Шулай килә торғас, нишләптер, уң ҡулдағы һөҙәк тау битләүенә ҡарай ҡуйҙым. Һәм ҡапыл ниндәйҙер 3-4 шикле нөктә күҙемә салынғандай булды. Ныҡлабыраҡ ҡараһам... бүреләр! Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте... Нишләргә? Кирегә әйләнеп йүгереп ҡасырға ярамай: хәҙер артыңдан килеп, елкәңдән аласаҡтар. Үс иткәндәй, юлға яҡын бер ағас та күренмәй менеп китергә. Артым менән килгән яғыма кире сигеп китә башланым, ике күҙемде йыртҡыстар яғынан ала алмайым. Тегеләр ҙә мине шәйләп ҡалдылар, буғай, шәберәк хәрәкәтләнгәндәй тойолдолар. Хәҙер юлға төшөп, минең «кире» эҙҙәрем буйлап, буласаҡ ҡорбандарын ҡарауыллап, әлегә бик яҡынламай, төпкөлгәрәк ҡыуалап индереп, «иҫәп-хисап» яһамаҡсылар, ахыры. Ни ғәжәп, ошо мәлдә «бөттөм!» тигән һуңғы хис мине ташлап китте, күңелемдә ошоға хәтлем йәшәгән йылдарым, ҡәҙерле әсәйем, барлыҡ туғандарым бер күренеш булып ҡапыл «гөлт» итеп барлыҡҡа килде лә «һә» тигәнсе юҡ булды. Тап ошо секундта бүреләр яғынан паровоз гудогына оҡшаш, бик тә хәүефле, көслө ят тауыш ишетелде. Был тағы ни хәл, мәйтәм, бүре бындай тауыш сығармай, шикелле? Улар бит ҡотоң бот буйына китерлек итеп бик яман олой, әллә нисә тапҡыр ишеткәнем булды...
Күп тә үтмәй, оҙон муйындарын һуҙып, яман үкереп, дөйәләр егелгән 5-6 ылау миңә яҡынлашты. Ылауҙағы ҡаҙаҡтар: «Ой бала, ана бит ҡасҡырҙар, алай яңғыҙ йөрөмә!» – тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып киләләр. Иң алдағы ылаусы санаһына мине ултыртып алды. Баяғы ауыл яғына бер аҙ килгәс, яҡшы ат егелгән санала килеүсе ике кеше мине ултыртып алды. Ошо мажараларҙан һуң кисләтеп кенә Арсендағы ағайымдарға килеп индем. Хәлде һөйләнем дә, тиҙ генә сәй эсеп, хәҙер үк юлымды Аҡбулат ауылы яғына дауам итәсәгемде әйттем. Ағайым да, еңгәм дә бер ауыҙҙан: «Төнгә ҡаршы бер ҡайҙа ла сыҡмайһың, ул яҡта ла кисә төнө буйы бүре олоно», - тигәс, уларҙа йоҡлап, иртә менән сәй эсеп, тағы юлға сығып киттем. Кисәге хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат күҙ алдыма килтереп, сәғәт ярымдай атлағас, Мундаҡ һыртына (Аҡбулатҡа өс саҡрым ҡала) күтәрелдем. Һәм ни күрәм: һырттың ҡаҡ башындағы юл, уның тирәһендәге майҙан «ырҙын табағы»на әйләнгән. Йөрәгем «жыу» итеп ҡалды. Бүреләр күренмәй. Алай-былай ҡаранғансы, ошо урында мине кошевкаға яҡшы ат еккән бер кеше ҡыуып етте. «Ай, сынок, зачем один ходишь, видишь, какую «свадьбу сыграли» тут ночью волки! Айда, садись!» - тип мине ултыртып алды...
Дүрт аяҡлы бүреләр осранылар ҙа, юҡ булдылар, улар тураһында мәҙәк итеп кенә һөйләп алам, ә бына ике аяҡлылары ғүмер буйы йонсотто, улары бигерәк ҡурҡыныс.