Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Байрам итеүе күңелле лә ул...

Яңы йыл каникулдары бөтә кеше өсөн дә яҡшы ғына тамамланмай. Рә-сәйҙә артыҡ байрам итеү арҡаһында ғинуар айында үлеүселәр һаны башҡа айҙарға ҡарағанда 18 меңгә артығыраҡ икәнлеге асыҡланған. Рәсәйҙең алкоголь арҡаһындағы үлем проблемалары һәм алкоголь сәйәсәте өлкәһендәге баш эксперты Александр Немцов ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарғандан һуң шундай һығымтаға килгән.

«Бөтә халыҡ байрамдары-ның төп асылы – күңел асыу, кәйеф-сафа ҡороу. Ләкин байрамдарҙың кире яғы ла бар, шуларҙың береһе – үлеүселәр һаны артыу”, – тип билдәләй ул.
Эксперт 2004 йылдың ғинуарынан алып 2016 йылдың декабренә тиклем үлем буйынса Росстат материалдарын ана-лизлаған. Ошо ваҡыт эсендә 13 тапҡыр яңы йыл байрамдары үткән.
“18 090 үлем осрағы – 2004–2016 йылдар өсөн ғинуар айҙарында башҡа айҙарға ҡарағанда уртаса 10,8 процентҡа күберәк, тигән һүҙ”, тип билдәләнелә тикшеренеүҙәрҙә.
Ғинуарҙа илдең күп эре ҡа-лаларында һәм төрлө төбәктәрендә (Архангельск, Мәскәү, Екатеринбург, Чита һәм Ҡырым) алкоголь арҡаһында психоздың һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Өҫтәүенә, ғинуар иң һыуыҡ айҙарҙың береһе, кешеләр күп ауырый һәм үлә – быны ла оноторға ярамай. Шулай ҙа, грипп менән ауырыусылар күп булған хәлдә лә, ғинуарҙа был сирҙән үлеүселәр һаны аҙ”, тип билдәләй эксперт.
Ә бына пневмониянан һәм һалҡын тейеүҙән үлеү осраҡтары эскегә бәйле, тигән фекерҙә ул. Ғинуарҙа был ауырыуҙарҙан үлеүселәр һаны башҡа айҙарҙағыға ҡарағанда яҡынса 450 кешегә күберәк.
«Яңы йыл менән Раштыуа бай-рамдары араһында ике-өс көн өҙөк яһап, байрам көндәрен ҡыҫҡартырға кәрәк, тип иҫәпләй эксперт - 2003 йылға тиклем шулай булды”.
Быйылғы каникулдарҙа эскелек арҡаһында һәләк булыусылар тураһында көн һайын хәбәр ителеп торҙо. Мәҫәлән, 4 ғинуарҙа Хабаровск крайында 31 йәшлек егет менән 29 йәшлек ҡыҙ Яңы йылды байрам иткән ваҡытта, улар араһында ыҙғыш сығып китә, һәм ҡыҙ егетте сәнсеп үлтерә.
Ә бына Тверҙә 37 йәшлек ир, араҡы барып алыу өсөн, бер-нисә простыняны бәйләп, 10-сы ҡаттан төшөргә уйлаған. Простыня өҙөлөп китеп, теге ир һәләк булған. Ул ишектән сыға алмаған, сөнки ҡатыны, айныһын өсөн, уны йоҙаҡҡа бикләп сығып киткән булған.
Әйткәндәй, Яңы йыл байрамдарында эскелек арҡаһында илебеҙ кешеләрҙе генә юғалтып ҡалмай, аҡсаны ла юғалта икән. 2016 йылда Рәсәй наркологтары ассоциацияһында эскелек арҡаһындағы үлем осраҡтары илдең иҡтисадына ла йоғонто яһай, тип иҫәпләп сығарғандар.
Ассоциация мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә уртаса бер кешегә көнөнә бер рюмка араҡы эсергә тура килә. Әгәр ул рюмканың яртыһынан баш тартһа, йылына илдә 56 млрд бюджет аҡсаһы экономиялана. Был – сама менән алғанда, Роскосмос 2022 йылда осорорға йыйынған «Федерация» йыһан карабының хаҡына тиң.
Ваҡытһыҙ үлем, шулай уҡ эскелек арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлегендәге юғалтыуҙар, енәйәттең һәм аварияларҙың күбәйеүе ҙур иҡтисади сығымдарға килтерә, тип аңлата наркологтар.
Читайте нас