14 декабрь бөйөк шәхес, мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө булараҡ, китапханала Любовь Михайловна Климова етәкселегендә күргәҙмә ойошторолдо. Гөлнара Нурғәли ҡыҙы Батталова 5Г класында “Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы”, 8В класында Айгөл Фидаил ҡыҙы Ҡыуатова “Музейҙар буйлап сәйәхәт” темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтте. Тәнәфес ваҡытында ла уҡыусыларҙы төрлө саралар көттө. Башланғыс кластар араһында лоторея уйнатылды. Кем башҡорт телендә күберәк һүҙҙәр белә, шулар жетонға эйә булды. Бер-береһенән ҡалышырға теләмәне уҡыусылар, кемуҙарҙан башҡорт телендә һүҙҙәр теҙҙеләр. Икенсе тәнәфестә иң-иңдәрҙе бүләктәр көттө, лоторея уйнатылды. Һәр кемдең йөҙөндә ҡыуаныс, шатлыҡ. 6Б класында “Башҡорт телен беләһеңме?” исемле уйын-викторина ла бик мауыҡтырғыс булды. «Ҡасан тағы бындай уйын була?» тигән уйҙар менән таралышты уҡыусылар. Артабанғы тәнәфестә Наталья Юрьевна Сиротина “Дуҫлыҡ йорто” исемле викторина үткәрҙе. Еңеүселәрҙе тәмлекәстәр көттө.
Башҡорт теле көнө айҡанлы 4-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары менән осрашты. Дуҫлыҡ күперен һуҙыу теләген доцент, филология фәндәре кандидаты Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова белдерҙе. Килгән ҡунаҡтарға “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә системалы эшмәкәрлек”,“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу” исемле оҫталыҡ дәрестәре, “Беҙҙең әсәй” исемле асыҡ дәрес күрһәтелде. Күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы был осрашыу. Унда доцент, педагогика фәндәре кандидаты Филүзә Батыр ҡыҙы Ғәйнуллинаның ҡатнашыуы ла беҙҙең өсөн оло мәртәбә булды. Ошондай матур сара ойошторған Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына гимназия уҡытыусылары бик рәхмәтле.