Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Ибраһим Ғиззәтуллин... Ҡасандыр, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһы-институты студенты йөгөн тартҡанда был шәхестәр ҡәләмен уҡыу йортоноң “Ашҡаҙар” түңәрәгендә шымарта. Эйе, шундай киң билдәле яҙыусыларҙы үҫтереүҙә, кемдәргәлер хатта ҡанаттарын тәү башлап йәйеүҙә ҙур өлөшө бар был түңәрәктең. Шуныһы ҡыуаныслы: тарихта аҙашып ҡалмай, заман елдәренә бирешмәй, бөгөн дә эшләп килә аҙашыбыҙ һәм, йолаһына тоғролоҡ күрһәтеп, һаман да йәш ижадсыларҙы үҫтерә. Һүҙ матур-матур әҫәрҙәр яҙыусы Зөлфирә Билалова, Алина Сәлихова, Гөлнәзирә Ишкинина, әҙәбиәттән тыш кино сәнғәтенә лә ғашиҡ Рәфис Ҡойбағаровтар хаҡында ғына түгел. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының “Ашҡаҙар” түңәрәге йәштәре әҙәби донъяны саҡ ҡына булһа ла алға этәрерлек матур-матур саралар ҙа ойоштора. “Ашҡаҙар тулҡындары – 2018” ижади эштәр конкурсы – быға асыҡ дәлил.
Республика кимәлендә йәйелдереп ебәрелгән был конкурс төрлө райондарҙа йәшәгән, төрлө ижади түңәрәктәргә йөрөгән балаларҙың эшен тупланы. Аҙмы-күпме, өс тиҫтәнән ашыу ҡулъяҙма килгән. Был эштәр менән танышыусыһы ла, баһалаусыһы ла – башлыса студенттар үҙҙәре. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, абруйлы яҙыусылар менән генә түгел, шулай табандарына баҫып килгән ҡусты-һеңлеләре менән аралашыуҙары һөйөнөслө, әлбиттә.
– Эштәр төрлө райондарҙан килде. Әле саҡ ҡәләм тирбәтә башлаусылар, билдәле, үҙҙәренә яҡыныраҡ образдарға мөрәжәғәт итә – әсәй-өләсәйҙәре хаҡында яҙа. Шулай ҙа уйландырырлыҡ, тетрәндерерлек шиғыр-хикәйәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Илнара Иҙрисованың еңел булмаған әкиәт жанрына мөрәжәғәт итеүе – үҙе үк иғтибарға лайыҡ, – тип билдәләп китте эштәрҙе, түңәрәк ағзаһы Зөлфирә Билалова. Был фекер конкурсты йомғаҡлау семинарында яңғыраны. Әлбиттә, уҡыусыларҙы тәбрикләргә, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға «ашҡаҙар»ҙар яңғыҙы ғына йыйылманы. Түңәрәк өҫтәлдә үҙҙәренең төплө кәңәштәрен еткерергә тип Өфөнән, яҡын ҡала-райондарҙан абруйлы ағай-апайҙары ла ашығып килгәйне. Йәштәрҙең бындай идеяларын күтәреп, әлегеләй саралар ойошторорға булышлыҡ итеүсе факультет һәм вуз етәкселегенең эше ихтирамға лайыҡ.
Семинарҙа һүҙ башлыса ижад тураһында барҙы һәм уҡыусылар өсөн маҡтау ҡағыҙҙарын, бүләктәрҙе күреүҙән бигерәк исемдәре бөтә республикаға билдәле яҙыусы-шағирҙар менән күрешеүе ҡиммәтерәк икәнлеген балаларҙың янып торған күҙҙәре, үҙҙәре тарафынан да яңғыраған ҡыйыу-ҡыйыу фекерҙәре “һатты”.
– Был сараның төп идеяһы конкурс түгел ине, әлбиттә, уныһы ла мөһим. Шулай ҙа төп маҡсат әҙәби түңәрәкте әүҙемләштереү, йәш ижадсылар менән эш, уларға ижади йүнәлеш биреү. Шуға ла конкурстың йомғаҡлау этабы йәш ижадсылар семинары формаһында үткәрелә. Башҡортостандың көньяҡ райондары баш ҡалаға алыҫыраҡ ята, уларға күп осраҡта иғтибар етмәй ҡала. Семинар күбеһенсә тап шул райондан балаларҙы йыйҙы, етәкселәре менән бәйләнеш яңыртты, – тип баһаланы, мәҫәлән, сараны түңәрәк етәксеһе Айнур Үтәев.
