Мин 1982 йылдан алып Липецк өлкәһенең Тербуны районында йәшәйем һәм эшләйем. Ошо мәҡәләмдә был яҡтарҙа башҡорт һалдаттарының исемдәрен мәңгеләштереү нисек ойошторолғанлығын яҙып үтәм. Сөнки, ҡанлы һәм шанлы ваҡиғалар үтеүенә 75 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, атайҙарын һәм бабайҙарын эҙләүселәр байтаҡ әле.
1954 йылда, Липецк өлкәһе ойошторолған йылда, Тербуны районы ла хәҙерге сиктәре кимәлендә ойошторола. Һуғыш йылдарында, бында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы торған ваҡыттарҙа, башҡорт яугирҙарының ике район сигендә һуғышҡандары мәғлүм булды. Тәүҙә, 30 июндән 7 июлгә тиклем, Борки, Апухтино, Малые Борки ауылдарын оборонала тотҡандар, был территория Курск өлкәһенең Тербуны районына ҡарай. 9 июлдән 9 октябргә тиклем тотҡан позициялары – 2-Тербуны, Казинка, Бурдино ауылдары – Курск өлкәһенең Большеполянский районы. 1954 йылдан бирле шул ике позиция ла Липецк өлкәһенең Тербуны районына инә. Был эҙләнеүселәр, ата-бабаларын эҙләүселәр өсөн байтаҡ ҡына ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Илебеҙ өсөн ауыр 1942 йылдың йәйендә, 3 айҙан артыҡ оборонала тороу осоронда, дивизияның юғалтыуҙары байтаҡ була. Үҙемә ошонда һәләк булған һуғышсыларҙың исемдәрен тулыһынса аныҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйып, архив документтарын, донесениеларҙы, хәтер китаптарын тикшерҙем, са-ғыштырҙым. Эҙләй торғас, һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 424 һуғышсы асыҡланды. Күбеһенең исемдәре ауылдарҙағы һәйкәлдәргә яҙылған. Йыш ҡына донесениеларҙа, “ҡара ҡағыҙҙарҙа”, “Хәтер китабында” бер урын яҙылған, ә ысынбарлыҡта уларҙың исемдәре икенсе урындағы һәйкәлдә. Ҡаты һуғыш ваҡытында һәләк булғандарҙы үлгән урындарынан алыҫ булмаған урман ситендә, йә ҡалҡыулыҡта күмгәндәр. 1960 йылдарҙа урмандарҙан, болондарҙан уларҙың ҡалдыҡтарын йыйып, ауыл урталарында туғандар ҡәберлектәренә кире күмгәндәр. Архив хеҙмәткәрҙәре донесениеларҙан исем-шәрифтәрен күсереп алғанда хата ебәргән. Компьютер аша эҙләүселәр яҡшы белә, исем-фамилияла бер генә хата ебәрелһә лә эҙләгән кешене табып булмай. Тағы ла шуныһы: туғандар ҡәберлегендәге исемлектәрҙе ОБД мемориал сайтының “Берҙәм реестрына” теркәү бик әкрен бара, Башҡортостан һуғышсыларының да бик күптәре һаман индерелмәгән. Ошо сәбәптәр арҡаһында ата-бабаларҙы, туғандарҙы табыу ҡатмарлаша.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Стәрлетамаҡ районы һалдатта-рының исемдәре ҡайһы һәйкәлдә икәнен еткерәм. Борки ауылындағы һәйкәл: 1) Биккинин Кинйәбулат Ислам улы - Айыусы ауылы;
Вторые Тербуны ауылындағы һәйкәл: 1) Аҙнаев Вәкил Ғәлләметдин улы – Айыусы ауылы.
Бөтә дивизиянан ошо көндәргә тиклем 75 йыл буйына дивизия буйынса бер һәйкәлгә лә 147 һал-даттың исемдәре яҙылмағайны, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районынан 5 кеше: 1) Ғәйетов Шәриф Ғарифуллинович (Ғарифулла улылыр, моғайын) – Мәҡсүт ауылы.
2) Ғәлиәкбәров Закир – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. 3) Мырҙағолов Хабрай Нәғим улы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 75-се йорт. 4) Фәйезов Шакир Миңнеғәли улы – Стәрлетамаҡ районы, Преображеновка ауыл Советы. 5) Иҫәнғужин Йәнгир Хөснөтдин улы – Һарай ауылы.
Тербуны районындағы оборона һуғыштарының үтеүенә 75 йыл тулыуға арнап 3 октябрҙә Вторые Тербуны ауылында яңы һәйкәл ҡуйылды. Унда мин тапҡан 147 һалдаттың исем-шәрифтәре менән яңы исемлек яҙылды. Стәрлетамаҡ егеттәре лә ошо исемлеккә инде.
Атайҙарын, олатайҙарын эҙләгән кешеләр, миңә мөрәжәғәт итегеҙ. Вәхитов Замир Мөхтәр улы, телефон 8-920-508-14-30, электрон адрес zamir.vakhitov@mail.ru