– Радик һин КВН-ға нисек килеп эләктең?
– Мин башҡаларҙан айырылмаған ябай бер студент инем. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы эргәһендә Шаяндар һәм отҡорҙар клубы булдырылғас, унда ҡатнаша башланым һәм минең тормошом бөтөнләй икенсе төҫ алды. Бәлки, шул мәл булмаһа, мин әлеге Радик та булмаҫ инем, бик күп һәләтемде һәм мөмкинлегемде асты был уйындар.
– Студент тормошо күптән артта ҡалған, ә һин барыбер ҙә КВН-дан айырыла алмайһың?
– Тормошта һәр ваҡыт ҡәҙимге эштәр менән генә шөғөлләнеү арыттыра һәм ялҡыта бит ул. Шуға һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл табырға тырыша. Миңә Шаяндар һәм отҡорҙар клубында шаяртыуҙар яҙып, уларҙы сәхнәгә ҡуйыу оҡшай. Башҡаларҙың шаяртыуҙарынан да рәхәтләнеп көлөп, көс туплап ҡайтыу бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел.
– Башҡалар тигәндән, башҡорт КВН-ы лигаһында ҡатнашыусылар күпме?
– Бөгөн 35 мәктәп командаһы һәм колледж, техникумдар кеүек һөнәри белем биреү уҡыу йорттарынан 15 команда әүҙем эшләй. Араларында башҡортса яҡшы һөйләшкәндәр ҙә, вата-емерә хәбәр һатыусылар ҙа, хатта башҡорт телен өйрәнергә теләп “Арый туҡталышы” командаһынан Василий Алексеев, “Тик ҡыҙҙар” командаһынан Станислав Кубеев кеүек рус егеттәре лә бар. Был командалар бөтә республика буйлап һибелгән, шуға улар менән аралашыу, тын алыштарын белеү өсөн район-ҡалалар күптән арҡыры-буйына йөрөп сығылған. Әйткәндәй, шаяндар һәм отҡорҙар клубына эләгеүе еңел түгел.
– КВН-сылар нисек үҫешә, ниндәйҙер системаға һалынған эш алып барыламы?
– Өҫтәлгә әҙер ризыҡ килтереп ултыртҡан кеүек, сәхнәлә лә шаяртыуҙарҙың әҙерен генә күрә күпселек. Ә бына уны мауыҡтырғыс итеп эшләү өсөн күп баш ватырға, эҙләнергә, тир түгергә тура килә. Уның ҡарауы, һуңынан тырышлығыңдың һөҙөмтәһен күреп, оло ҡыуаныс кисерәһең. КВН-да бер тапҡыр ғына булһа ла уйнап ҡараған кеше был кисереште бер ҡасан да онотмайҙыр, тип уйлайым. Әле лә был тойғолар үҫешкә этәрә. Бер нисә йыл элек кенә булған сығыштарҙы бөгөнгөләр менән сағыштырһаң, айырма күҙгә ташлана. Костюмдар, сәхнәлә үҙеңде тотоу, шаяртыу кимәле лә ҙур аҙымдар менән алға бара. Быға үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итергә тырышабыҙ, мәҫәлән, һәр йәй Бөрйән районындағы “Ағиҙел” лагерында 4 көнлөк “йыйын” ойошторабыҙ, унда оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар үткәрәбеҙ. Командаларҙы бутап, яңынан ҡатнаш командалар булдырабыҙ, шул рәүешле таныш булмаған кешеләр менән эшләргә өйрәтәбеҙ. Был сығыштарҙы Иҫке Собханғолдағы район Мәҙәниәт һарайында күрһәттек. Шул уҡ ваҡытта ял да итәбеҙ, Бөрйәнгә Ҡаҙағстан вәкилдәре килгәйне, улар менән аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Ҡыш айҙарында ла бер көнлөк КВН каникулы ойошторабыҙ.
– Ә шаяртыуҙарҙың темати-каһына килгәндә, уны нисек һайлайһығыҙ?
– Улар башлыса көндәлек тормоштан алына. Йыш ҡына үҙебеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерәбеҙ. Йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сығабыҙ. Тик күтәреп сығыу бер, иң мөһиме, күтәргән темаңды тамашасыға ҡыҙыҡлы итеп еткерә белергә кәрәк. Уҡыусыларҙан торған командалар өсөн мәктәп тормошоноң мәңгелек темалары бар: ул алмаш аяҡ кейеме, тәүге мөхәббәт, физкультура дәресе, йә башҡа дәрестәге хәлдәргә ҡағыла.
– Һин һөнәрең буйынса уҡытыусы, КВН-дың ниндәй педагогик үҙенсәлектәрен күрәһең?
– “Шаяндар һәм отҡорҙар” тигәндән шунда уҡ шаян, үткер, тиктормаҫ һәм теремек кешеләр күҙ алдына килеп баҫа. Ундайҙарҙы дәрес буйы башҡорт телен, теорияһын ятлатып ҡара! Ә башҡортса КВН-да уйнау телде өйрәнеү өсөн бик шәп сара, сөнки шаяртыу уйлап сығарыу өсөн башҡорт телен, мәҙәниәтен, халыҡтың йәшәйешен дә белеү кәрәк, шунһыҙ тулы көләмәс тә, шаяртыу ҙа килеп сыҡмай. Ҡыҙыҡлы шаяртыуҙар аша төрлө милләт вәкилдәрендә башҡорт теленә һөйөү уятырға була.
– Ҡаҙағстанға ла барып, шаяртып ҡайтҡанһығыҙ икән...
– Эйе, былтыр Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы менән Ҡаҙағстанға барып, унда Астана ҡалаһы башлығы кубогы уйындарында ҡатнаштыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Ҡаҙағстан тамашасыһы алдында беҙ ҡаҙаҡ телендә сығыш яһаныҡ. Улар ҙа беҙҙең тамашасы алдында башҡорт телендә сығыш яһағайны.
Был йәһәттән ҡаҙаҡ йәштәре менән хеҙмәттәшлек нығынды, әүҙем аралашып йәшәйбеҙ. Саҡырыу менән килеп тә етәләр, беҙ ҙә уларға ошондай уҡ мөнәсәбәттә яуаплайбыҙ.
– Һин бит әле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көньяҡ төбәк башҡарма комитеты рәйе-сенең йәштәр сәйәсәте буйынса урынбаҫары ла.
– Йәштәр менән эшләүе – үҙе бер оло кинәнес. Эшемдең төп йүнәлештәренең береһе, әлбиттә, башҡорт КВН-ын үҫтереү, пропагандалау. Үҙем Салауатта йәшәйем, Стәрлетамаҡта эшләйем. Күгәрсендән башлап Мәләүез, Кумертау, Ғафури райондары араһын да бик күп тапайым, шуға ундағы йәштәрҙең хәлдәрен белеп, кәйефтәрен тойоп торам. Былтыр йәй Баймаҡта Граф күле буйында үткән Башҡорт йәштәре йыйынына бергәләшеп барып ҡайттыҡ, был сәфәр беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.
– Егет-ҡыҙҙарға ниндәй теләктәрең бар?
– КВН-да уйнаһындар. Бында тапҡыр һүҙле, ижади ҡарашлы булырға, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтәләр, ә былар – тормошта иң кәрәкле һыҙаттар. КВН-дарҙа осрашырбыҙ!