Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

БАЛА САҠТЫҢ ГӘҮҺӘРЕ

Башҡарған эшеңдең, ҡылыҡтарыңдың һөҙөмтәһе бөгөндән дә, әллә күпме ваҡыт арауығы үткәс тә үҙ емешен бирә, тип әйтә аҡыл эйәләре. Был һүҙҙәрҙе ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гәүһәр Мирхәйҙәрова үҙ иңендә әллә нисә ҡабат һынағаны бар – урамдан атлағанда инде үҫеп еткән малай-ҡыҙҙар йүгереп килеп, “Гәүһәр апай!” тип ҡосаҡлап ала, ата-әсәләр “Гәүһәр Ғилметдиновна, рәхмәт Һеҙгә тәрбиәгеҙ өсөн!” тип йыш ҡабатлай. Уҡытыусы, тәрбиәсе хеҙмәтенә ошонан да ҙур баһа бармы ни!

– Һәр баланың үҙенсәлегенә төшөнөргә тырышам, – тип уртаҡлаша хеҙмәт тәжрибәһе менән тәрбиәсе. – Күберәк баланы маҡтарға, уның еңеүҙәрен күрә белергә кәрәк. Иң мөһиме: һөйөү, хөрмәт төшөнсәһе баланы алдаштырып, һатып алынмаһын.
Был һүҙҙәрҙе тәрбиәсе ата-әсәләргә лә төбәп әйтә, әлбиттә, сөнки остаздарынан бигерәк янындағы ата-әсәһенең йылыһы һәм иғтибары етмәй ҡуя шул ҡай саҡ балаға.
Гәүһәр Ғилметдин ҡыҙының хеҙ-мәтендәге икенсе бер сифатын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә. Был йәһәттән бер нисә йыл элек булған ваҡиғаны иҫкә төшөрөү зарур: ул саҡта тотош бер төркөм балалар ҡаланың башҡорт гимназияһына уҡырға китә: башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙар үҙҙәре лә, ата-әсәләр ҙә сабыйҙарының башҡорт класында уҡыуын теләй. Бына бит кескәй генә саҡтан бала күңеленә орлоҡ һалыу нимәгә килтерә! Ә бит уларҙың һәммәһе лә башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнгән балалар булмай. Шу-ныһы ҡыуаныслы: балалар баҡсаһы менән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия араһында әле лә тығыҙ бәйләнеш һынатмай.
– Шулай ҙа тел, мәҙәниәт, әҙәбиәт нескәлектәрен һеңдереүҙә бигерәк тә ата-әсәнең роле мөһим, – ти тәрбиәсе. Был йәһәттән Гәүһәр Ғилметдин ҡыҙының шәхси өлгөһө иғтибарға лайыҡ: башҡорт ауылдарында көн итеп тә ҡайһы бер балалар русса һөйләшеп йөрөгән мәлдә, ҡасандыр бынан алыҫ Түбәнге Тагил ҡалаһында башҡа милләт, бүтән мөхит шарттарында йәшәгән Мирхәйҙәровтарҙың ике улы ла шартлатып саф башҡортса һөйләшә!
– Телемде яратҡас, балаларым да ярата, – ти әңгәмәсем ябай ғына итеп.
...Эйе, торлаҡ тип сығып китә улар сит ергә. Байтаҡ ғүмерен был ҡалала үткәреп, тыуған яғын һағыныуҙан сара ҡалмағас, кире Башҡортостанға ҡайтып төпләнәләр. Хәҙер инде тиҫтәнән ашыу ғүмерен Гәүһәр Мирхәйҙәрова тыуған ерендә Стәрлетамаҡ балаларын тәрбиәләүгә арнай. Бала саҡтың Гәүһәр апайҙай гәүһәрҙәре күберәк булһын ине ул.
Читайте нас