгөн һүндермәй ҡалдырыу, ут менән дөрөҫ ҡуллана белмәү, электр ҡоролмаларының дөрөҫ эшләмәүе сәбәпсе була. Кемерово ҡалаһында булған фажиғәнән һуң Рәсәйҙә бөтә сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә тикшереүҙәр башланды, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтағы «Фабри» сауҙа үҙәгендә лә. Ҡала хакимиәте башлығы шулай уҡ ҡала буйынса урынлашҡан балаларҙың ял итеү, күңел асыу урындарын, төрлө йүнәлештәге спорт майҙансыҡтарын, подвалдарҙағы сауҙа нөктәләрен, күпләп кеше йыйылған урындарҙы, идара итеүсе компанияларҙы тикшерергә ҡушты. Әгәр ҙә талаптар үтәлмәй икән, бындай объекттар янғын һүндереүселәр ҡуйған талап үтәлгәнгә тиклем эшен туҡтатып торорға мәжбүр буласаҡ.
Торлаҡ фондында профилактик эштәр тураһында идара итеүсе компаниялар ҙа сығыш яһаны. Әйткәндәй, был эшкә бөтәһе лә яуаплы ҡарамай. Ә янғындар сыҡҡан осраҡта ремонт өсөн сығымдарҙы унда йәшәүселәр иҫәбенә ҡаплайҙар булып сыҡты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы Алексей Алехин иһә идара итеүсе компанияларҙан подъездарға видео күҙәтеү урынлаштырыуҙы талап итте, уның фекеренсә, был электр щиттарын яндырыу осраҡтарының кәмеүенә килтерәсәк. Шулай уҡ сауҙа үҙәктәрендә хеҙмәткәрҙәр араһында инструктаж үткәрергә, тауыш һәм эвакуациялау системаларын тикшерергә ҡушылды.
Быйыл күпләп ҡар яумаһа ла, Стәрлетамаҡ йыл да һыу баҫыу зонаһына ҡарай. Стәрлетамаҡтағы гидрология станцияһы етәксеһе Галина Кенден шулай ҙа ҙур ташҡын булмаясағы һәм йылғаларҙың 10 апрелдә боҙҙан асыла башлауы тураһында әйтеп үтте. Былтыр был күренеш 12 апрелгә тура килгән. Ер өҫтө 1 метрға тиклем туңған, былтыр 52 сантиметр булған. Фаразлау буйынса, Ағиҙел 270-370 см (2017 йылда – 506 см), Ашҡаҙар – 230-330 см (320) һәм Стәрле йылғаһы – 400-500 см-ға (531 см) тиклем күтәреләсәк.
Ташҡынға әҙерлек тураһында Авария-ҡот-ҡарыу хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Ирек Суняев һөйләне, отрядта йөҙөү һәм автомобиль техникаһы, шулай уҡ ҡотҡарыу ҡорамалдары ла әҙер. Ошо көндәрҙә улар Шахтау эргәһендә Һәләүек һәм Ағиҙел йылғаларында боҙ өҫтөн ҡарайтыу эштәрен ойошторасаҡ.
- Ташҡын быйыл ҡурҡыныс янамаған кеүек, шулай ҙа тынысланырға ярамай,- тине сараны йомғаҡлап ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. Һәм тағы ла бер тапҡыр бөтә яуаплы ойошмаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе бәләләрҙе иҫкәртеү эшенә яуаплы ҡарарға саҡырҙы.
Читайте нас