– Бер яҡтан, бөгөнгө сараны алдынғы педагогик тәжрибә уртаҡлашыу тип тә була: түңәрәк етәкселәре үҙҙәренең эше менән таныштырып үтте. Уҡыусыларҙың ижади эштәре, хатта конкурста ҡатнашыу, әүҙемлек буйынса ғына ла мәктәптәрҙә эш нисек ойошторолоуы хаҡында фекер йөрөтөргә була, – тигән фекер менән бүлеште башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева.
Конкурста төрлө район вәкилдәре эштәрен ебәрһә лә, уның йомғаҡлау этабына ғафуриҙар, әлшәйҙәр һәм ишембайҙар ғына килә алды. Ни ҡылаһың, мәктәптәрҙә яуаплы осор, мәшәҡәттәр ҙә етерлектер. Уның ҡарауы, телгә алған райондарҙа эшләп килгән түңәрәк етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Вәлиева (Раевка ҡасабаһының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы), Юлай Мәүлетҡолов (Красноусол гимназия-интернаты), Ғәлиә Фәйзуллина (Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты) һымаҡ шәхестәрҙең ваҡытын, хәлен-мәлен йәлләмәй, балаларҙы ошо сараға алып килеүе башҡорт әҙәбиәте үҫешендә кескәй генә булһа ла еңеү, минеңсә. Бит бәләкәй ижадсыларҙың абруйлы шағирҙар алдында телмәр тотоп, шиғырҙарына баһа алыуы ҡанаттарын тағы ла нығытып ебәрә. Мәҫәлән, Ишембайҙан килгән Роберт Горбунов рухлы итеп:
“Атам – урыҫ, әсәм – башҡорт,
Башҡорт ҡаны – хәтеремдә,
тип яңғыратыуы аудиторияны йәнләнде-реп ебәрҙе. Роберт ҡына түгел, бөгөн күптәр шулай үҙен юғалтҡан, буталған һәм “Кем һуң мин?” тип эҙләй. Ҡатнаш никахтар, ҡан буталышы, милли традицияларҙан китеү... байтаҡ мәсьәләләрҙе күрергә булалыр был юлдарҙа.
– Роберт беҙгә уҡырға килгәндә рифма артынан ҡыуа ине, хәҙер образдар өҫтөндә эшләй, мәктәпте тамамлағанда ҡулына шиғыр китабын алырға хыяллана, ғөмүмән, уҡыусыларыбыҙҙың ижади ғына түгел, барлыҡ үҫеше өсөн әҙәбиәт менән шөғөлләнеүҙәре бик урынлы, сөнки улар киләсәктә кем генә булмаһын, эштәренә ижади ҡараясаҡ, – тине шағирә Ғәлиә Фәйзуллина.
...Ир һүҙе – ир һүҙе инде! Ундай һүҙҙәр күберәк булһын ине. Роберттың ғына түгел, Ғафури районынан килгән Искәндәр Әбсәләмовтың да һүҙҙәре йөрәктәргә үтеп инде, “бына, исмаһам, шағир үҫә!” тип һоҡланыуҙарын да йәшермәне түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.
“Салауат батыр тыуған ерҙә,
Мин дә тыуып үҫкәнмен”, – тип ғорурланһа үҫмер егет, бөгөнгө балҡыштарға ололар һымаҡ иҫереп кенә ҡалмай, ә тормоштоң етешһеҙлектәрен дә, атап әйткәндә, “күҙ алдында милләт тарҡалыуын” да күрә белә һәм ҡыйыу итеп был хаҡта ярып һала. Ошонан һуң башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге икеле тип әйтеп буламы һуң? Нәҡ ошондай уйҙарын еткерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусылары етәксеһе Әхсән Хәлилов һәм Стәрлетамаҡ йәштәренең яңыраҡ сыҡҡан китаптары, нәшриәткә тапшырылған йыйынтыҡтары тураһында телмәр тотто.
