Иң ололар менән иң кеселәр берешәр километр йүгерһә, йәштәр 2 саҡрым араны иңләне. Саңғысылар араһында тәжрибәле спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәре лә булды, тәүгеләре сарала еңеү тураһында уйлаһа, икенселәре күркәм саранан ситтә ҡалмаҫҡа маҡсат ҡуйған.
Саңғы юлына етәкселәр ҙә баҫты, улар ҙа ярышҡа сәмләнеп килгән, стартта уҡ алдынғылыҡ өсөн башланған көрәш аҙағына тиклем барҙы. Ҡала етәкселегенең дә ошондай спорт ярыштарының уртаһында ҡайнауы йылдан-йыл спорт сараларының абруйын күтәрә, мәртәбәһен арттыра.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.