Буласаҡ һалдаттарҙың алыш майҙанында тештәрен ҡыҫып алға ынтылыуы, тотош хәрби хеҙмәтте һүрәтләп торғандай, бына тап ошондай ныҡышмалылыҡ арҡаһында еңеүҙәр килә лә инде. Яу яланында булмаһа ла һәр осрашыу ҡыҙыу барҙы. Ҡайһы бер саҡта боксерҙарҙың һаулығы өсөн дә борсолоп ҡуяһың, тик бер кем дә еңелергә килмәгән. Шулай ҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы көслөрәк булып сыҡты. Шәхси алдынғылыҡта Рысаев Таһир, Ибәтуллин Тимур, Вәлиәхмәтов Илгиз һәм Стәрлетамаҡ районынан Бармин Глеб һәм Шершуков Евгений еңеүсе тип танылды. Заһитов Ансар, Нәжметдинов Шәмсетдин (икеһе лә ҡала командаһынан) һәм Стәрлетамаҡ районынан Колесников Михаил, Григорьев Дмитрий, Солтанов Радмир иһә икенсе урынға сыҡты.
Ә шулай ҙа был ярыш төп һорауға яуап булып тора: бер быуат ваҡыт үтеп китһә лә арабыҙҙа һәр ваҡыттағыса тыуған илде яҡларлыҡ ир-егеттәр, һалдаттар бар һәм буласаҡ. Спортсыларҙың рингтағы батырлығын һәм сослоғон ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, БР хәрби комиссариатының генерал-майоры Игорь Харченко, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының хәрби комиссары Евгений Кутузов һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Аҙылгәрәев та күҙәтте һәм еңеүселәргә диплом һәм наградалар тапшырҙы.