Шиғырҙар “Ағиҙел”дә баҫыласаҡ
Әҙәбиәт хаҡында күпме генә бәхәс-ләшмә, уның осона сығырлыҡ та түгелдер. Кем хаҡлы, кем шиғырҙы дөрөҫ яҙа? Иң мөһиме, яҙылһын ул шиғыр, ҡалғаны – тәнҡитселәр эше, уҡыусылар баһаһы.
– Һәр кем үҙ ғүмерендә шиғыр яҙып ҡарарға тейеш һәм яҙып ҡарайҙыр ҙа, әммә бынан ғына бер кем дә шағир булып китмәй, – тигән фекерен яңғыратты “Аш-ҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова һәм ҡәләм тирбәтеүселәргә кәңәштәрен биреп, үҙенең бала сағын да хәтерләп үтте. – Шиғыр яҙҙым да редакцияға ебәрҙем һәм яуап көтәм. Ул яуап килгәс, ҡыуанғанды күрһәгеҙ, ижадсыға саҡ ҡына булһа ла иғтибар кәрәк – шул саҡта ул дәртләнеп китеп ижад итәсәк.
Был һүҙҙәр сараны ойоштороусыларға рәхмәттәй яңғыраны һымаҡ, сөнки нәҡ әлегеләй иғтибар йәштәргә ҡанат ҡуймай ҡалмаҫ. Улай ғына ла түгел, мәктәп уҡыусыһы өсөн (!) осрашыуҙың практик әһәмиәте сиктән ашҡан:
– Барыһын да уҡып өлгөрөп булмай, төплө генә шиғырҙар бар, әммә был конкурсҡа килгән әҫәрҙәр араһынан иң матурҙары “Ағиҙел” журналы биттәрендә донъя күрәсәк, – тип вәғәҙәләне, мәҫәлән, әлеге баҫманың бүлек мөдире Салауат Әбүзәров. Кемгә тейгән әле ундай бәхет!
Әлбиттә, шағир уҡыусыларҙы бындай яңылыҡ менән генә ҡыуандырманы, ә шиғырҙарын уҡығас, ҡиммәтле кәңәштәрен дә еткерҙе:
– Юлығыҙҙа ике өй күрәһегеҙ: береһе – алама, икенсеһе – бөхтә, ҡайһыһына инер инегеҙ? – тип риторик һорау ҙа бир-ҙе ул уҡыусыларға. Әлбиттә, һәр ижадсы был һорауға күңеле ҡушҡанса яуап биргәндер. Әммә һабаҡтар бының менән генә сикләнмәне – Салауат Әбүзәров бала сағында ниндәй булған, ижадҡа нимә этәргән – ошондай ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлеште Өфө ҡунағы.
“Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе Дамир Шәрәфетдинов иһә, колле-гаһынан айырмалы рәүештә, эштәрҙе тәнҡитләп алырға ла өлгөрҙө:
– Эштәр бик күп, һәммәһен ҡарап өлгөрөү мөмкин түгел, авторҙарҙы айырым-айырым тикшерергә кәрәк, ул саҡта ғына осрашыу һөҙөмтәле буласаҡ. Ысынлап та, конкурсҡа ебәрелгән эштәр тупланмаһында табыштарға юлығырға мөмкин:
“Кескәй йөрәгемдең ялҡынын
Тойҙом кеүек шағир һүҙендә...”, – тип яҙа, мәҫәлән, Бөрйән ҡыҙы Розана Әхтәмова. Йөрәктәрҙең ялҡыны һалынған шағир һүҙендә өмөт тоймау мөмкинме?!.
Нисек кенә булмаһын, Мостай Кәримдең “Поэзиялағы пафос – тамаҡ ярып ҡысҡырыу түгел, ә көр тауыш менән алға саҡырыу ул” тигәнен һәр хәлдә онотмаһаҡ ине...
Семинар тамам. Күмәкләп фотоға төшөү. Дәртләнеп киткән уҡыусылар кумир-шағирҙары менән аралаша. Шул саҡ конкурста беренсе урын алған өсөн тапшырылған планшетын тотоп Роберт Горбунов етәксеһе Ғәлиә Фәйзуллина янына килеп былай ти:
– Ошо осрашыу өсөн рәхмәт һеҙгә, Ғәлиә Миҙхәтовна.
Осрашыу өсөн! Планшет өсөн түгел. Бына нимә мөһим уларға! Ә беҙ әҙәбиәттең киләсәге юҡ тип ҡайғырабыҙ...