Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Баш федераль инспекторға “wi-fi”-лы троллейбус оҡшаны

Стәрлетамаҡта уңышлы рәүештә яңы проекттар тормошҡа аша бара. Был күрһәткестәрҙе төҙөлөштә лә, тирә-яҡты матурлауҙа ла һәм социаль өлкәлә лә күҙәтергә була. Тамамланған һәм әлеге мәлдә башҡарылып килгән эштәр менән күптән түгел Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин танышты. Сәфәрендә уны ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов оҙатып йөрөнө.

“Инмаш” технопаркында Михаил Закомалдин Стәрлетамаҡ предприятиеларының продукцияларын ҡараны, хеҙмәт шарттарын, етештерелгән тауарҙарҙың сифатын тикшерҙе. Мәҫәлән, ҡалала лифт сәнәғәте яңыртылған, ул хәүефһеҙ һәм ҡулайлы техника сығарып ҡына ҡалмай, байтаҡ кешене эш урыны менән дә тәьмин итә.
…Иҡтисади һәм замана талаптары троллейбуста йөрөүселәрҙе ҡырҡа кәметһә лә Стәрлетамаҡты был транспортһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Атап әйткәндә, ҡалала 150-гә яҡын “мөгөҙлө автобус” бар. Тик шуныһы: парктың 90 проценты тиерлек иҫкергән, әммә техникалар йүнәтелә бара. Баш федераль инспектор депола яңы ғына ремонттан сыҡҡан троллейбусты ҡараны. Әйтергә кәрәк, ябай транспорт түгел: махсус рәүештә ҡыш шарттарына тура килтереп, йылытылған, салонда янғын хәүефһеҙлеге, “wi-fi” системалары һәм кеҫә телефонының батареяһына көс йыйыр өсөн usb-кабель ҡуйылған, ә водитель салонда нисә пассажир барлығын, маршруттағы ҡыйынлыҡтарҙы борт компьютеры һәм видеокамера ярҙамында белә.
– Бындай уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорттың пассажирға оҡшарына ышанам, – тип һоҡланыуын да йәшермәне Михаил Закомалдин.
Баш федераль инспектор артабан етем балаларға бирелгән торлаҡ шарттары менән танышты. Үткән йылда ҡалала был программа буйынса 66 өй туйланған. Йәштәр фатирҙарҙан ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.
– Һуңғы арала Стәр-летамаҡта “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында байтаҡ эштәр башҡарылды, – тип таныштырҙы Владимир Куликов Хоҙайбирҙин урамындағы яңыртылған аллея менән. Улай ғына түгел, проект нигеҙендә: 100-гә яҡын йорт алды күркәмләнде һәм ҡала артабан да күркәмләнеүен дауам итә. Мәҫәлән, Стәрле йылғаһын тәрәнәйтеү һәм ярҙарын тәртипкә килтереү – бының бер матур өлгөһө булып тора.
Ғөмүмән, баш федераль инспектор ҡаланың төрлө яҡлап үҫешеүе менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе һәм уңыштар теләп хушлашты.
Читайте нас