Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

БАЛАЛАР ДАУАХАНАҺЫ САФТА!

Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында капиталь ремонт тамамланды.

Ҡалала, ниһайәт, балалар дауаханаһының икенсе корпусында ремонт эштәре тамамланды. Да-уахана ремонттан һуң танымаҫлыҡ йөҙ алды, тышҡы биҙәлеш кенә түгел, һыу, йылытыу, бәйләнеш системалары ла тулыһынса алмаштырылған. Өс йыл элек ҡала депутаттары инициативаһы менән башланған капиталь ремонт һөҙөмтәләре менән дауаланыусы балалар ҙа, улар менән килеүсе ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Иң мөһиме, табиптарға ла яңы йыһазлы бинала эшләүе күпкә еңел, күңелле. Бөгөнгө көндә бында эштәр тулыһынса тамамланған. Дауахананың баш табибы Борис Шәрипов һүҙҙәренсә, күп булмаған кәмселектәрҙе те-үәлләп сығырға ғына ҡалған.
Баҡтиһәң, был балалар да-уаханаһы 1969 йылда төҙөлгәндән алып бер ҙә ремонт күрмәгән. Хәҙер палаталар, диагностика кабинеттары өр-яңы кеүек. Шулай уҡ яңы лифттар ҡуйылған, әйткәндәй, улар Стәрлетамаҡта, лифттар етештереүсе «РускоЛифт» компанияһында яһалған. Иң кескәй пациенттарға быяла стеналы һәм табипты ашығыс са-ҡыртыу өсөн кнопкалы палаталар булдырылған. План буйынса ҡабул ителгән һәм ашығыс ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы айырым ҡабул итеү тағы ла бер үҙгәреш булып тора.
Шулай уҡ балалар дауаханаһы тәҙрәһенән судмедэкспертиза би-наһының күренеп то-роуы ла ата-әсәләргә оҡшап етмәй ине.
– Ремонттан тыш, дауахана биләмәһенән судмедэкспертизаны күсереү шулай уҡ беҙҙең өсөн төп мәсьәлә ине.
Быйыл уны ыңғай хәл иттек. Ошо арала тулыһынса судмедэкспертизаны һәм моргты махсус төҙөлгән бинаға күсерәсәкбеҙ, – тине был турала ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Дауахананың яңы төҫ алыуы, уның янынан ҡурҡыныс уйҙар тыуҙырған учреждениеның күсеп китеүе дауаланыусыларға тиҙерәк һауығып сығырға ярҙам итер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Читайте нас