Төрлө райондарҙан килгән уңған ун механизатор иген урыу-һуғыуҙа күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн автомобиль менән бүләкләнде. Улар араһында Стәрлетамаҡ районынан Владимир Филонов атлы комбайнсы ла бар ине. Тағы ниндәй һөнәр эйәһе шундай хөрмәткә лайыҡ әле! Хәйер, ҡыуанырлыҡ мәлдәр игенселәр менән генә бәйле түгел. Һөт буйынса ла, ит етештереүҙә лә ҡаҙаныштар ҙур, шулай уҡ милли шөғөлөбөҙ умартасылыҡ өлкәһендә лә үҫеш бар.
Билдәле булыуынса, 2021 йылда “Апимондия” сараһы сиктәрендә Башҡортостанға донъяның төрлө мөйөшөнән иң оҫта умартасылар йыйыла. Ошо сараға әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара. Был конгресс башҡорт балының данын донъя кимәлендә таратыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ, тип билдәләнә.
– Сараға үҙенсәлекле проект әҙерләнә – “Баллы ауыл” барлыҡҡа киләсәк, ул ауылда башҡорттарҙың ни-сек умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән-дәрен белергә мөмкин буласаҡ, – тип белдерҙе тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Әлбиттә, башҡорт балының брендын арттырыу әлегеләй проекттар менән генә сикләнмәй, төбәк етәксеһенең һүҙҙәре буйынса, республикаға хаҡы миллион һумдар менән билдәләнгән лаборатория алып ҡайтылған. Унда сит илгә иң сифатлы продукция сығарыу маҡсатында бал өҫтөндә тәжрибә үткәрәләр.
Ауыл хужалығы – күп тармаҡлы, ҡайһы берәүҙәре күптән түгел генә килеп инһә, умартасылыҡ һымаҡ шөғөлдәр халҡыбыҙҙың ҡанына, асылына быуаттар буйы һеңгән. Шуға төрлө проекттар ярҙамында уларҙы үҫтереүҙең файҙаһы, күп ҡырлы, әлбиттә.