Донъялағы ниндәй генә асышты алып ҡарама, уның нигеҙендә барыбер ҙә рәсәйле тора. Компьютерҙы башта беҙҙекеләр уйлап сығарған, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында уның тыуған иле тип Америка иҫәпләнә. Телефон, электромобиль, биопаспорт... осона сығырмын тимә. Баш мейеһен күсереп ултыртыуҙа ла әле үткән быуатта уҡ иң тәүге асышты беҙҙекеләр яһаған. Хәйер, бында һүҙ эт башы тураһында бара. Уның ҡарауы, старт беҙҙә алынған бит. “Беҙҙекеләр” осраҡлы иҫкә төшмәне. Канавероның тәүге тере пациенты нәҡ урыҫ, арҡа мускулдары ҡороуы арҡаһында кәүҙәһе зәғифләнеүҙән йонсоған программист Валерий Спиридонов булырға тейеш ине. Тик операцияға сығымдарҙы Ҡытай үҙ өҫтөнә алыу сәбәпле, беренсе пациент та – көнсығыш иленеке.
Нейрохирургия өлкәһендә ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән профессор ҙа, әлбиттә, тота килеп иң беренсе кешенең башына йәбешмәгән – тәүҙә маймыл өҫтөндә тәжрибә үткәреп ҡараған һәм хайуан операциянан һуң бармаҡтарын ҡыбырҙатып алған. Яңы кәүҙәле маймыл артабан да ағасҡа үрмәләп йөрөр инеме-юҡмы билдәһеҙ ҡала, сөнки әхлаҡ яғынан ғәҙеллекте һайлап, уны “йоҡлатҡандар”.
Эйе, төп борсоған мәсьәлә һис шикһеҙ шул “нисек булыр?” Баш күсереп ултыртыу таҡта ярыу цехында өҙөлгән бармаҡты кире тегеп ҡуйыу түгел бит. Бөтөнләй ят кәүҙә башты ҡабул итерме йәки, киреһенсә, мейе яраҡлаша алырмы? Ғалимдар белдереүенсә, әле бит тиреһен күсереп ултыртҡандарға ла йыш дарыу ҡабул итергә кәрәк, сикһеҙ тикшереүҙәр, ә бында тотош баш! Шуға ҡайһы бер белгестәр “баш – лапмочка түгел, береһен алып, икенсеһен бороп булмай” тип, операцияны алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар итмәксе. Кем хаҡлығын ваҡыт күрһәтер.
Әйткәндәй, баш күсереп ултыртыу идеяһы менән бер итальян ғалимы ғына янмай, АҠШ-та ла, Рәсәйҙә лә төрлө проекттар эшләп килә. Тик Космосҡа осҡан кеүек, кем беренсе өлгөрә инде.
Ошо тиклем асыш-тәжрибә, йәмғиәт иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Шуға файҙалы – файҙаһыҙ һымаҡ мәсьәләләр менән әхлаҡи яғы ла күҙ уңынан ысҡынмай. Беренсе күсермә (клон) Долли исемле һарыҡ тирәләй күпме бәхәс барҙы, әле лә тынмай. Битте йәшәртеү, донор бөйөрө, донор йөрәге... Берәүҙәр Хоҙай биргән тормошҡа күнеп йәшәргә кәрәк тиһә, икенселәр үлемһеҙ булырға хыяллана, сәләмәт йәшәргә теләй. Әлеге хирург та кешелекте әжәлдән азат итәм тип оран һалған бит. Бер яҡтан уйлағанда, ысынлап та, кеҫә телефонынан шылтыратып, әллә нисәмә саҡырым йыраҡлыҡтағы әсәйебеҙҙең хәлен белеп, гонаһ ҡылмайбыҙ ҙабаһа. Бер дин әһеле әйтмешләй, элек ишәктә йөрөй инек, хәҙер самолетта осабыҙ. Телефон телефон менән, ә бында кеше башы тиерһегеҙ. Шулай шул. Нисек кенә булмаһын, бер һорау борсой: бына йәнебеҙ ҡайҙа һыйыныр һуң ул саҡта? Үлгән кәүҙәлә ҡалырмы, әллә баш менән бергә күсенерме?! Үәт мәсьәлә, атаң башы...