Программала иң яҡшы шәл оҫталары, шәл бәйләү кәсебе оҫталары командаларының ижади конкурсы, «Башҡорт шәле – милли кейемдең бер өлөшө» дефилеһы, кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр йәрминкәһе ҡаралған. Ә конкурсанттарҙың оҫталығын сәнғәт, халыҡ художество һөнәрҙәре белгестәре баһалаясаҡ.
Бында шулай уҡ оҫталарҙың һөнәри кимәлен күтәреү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.
Әйткәндәй, шәл бәйләү оҫталарының Респуб-лика халыҡ ижады үҙәге ойошторған тәүге күргәҙ-мәһе 20 йыл элек Башҡорт дәүләт филармонияһында үтһә, артабанғылары Күмертауҙа, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарында уҙғарылды, 2008 йылдан иһә күргәҙмәләр йәнә республиканың баш ҡалаһына күсте. Бындай сара «башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола.